НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Емеш-еләктән десерт
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-11-2017, 13:00


Емеш-еләктән десерт
Еңел һәм тиҙ эшләнә. Емеш-еләктең төрлөһөн ҡулланып була.
25 процентлы 0,5 литр ҡаймаҡ, 700 г крекер печеньеһы, 200 г шәкәр, 3 банан, 3 әфлисун, 3 киви, 2 алма, 25 г желатин.
Желатинды ҡабында күрһәтелгән инструкция буйынса ебетергә. Емеш-еләкте ваҡ итеп турарға. Биҙәү өсөн бе­решәрҙән алып ҡалырға.
Ҡаймаҡҡа шәкәр һа­лып туҡырға, әҙерләнгән желатинды, емештәрҙе ҡушып, өҫтөн биҙәргә. Унан һуң десертты әҙер булғансы һыуыҡта тоторға кәрәк....

Ҡабаҡ икраһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-11-2017, 10:00


 Ҡабаҡ икраһы
3 кг ҡабаҡ, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 4 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 ҡалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе, 2,5 ҡалаҡ тоҙ, тәменсә шәкәр, 0,5 л үҫемлек майы кәрәк.
Таҙа итеп йыуылған йәшелсәне турап, һыуҙа бер аҙ бешереп алығыҙ. Алып һыуыт­ҡас, ит үткәргес аша үткәрегеҙ һәм йәшелсә бешерелгән һыуға май һалып, 1 сәғәт талғын утта быҡтырығыҙ.
Аш һеркәһе, тоҙ, шәкәр өҫтәп, тағы ярты сәғәт бешерегеҙ ҙә, эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябығыҙ.

...

Сөгөлдөр салаты
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 1-11-2017, 10:00


Сөгөлдөр салаты4 кг сөгөлдөр, 2 кг помидор, 2 кг башлы һуған, 2 кг татлы борос, 50 г әсе борос, үҫемлек майы кәрәк.
Һуған менән татлы боросто таҙартырға ла, һаламлап ҡырҡырға, яртылаш әҙер булғанға тиклем үҫемлек майында ҡыҙҙырырға, табанан алып ит үткәргес аша үткәрергә.
Поми­дор, әсе бо­рос, сөгөлдөр ҙә ит үткәргес аша үткәрелә. Һуңынан уларҙы суйын һауытта бер сәғәт быҡтырырға. Аҙаҡтан һуған, борос, тоҙ ҡушыла. Стерил­ләнгән банкаға һалып, ҡалай ҡапҡас менән ябып ҡуйырға....

Ҡабаҡтан компот
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-10-2017, 10:00


Ҡабаҡтан компотҠабаҡтан бик тәмле компот эшләргә мөмкин. Уртаса ҙурлыҡтағы йәшелсәнең ҡабы­ғын әрсеп, эсен таҙартырға. Уны ваҡлап турап, кәстрүлгә һалырға. Өҫтөнә 2 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 2,5 – 3 стакан шәкәр һалырға. Ҡабаҡ һар­ғылт төҫ алғас (үтә күренмәле һымаҡ), уға өс ҡәнәфер ҡушырға. Уттан алғас, килеп сыҡҡан компотҡа 1/2 балғалаҡ аш һеркәһе өҫтәргә. Әҙер массаны банкаларға тултырып, стерилләргә, нығытып ябырға. Әҙер компот ананас тәме бирә....

Ҡайнатманан перәник
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 24-10-2017, 09:00


Ҡайнатманан перәник 1 стакан ҡайнатма, 1 балғалаҡ сода, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2,5 стакан он, ярты стакан шәкәр кәрәк.
Ҡайнатмаға сода һалып яҡшылап бутарға ла, өс минут тирәһе ултыртып торорға. Һуңынан ошо массаға кефир, йомортҡа, шәкәр һәм он һалып болғатырға. Май­ланған формала 40 минут тирәһе бешерергә.

...

Маринадланған кәбеҫтә
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 12-10-2017, 11:33


Маринадланған кәбеҫтә2 кг кәбеҫтәне, 1 баш һарымһаҡты турап, уртаса ҙурлыҡтағы 3 кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, барыһын да бергә бутап, 3 литрлы банкаға тултырырға һәм өҫтөнә маринад ҡойорға.
Маринад түбәндәгесә әҙерләнә. 1 литр һыуҙы ҡайнатып, уға 100 мл аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, лавр япрағы һалырға....

Ҡабаҡ менән күрәгә ҡайнатмаһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 8-10-2017, 11:29


Ҡабаҡ менән күрәгә ҡайнатмаһыҠабаҡ ҡайнатмаһын күрәгә, әфлисун, лимон, сәтләүек һалып та әҙерләргә була. 1 кг ҡабаҡҡа 200 г күрәгә, 1 кг шәкәр алына. Ҡабаҡ менән күрәгәне ит үткәргестән үткәреп, үтә күренмәле сироп яһалғансы ултыртып торорға һәм һуңынан ҡайнатып алырға.
...

Ит һәм бәшмәк тултырылған ҡабаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-10-2017, 11:25


Ит һәм бәшмәк тултырылған  ҡабаҡ
Уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ,1 кг картуф, 500 г бәшмәк, 3 баш һуған, 500 г ит, 2 кишер, үҫемлек майы алына.
Ҡабаҡты яҡ­шылап йыуырға һәм өҫтөн ҡап­ҡас итеп ҡыр­ҡып, орлоҡтарын алырға. Итте, бәшмәкте, һуған менән кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Һуңынан ҡабаҡ эсенә туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып бешерергә ҡуйырға. Тултырылған ҡабаҡты 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 2 – 3 сәғәт бешерергә кәрәк.

...

Амир Ишемгулов: «Башкирский язык - это язык международного общения»
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-09-2017, 13:53


Амир Ишемгулов: «Башкирский язык - это язык международного общения» «Башкирский язык — это не только язык бытового общения, это язык международного общения между тюркоязычными странами». Так считает председатель Исполкома Всемирного курултая башкир Амир Ишемгулов....

«Указ главы РБ о мерах по развитию государственных языков Башкортостана и языков народов республики - своевременный, актуальный и прогрессивный» - Римма Утяшева
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-09-2017, 13:51


«Указ главы РБ о мерах по развитию государственных языков Башкортостана и языков народов республики - своевременный, актуальный и прогрессивный» - Римма Утяшева
«Указ главы РБ о мерах по развитию государственных языков Башкортостана и языков народов республики — своевременный, актуальный и прогрессивный», — отметила председатель национально-культурной автономии татар в Башкортостане, депутат Госсобрания РБ Римма Утяшева.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM