НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Чебурек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2018, 06:00


Чебурек
1 йомортҡа, тоҙ, 3 стакан он, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 стакан эҫе һыу кәрәк.
Йомортҡаға тоҙ һалып күпергәнсе туҡырға, он, көнбағыш майы ҡушыр­ға, эҫе һыу ҡойоп, ҡамыр баҫырға һәм ярты сәғәткә ултыртып торорға. Эслек өсөн үткәрелгән иткә тоҙ, күп кенә итеп һуған турап һалабыҙ. Чебуректар эшләп, майҙа ҡыҙ­ҙырырға....

Кириешки менән салат
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 31-03-2018, 07:30


Кириешки менән салат
Тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған туҡлыҡлы салат. Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫлан­ған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла....

Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 26-03-2018, 09:49


Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА20 йәштә. Бөрйән районы ҡыҙы – Аҫҡар ауылында тыуып үҫкән.
Гөлшат үҙе әйтеүенсә, медицинаны яратһа ла, әле бөтөнләй икенсе йүнәлештә белем ала. Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе курста уҡый. Буласаҡ һөнәре – инженер-технолог. Бер юлы “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” матурлыҡ һәм “Guzal Dance” бейеү студияларында шөғөлләнә, теннис спортын үҙ итә. Үҙе тураһында: “Мин – кеше-хәрәкәт, буш йөрөргә, тик ултырырға яратмайым. Берәй сарала, конкурста ҡатнашырға, ҡапыл уйлағанды тормошҡа ашырырға мине генә ҡушығыҙ”, – ти.
Киләсәктә Гөлшат уҡыуын тамамлап, илгә файҙа килтерергә, тормошта үҙен табып, бәхетле ғаилә ҡорорға теләй....

Үҙ асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 23-03-2018, 16:10


Үҙ асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
... Ҡыңғырау тауышын ишетеү менән барыһы ла коридорға атылды. Кабинетта минән башҡа ике ҡыҙ ғына тороп ҡалды.
– Йонсотто мине был уҡыуҙар, етмәһә, алда БДИ! – тип һүҙ башланы Зөһрә.
– Их, кейәүгә сыҡһаң ине! Ысынлап, ҡыҙҙар, берәй байға тормошҡа сығаһың да, вәссәләм! Уҡырға ла, эшләргә лә кәрәкмәй. Иң мөһиме, аҡса кеҫәңдә тулып ятасаҡ, – был уның янында ултырған Таңсулпандың һүҙҙәре.

...

Венера ҒӘЙЕТОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 19-03-2018, 10:27


Венера ҒӘЙЕТОВА
Баш ҡалабыҙ Өфөлә тыуып үҫһәм дә, бар булмышым менән үҙемде Дим буйы һылыуы тип хис итәм. Бала һәм үҫмер сағымдың иң сағыу минуттары шунда, Миәкә районының Йәнәби ауылында, үтте. Ил инәһе, тәрән аҡыллы, күпте күргән Зәйтүнә өләсәйем миңә бәләкәйҙән үк доғалар ятлатып, яҡшыны ямандан айырыр­ға, ғәҙел, кешелекле, сабыр, намыҫлы, эшһөйәр булырға, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн ғорур тороп ҡаршы алырға өйрәтте. Әсәйем иһә ҡатын-ҡыҙҙан да көслө, шул уҡ ваҡытта яғымлы ла, тырыш та зат эйәһе юҡ икәнен күрһәтте. Ошо ике яҡын кешемә мине көслө рухлы шәхес итеп үҫтергәндәре өсөн рәхмәтлемен....

Эльмира ЮЛДАШЕВА аш-һыу серҙәре менән бүлешә
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-03-2018, 07:00


Эльмира ЮЛДАШЕВА аш-һыу серҙәре менән бүлешә
Иғтибар! Яңы рубрика: “Йондоҙло табын”

Билдәле шәхестәр, беҙ яратҡан “йондоҙҙар”, талантлы кешеләр нимә бешерергә ярата? Яҡын кешеләрен ниндәй ризыҡтар менән һыйлай? Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, “Ай ҡыҙы” сериалының төп героиняһы образын башҡарған Эльмира ЮЛДАШЕВА үҙенең аш-һыу серҙәре менән бүлешә.

Чизкейк
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 300 грамм ыуалып торған ҡамырҙан (песочное) бешерелгән печенье, 100 грамм аҡ май, 600 грамм эремсекле сыр, 3 йомортҡа, 150 грамм шәкәр, бер стакан һөт өҫтө (33%), биҙәр өсөн төрлө емеш-еләк кәрәк.
Майҙы иретергә, уға блендерҙа ваҡланған печенье­ны ҡушып бутарға. Массаны формаға һалып, стакан менән тигеҙләп сығырға, ситендә күтәрмә (бортиктар) эшләргә. 200 градусҡа тиклем йылытылған духовкала 5 – 7 минут бешереп алырға.
Сырҙы миксер менән туҡырға, туҡтатмайынса яйлап ҡына шәкәр, берәмләп йомортҡа ҡушырға, иң аҙаҡ һөт өҫтөн һалып бутарға кәрәк. Ошо массаны ҡамыр өҫтөнә һалып, 200 градус эҫелектәге духовкала – 10 минут, аҙаҡ температураны 100 градусҡа тиклем төшөрөп, 1 сәғәт бешерергә.
һыуынғас, өҫтөн емеш-еләк менән биҙәргә мөмкин. Алты сәғәт тирәһе һыуытҡыста тотһаң, тағы ла тәмлерәк булыр.

Тоҙланған скумбрия балығы
Ике скумбрия балығын тоҙлау өсөн бер литр һыу, 1 балғалаҡ ҡоро гәрсис, 3 ҡалаҡ шәкәр, 5 ҡалаҡ тоҙ, 4 лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос кәрәк.
һыуҙы ҡайнатып, барлыҡ тәмләткесте һалып, тағы өс минут тирәһе ҡайнатырға. Кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, тоҙлоҡ һыуынғансы ултыртып торорға. Шул арала балыҡты ла әҙерләп өлгөрәбеҙ: эсен таҙартабыҙ, ҡанаттарын ҡырҡабыҙ. Башын һәм ҡойроғон ҡырҡып алыу мотлаҡ түгел, уны һәр кем үҙенсә эшләй. Балыҡты бөтөн килеш тә, ҙур ғына киҫәктәргә бүлеп тә тоҙларға була. Уларҙы 2 – 3 литрлы банкаға һалып, өҫтөнә тоҙлоҡто ҡойорға һәм 24 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға. Әҙер балыҡҡа көнбағыш майы ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға ла була.

Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды....

Эльвина МУСИНА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 12-03-2018, 11:00


Эльвина МУСИНА
21 йәштә, Баймаҡ районының Әмин ауылында тыуып үҫкән.
Әле Сибай сәнғәт колледжының театр бүлегендә дүртенсе курста уҡый. “Артист булыу – бала саҡтан килгән хыялым”, – ти үҙе тураһында. Эльвина шулай уҡ бейергә, йырларға ярата, КВН-дарҙа ҡатнаша, спортты үҙ итә.
Киләсәген яратҡан һөнәренә бағышларға теләй. “Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға, концерт-фестивалдәрҙә ҡатнашырға, кинола төшөргә хыялланам”, – ти маҡсатына ҡыйыу ынтылыусы ҡыҙ....

Киләсәктән хат
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 27-02-2018, 11:15


Киләсәктән хат
йәки Ғәмһеҙлек йоҡоһонан уянырға ваҡыт, халҡым!
Йылы йәй көнө... Ҡояш ҡыҙҙыра. Йылға буйында балалар һыу инә. Уларҙың шат көлөүе әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Кәртә артындағы урманда ҡоштар һайрай, ҡарлуғастар тегеләй-былай оса. Бәләкәй ҡояшҡа оҡшаған бәпембә сәскәләре хуш еҫе менән бал ҡорттарын үҙенә саҡыра. Күбәләктәр леп-леп килеп осоп үтә. Тирә-яҡта шундай гүзәллек! Был матурлыҡтан күҙҙе айырып алырлыҡ түгел…...

Алма печеньеһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 19-02-2018, 10:22


Алма печеньеһы
200 г маргарин + 50 г эслек өсөн, 500 г он, 100 мл һөт, 2 йомортҡа, 120 г шәкәр, 4 алма, 1 лимон, ванилин, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), шәкәр оно кәрәк.
Маргаринды өй температураһында иретергә. Уға он, шәкәр, йомортҡа, һөт, ванилин, ҡамыр ҡа­бартҡыс һалып ҡамыр баҫырға. 30 минутҡа һы­уыт­ҡысҡа ҡуйып торорға.
Алманы ҡырғыста ҡырып, табаға һалырға, шәкәр, маргарин йәки май өҫтәргә, ярты лимондың һутын һығырға, болғатырға һәм барлыҡҡа килгән һыу парға әйләнгәнсе әкрен утта ҡайнатырға.
Ҡамырҙы ике­гә бүлергә һәм ҡалынлығы 0,5 см булған йәймә әҙерләргә.
Йәймәне 8 өс­мөйөшкә бүлергә. Һәр береһенә 1 ҡалаҡ эслек һалып сығырға кәрәк.
Печенье 25 минутта бешә.
Әҙер булғас, өҫтөнә шәкәр оно һибергә мөмкин.
...

“Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем...”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 14-02-2018, 11:12


“Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем...”
Үлеп яратаһыңмы? Мөхәббәтеңде аңлата алмайһыңмы? Нисек һөйөүеңде белдереү тураһында баш ватаһыңмы? Нимә бүләк итергә белмәйһеңме? Улайһа, был яҙма нәҡ һинең өсөн!

- Магазин кәштәләре Яңы йыл тауарҙарынан һуң Ғашиҡтар көнөнә сувенирҙар менән тулды. Нимә генә юҡ – уларҙың күп төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша.
- Иң романтик бүләк, әлбиттә, балдаҡ. Ул йылы хистәрҙе генә белдермәй, ә киләсәктә бергә булырға теләүгә ишара яһай. Һөйгәнеңдең зауығын яҡшы белгәндә, хушбуй һайларға мөмкин. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡ йәки йөрәк формаһындағы мендәр барыһына ла тап килә.
- Бер-береһен күптән белгән парҙар, хәстәрлек күрһәтеп, кейем бүләк итә ала. Ирҙәр өсөн универсаль бүләктәр – шарф, галстук һәм ҡайыш.
- Һуңғы йылдарҙа эмоциональ бүләктәр киң танылыу яулай: массаж сеансы, һауа шарында осоу, лимузинда, атта йөрөү һәм башҡалар. Психологтар әйтеүенсә, бындай бүләктәр иң яҡшыһы. Әйбер ҡасан булһа ла ҡиммәтен юғалтасаҡ, ә яҡты хәтирәләр мәңгелеккә күңелдә һаҡланып ҡаласаҡ. Ә бына ҡул сәғәте, фото өсөн рамка, ойоҡбаш кеүек бүләктәр белгестәр тарафынан хупланмай икән. Улар етерлек кимәлдә матур хис-тойғоларҙы уята алмай, күрәһең.
- Байрам көнө мотлаҡ һауа фонарен осороғоҙ, табынығыҙға бәләкәй шәмдәр серлелек өҫтәр. Ғөмүмән, яратҡан кеше өсөн иң ҙур бүләк – һөйгәнеңдең бәхетле ихлас йылмайыуы һәм иғтибары....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM