НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нәзифә АҠҠУЖИНА
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 12-02-2018, 10:41


Нәзифә АҠҠУЖИНА
Ҡуйы урмандарға, сылтырап аҡҡан йылғаларға, данлыҡлы ҡурайсы-йырсыларға бай төбәктә – йәмле Йылайыр районында тыуып үҫкәнмен. Йомағужа ауылы ҡыҙымын, 1998 йылдың 12 февралендә яҡты донъяға ауаз һалғанмын....

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 5-02-2018, 15:31


Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда
йәки Үҙебеҙҙең тәбиғәт балаһы икәнебеҙҙе онотмайыҡ

Ер-әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
Р. Бикбаев.

Бына, ниһайәт, яратҡан миҙгелем – көҙ етте.
Бар тирә-яҡ алтынға мансылған саҡ. Япраҡтар һары, ҡыҙғылт, көрән төҫкә буял­ған. Ошо төрлө төҫтәге ҡойолған япраҡтар әкиәттәге балаҫты хәтерләткәндәй...
Был миҙгелдең илаһи матурлығын күрергә йыл да тәбиғәт ҡосағына ашҡынам... Тирә-яҡ тып-тын. Ошо тыныслыҡты яратам мин! Төрлө уйға сумып, саф һауа һулап, рәхәтләнеп урман гиҙәм... Ҡапыл, тынлыҡты боҙоп, бөтә урманды яңғыратып көлгән тауыштар ишетелде. Мин шул яҡҡа ыңғайланым. Унда үҫмер егет һәм ҡыҙҙар күңел аса ине. Ҡулдарында – һыра шешәләре, ауыҙҙарында – тәмәке, усаҡ яҡҡандар... Янғын сығарып ебәрмәһәләр ярар ине, тигән уй башымдан сыҡманы. Үҙемдә батырсылыҡ табып, яндарына барып иҫкәртергә булдым. Йәштәр беҙҙең ауылдыҡы түгел ине. Мине күргәс, улар ниңәлер йәһәт-йәһәт кенә ҡайтырға йыйына башланы....

Голубцы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 1-02-2018, 08:00


Голубцы
300 – 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, кишер, кәбеҫтә, 1 – 2 татлы борос, 80 – 100 г ҡарабой­ҙай ярмаһы, 5 – 6 картуф, 75 – 100 мл томат һуты йәки 2 – 3 помидор, борос, йәшел тәмләткестәр, үҫемлек майы.
Бәшмәкте 40 минут тоҙло һыуҙа бешерергә. Туралған һуған, кишер, татлы борос, укроп һәм петрушка һалып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тоҙ, борос һибергә. Һыуынғас, кистән һыуҙа ебетелгән ҡарабойҙай ярмаһын өҫтәргә. Эслекте кәбеҫтә япраҡтарына төрөргә.
Кәстрүл төбөнә түңәрәкләп туралған кишер, картуф теҙергә. Голубцыларҙы һалып, томат һуты ҡойорға йәки помидор телемдәре теҙергә. Ҡайнар һурпа йәки һыу өҫтәп, лавр япрағы һалырға. 20 – 25 минутта бешә.
Табынға ҡаймаҡ һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә....

«Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 31-01-2018, 08:00


«Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше
Ҡамырға 1 стакан он, бер ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 80 г аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк. Эслеккә 500 г эремсек, 100 г ҡаймаҡ, 3 йомортҡа,1 ҡалаҡ манный ярмаһы, 0.5 стакан шәкәр, суфле әҙерләргә 3 йомортҡа ағы, 3 ҡалаҡ шәкәр оно алына.
Иң тәүҙә ҡамыр баҫырға. Онға ҡамыр йомшартҡысы һалып, май менән ыуырға. Уның өҫтөнә шәкәр менән туҡылған йомортҡа өҫтәп, ҡамыр баҫырға ла, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Унан һуң эслек әҙерләргә. Эремсеккә өс йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ҡаймаҡ һалып, блендер менән болғатырға. Суфле әҙерләгәндә өс йомортҡа ағына аҙ-аҙлап шәкәр оно һалып, уны ап-аҡ төҫкә ингәнсе күпертергә. Һыуытҡыстағы ҡамыр­ҙы алып, табаға эслек ағып сыҡмаҫлыҡ формаға килтереп йәйергә. Өҫтөнә эремсек һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға. Һуңынан бәлештең өҫтөнә суфле һылап, тағы 15 минут бешерергә. Духовканы һүндергәс, ишеген асып ҡуйығыҙ, бәлеште алмағыҙ. Ул шунда һыуынырға тейеш. Ярты сәғәттән өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа киләсәк....

Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 29-01-2018, 11:08


– Тор, ҡыҙым, тор, дәрестәреңә һуңлап ҡуйма, – тип атайым йомшаҡ ҡына тауышы менән мине иртәнге йоҡонан уятты.
Уның шулай иркәләп өндәшеп уятыуын бик яратам. Моңло бер йыр кеүек бит ул башҡорт теле.
Атайым – башҡорт, ә әсәйем татар милләтенән. Шуға ла мин башҡортса ла, татарса ла, мәктәптә дуҫтарым менән русса ла иркен аралашам. Сит ил теле дәрестәрендә инглизсә һөйләшәбеҙ. Шулай итеп төрлө телдәр белеү, һөйләшеү, уҡый-яҙа белеү, минеңсә, үҙе ҙур бәхет. Ундай кешегә төрлө белемгә юл асыҡ....

Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 26-01-2018, 10:04


Азалия МЫРҘАҒӘЛИНАИшембай районының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Биксән ауылында тыуып үҫкәнмен.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандан һуң, әле Ямал-Ненец автономиялы округының Губкинский ҡалаһында йәшәйем. Һөнәрем – балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Эшем яуаплы, бар күңелемде һалып башҡарам. Буш ваҡытымда китап уҡырға яратам. Тыуған еремә булған һағыныу хистәрен әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән баҫам.
Хыялым – донъя гиҙеп, илдәр күреп сәйәхәт итеү, тормоштоң ҡәҙерен белеп, йәмен күреп, бәхетле, парлы йәшәү.
...

Эремсекле бәлеш
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 24-01-2018, 07:00


Эремсекле бәлешЭремсекле бәлеш
2 стакан он, 1 стакан шәкәр, 200 г маргарин, 3 йомортҡа, 0,5 кг эремсек, бер семтем сода, ванилин кәрәк.
Ике стакан онға ярты ҡап маргарин, ярты стакан шәкәр, сода, ванилин һалып ыуырға. Ыуалып, таралып торған онло- ҡамырлы масса барлыҡҡа киләсәк. Айырым һауытта эремсеккә ярты стакан шәкәр, өс йомортҡа һалып болғатырға. Ҡамырҙың яртыһын майлы табаға һалғас, өҫтөнә эремсекле массаны ҡойорға һәм уның өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы һибеп сығырға. Алдан ҡыҙҙырылған мейестә бәлеш 30 минутта әҙер була.

...

Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге.
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 11-01-2018, 13:10


Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге.Башҡорттағы намыҫ, иман менән
Ярһып тибә Зәки йөрәге.
Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона,
Зәки – Башҡортостан терәге.
(Ш. Бабич).
...

Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
Объявления / Әҙәбиәт // 9-01-2018, 15:45


Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
“Йәшлек” гәзите редакцияһы мөхәрририәте республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, БР Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә Мостай Кәрим исемендәге әҙәби конкурс иғлан итә!
Конкурсҡа ирекле темаға күләме 10 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәр “Йәшлек” гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзитебеҙҙең электрон почтаһы буйынса (ye02@yandex.ru) ҡабул ителә. “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйырға, тулы исем-шәрифтәрҙе, телефон номерығыҙҙы һәм псевдонимығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Башҡа конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән әҫәр­ҙәр ҡаралмай. Хикәйәләр 2018 йылдың 10 ғинуарынан 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Бәйге ике этапта үтә. Килгән хикәйәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған.
Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың октябрь айында яһаласаҡ. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 әҫәр “Китап” нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.
Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй. Төп бүләк гонорар фондынан туплана.
Конкурстың положениеһы менән “Йәшлек” гәзитенең рәсми сайтында һәм “Бәйләнештә” төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Мөхәрририәт....

Перәник
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 6-01-2018, 08:00


Перәник
1 стакан ҡатыҡ, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 cтакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 йомортҡа.
Соданы аш һеркәһе менән һүндереп, йомортҡа һарыһы, ҡатыҡ, ҡаймаҡ һәм он ҡушып, ҡамыр баҫыр­ға. Уны 1 cм ҡалынлығында йәйеп, форма менән ҡырҡып, мейестә 15 – 20 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, йомортҡа ағына шәкәр ҡушып туҡып, шуны перәник өҫтөнә һөртөргә....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM