НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ханума
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 26-12-2017, 07:00


Ханума
Картуф, кишер, һуған, ит иҙмәһе, көнбағыш майы, тоҙ, һары май.
Тоҙ, һыу, ике йомортҡа, он ҡушып, ҡамыр баҫырға ла, туҡмас ҡамыры кеүек йәйергә. Кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырығыҙ. Фаршҡа ҡыҙҙырылған кишер, һуған, тоҙ, борос, лавр япрағы ҡушығыҙ. Йәймәне һары май менән майлағыҙ ҙа, эслекте һалып төрөгөҙ. Һурпаһы ағып сыҡмаһын өсөн ситтәрен тоташтырығыҙ.
Ханума манты кәстрүлендә бешерелә. Бешкәс, тәгәрмәсләп ҡырҡыла, майонез йәки ҡаймаҡ менән табынға бирелә....

Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-12-2017, 09:58


Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!“Йәшлек” гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурсты асыҡ тип иғлан итә!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурс дүртенсегә үткәрелә....

Өй хәлүәһе
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 19-12-2017, 08:00


Өй хәлүәһе
4 стакан әрселгән көнбағыш, 3 cтакан он, 2 стакан шәкәр,1 стакан көнбағыш майы, ярты стакан һөт.
Көнбағышты ҡыҙҙырып, ике тапҡыр ит турағыс аша үткәрергә кәрәк. Шунан ҡыҙҙырылған он, шәкәр, көнбағыш майы, һөт һалып, бөтәһен бергә ҡушып бутағыҙ. Әҙер хәлүәне һыуытҡысҡа ҡуйып ҡатырығыҙ....

Ҡыҙыл эремсек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 16-12-2017, 06:00


Ҡыҙыл  эремсек
Бер кило аҡ эремсеккә һауыттың өҫтө күмелгәнсе һөт ҡойоп, 4 – 5 ҡалаҡ шәкәр, 1 – 2 киҫәк һары май һалып, 5 – 6 сәғәт буйы ҡыҙыл төҫкә ингәнсе ҡайнатырға. Эремсек ҡоро булмаһын тиһәгеҙ, эркетен әҙерәк ҡалдырырға онотмағыҙ.
...

Персиклы-сәтләүекле торт
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-12-2017, 07:00


Персиклы-сәтләүекле торт
Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 1 cтакан шәкәр, 1 cтакан ҡаймаҡ, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он алына.
Ингредиенттарҙың барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр эшләргә. Барлыҡҡа килгән массаны икегә бүлеп, береһенә персиктар, икенсеһенә ваҡланған сәтләүек һалырға ла, ҡыҙыу мейестә 30 – 35 минут бешерергә. Консерваланған персикты йәки башҡа емештәрҙе ҡулланырға мөмкин. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, йәймәгә сироп йәки ҡайнатма, крем яғырға. Шоколадты аҡ май, бер аҙ һөт ҡушып иретергә лә, торттың өҫтөнә һалырға.
Крем түбәндәгесә әҙерләнә. 750 г ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр һалып бол­ғатырға.
...

Ҡаҡланған ҡаҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 12-12-2017, 12:54


Ҡаҡланған ҡаҙХәҙер һәр өйҙә туңдырғыстар булғас ҡаҙ ҡаҡлау онотолған. Ә элек, бала саҡта ҡаҙ ите ашау оло байрам була торғайны. Әскелтем генә, хуш еҫле ҡош итенең тәме һаман да тел осомда тора кеүек. Быйыл ауылдан күстәнәскә ҡаҙ "осоп" килеү менән ҡала шарттарында булһа ла уны ҡаҡлап ҡарарға булдым. Интернет селтәренән рецеп эҙләп тапҡайным, һеҙҙең менән дә бүлешәм әле. Яп-ябай, әммә оҙаҡ ҡына көтөргә кәрәк.
Әҙер ҡаҙҙы тағы ла бер таҙа итеп йыуып киптереп алабыҙ. Уны эсле-тышлы тоҙ менән ныҡлап ыуырға ла, сөм һауытҡа һалып тулыһынса тоҙ менән күмергә (яҡынса 1-1,5 кг тоҙ кәрәк). Бер ай самаһы ултырғас уны тоҙонан таҙарттым. Йыуырға ярамай, ҡоро сепрәк менән генә һөртөргә.
Тоҙҙан алғас ҡаҙҙы тағы ла берәр ай еләҫ урынға (болконға) элеп торорға кәрәк. Артыҡ майы ла ағып бөтәсәк.
Ауыл ерендә кемдең мөмкинлеге бар муйыл ағасын яғып ыҫлап та алырға була....

Бәшмәк икраһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 18-11-2017, 10:00


Бәшмәк икраһы 2 кг бәшмәк, 1 ҙур кишер, 2 эре башлы һуған, 2 ҙур помидор кәрәк. Йәшелсә­ләрҙе турап, 0,5 стакан үҫемлек майы, 2 балғалаҡ тоҙ, берәй семтем шәкәр, төйөлгән ҡара борос ҡушығыҙ. 10 минут быҡтырығыҙ, шунан үткәрелгән бәшмәк өҫтәп, тағы 20 минут бешерегеҙ. Иң һуңынан 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 5 бүлкәт һарымһаҡ һалып, эҫе килеш банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябығыҙ....

Балан ҡуйырығы (повидло)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-11-2017, 09:00


Балан ҡуйырығы (повидло)
Баланды тәлгәше менән йыйып алғас, бөртөкләп тирергә. Һалҡын һыу менән сайһаң, ваҡ сүбе һыу өҫтөнә ҡалҡа. Емеш менән 5 литрлыҡ кәстрүлде саҡ ҡына тултырмайым. Өҫтөнә ярты литр һыу ҡоям да, талғын утҡа бешерергә ҡуям. Ҡайнап сығып ҡына килһә, алам. Ныҡ бешһә, төҫө бурһыу булып китә, ә былай баландың үҙ төҫө һаҡлана. Дуршлаг йәки эре тишекле иләк аша баланды һығып сығарам. Һөйәге һөҙөлөп ҡала. Шул массаға өлөшкә өлөш шәкәр һалам да, тағы бер өлөш шәкәр өҫтәп, ул иреп бөтһөн өсөн болғатып ултыртып ҡуям. Шунан табаҡты талғын утҡа ҡуйып, бер аҙ ҡайнатам. Оҙаҡ бешерергә кәрәкмәй. Төҫө һаҡлана. Повидло ҡатҡылыраҡ булһын тиһәң, һыуҙы әҙерәк ҡойорға мөмкин.

Таңһылыу Вәлиева.

...

Бейеүсе һылыуҡай
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 14-11-2017, 14:55


Бейеүсе һылыуҡай
Матур, алсаҡ, ихлас, бар яҡлап та һәләтле кешеләргә гел һоҡланып ҡарайым. Әхирәтем Айзилә Әхмәтшина ла тап шундайҙар­ҙың береһе. Тамырҙары менән хозур тәбиғәтле Бөрйәнгә барып тоташҡан ҡыҙ бәләкәй саҡтан бейеү сәнғәтенә ғашиҡ. Бигерәк тә халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡара. Был шөғөлө Айзиләне С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлегенә килтерә....

Емеш-еләктән десерт
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-11-2017, 13:00


Емеш-еләктән десерт
Еңел һәм тиҙ эшләнә. Емеш-еләктең төрлөһөн ҡулланып була.
25 процентлы 0,5 литр ҡаймаҡ, 700 г крекер печеньеһы, 200 г шәкәр, 3 банан, 3 әфлисун, 3 киви, 2 алма, 25 г желатин.
Желатинды ҡабында күрһәтелгән инструкция буйынса ебетергә. Емеш-еләкте ваҡ итеп турарға. Биҙәү өсөн бе­решәрҙән алып ҡалырға.
Ҡаймаҡҡа шәкәр һа­лып туҡырға, әҙерләнгән желатинды, емештәрҙе ҡушып, өҫтөн биҙәргә. Унан һуң десертты әҙер булғансы һыуыҡта тоторға кәрәк....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM