НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“75-СЕ ЭКСПРЕСС” ҡайҙа илтә?
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 9-05-2014, 08:10


“75-СЕ ЭКСПРЕСС”   ҡайҙа илтә?14 майҙа Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һеҙҙе 75-се ижад миҙгелен ябыуға арналған тамашаға саҡыра. “75-се экспресс” тамашасыларҙы мәҙәни усаҡ барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклемге иҫтәлекле ваҡиғалар, даталар буйынса сәйәхәткә саҡыра. Концертта филармонияның барлыҡ артис­тары һәм коллективтары ҡатнаша. Шулай уҡ тамашасыларҙы төрлө бүләктәр һәм сюрприздар көтә.
Төрлө музыка жанрҙарынан торған концерт программаһы, үҙенсәлекле биҙәлгән сәхнә, фойелағы актерҙарҙың антик осорҙағы образдарҙа тере һын булып тороуы һәм башҡа ҡыҙыҡлы күренештәр һәр кемдең күңеленә хуш килер. Филармонияның “тыуған көнөнә” рәхим итегеҙ, дуҫтар!...

Ҡыштырлатып гәзит уҡымаһам, күңелем булмай…
Объявления / Гәзиткә яҙылыу // 9-05-2014, 02:37


Ҡыштырлатып гәзит уҡымаһам, күңелем булмай…Гәзит уҡыусылар, редакцияға шылтыратып, фекерен еткерһә, йә баҫмабыҙға ҡағылышлы кәңәштәрен бирһә, күңел үҫеп, илһамланып китә. Шулай, бер дуҫыбыҙ: “Гәзитте интернет алмаштыра, тип әйтәләр, нисек инде гәзит бөтһөн, ҡулыма алып тороп ҡыштырлатып уҡымаһам, бер ҙә генә ҡәнәғәтлек кисермәйем”, – тигәйне. Шундай уҡыусылар барҙа, нисек кәйеф күтәрелмәһен инде!
“Йәшлек”кә 2014 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 646 һум 44 тин. Шулай уҡ почта бүлексәһендә абонент йәшниге асып, шунан үҙегеҙ алып йөрөү мөмкинлеге лә бар. Был осраҡта подписка хаҡы күпкә арзаныраҡ буласаҡ.
Баҫмабыҙҙың индексы – 80148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!...

Умартасыларға ярҙам
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2014, 14:19


Умартасыларға ярҙамБал ҡорттарын ҡарау, аҫрау серҙәрен өйрәнергә теләгән умартасыларға, фермерҙарға практик ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ китаптар, бал ҡорттарына тәғәйенләнгән дарыуҙар, яһалма балауыҙ, бал ҡорто (дүрт рамлы) пакеттар һатыласаҡ.
Район умартасыларына барып ярҙам күрһәтеү ваҡыты:
Ауырғазы, Ғафури, Ишем­бай, Федоровка, Көйөргәҙе – апрель – июнь айҙары.
Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет, Архангел, Ҡырмыҫҡалы – июнь – сентябрь.
Мәләүез, Күгәрсен райондары (Смаҡ – Нөгөш, Йомағужа – Бикбулат – Мәҡсүт йүнәлеше) – апрель – сентябрь....

Яңғыҙҙар, һеҙҙе көтәбеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2014, 14:04


Яңғыҙҙар, һеҙҙе көтәбеҙ!Ғаилә ҡорорға те­ләүсе егеттәр, ҡыҙ­ҙар! Өфө ҡалаһынан димсе Зимфира һеҙ­гә парығыҙҙы табырға, ҡауышырға ярҙам итергә әҙер. Һәр кеше менән индивидуаль эш алып барыла, кәрәк булған осраҡта психологик ярҙам күрһәтелә. Хеҙмәттәр – түләүле.
Тел. 89093454446, (347) 251-20-45 (Зимфира)....

Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-03-2014, 13:59


Искәндәр гүзәл тәбиғәтле, данлы шәхестәргә бай төбәктәрҙең береһе – Белорет ра­йо­нында донъяға килә, тыуған еренең бар матурлығын, сафлығын һеңдереп үҫә, ҡыҫҡа ваҡытта моңло тауышы, дәртле йырҙары менән тамашасы һөйөүен яулап өлгөрә.
Бөгөн ул башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙҙар”ының береһе. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Тәү тапҡыр үҫмер сағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында сәхнәгә сыға һәм башҡорт халыҡ йыры менән тамашасыны таң ҡалдыра. Буласаҡ йырсы Өфө сәнғәт училищеһында, дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Студент йылдарында “Өфө егеттәре” төркөмө составында халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Искәндәр Ғәзизов башҡарыуында “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә” һәм башҡа йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде....

Һаҡ булығыҙ, Лилиә Фәтихова!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-03-2014, 13:59


Ишеттегеҙме? Башҡортос­тандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова розыскыла, имеш! Эйе, бына әллә нисә аҙна буйы төрлө битлектәр кейгән ханымды илдең иң яҡшы оперативниктары эҙләй икән! Тик барыһы ла бушҡа ғына, нәфис һүҙгә маһир, баянда, мандолинала оҫта уйнаған, моңло йырлаған ҡатын һис тә эҙенә юлыҡтырмай, ти, тапҡыр, шаян һүҙҙәрен һөйләп, бар халыҡты көлдөрөп ҡасып йөрөүен белә....

Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-08-2013, 12:28


(“111 көн комала ятҡан ҡатын сәләмәт бала таба”, “Йәшлек”, №45, 14 июнь, 2013 йыл)
Йөклө көйө 111 көн буйы комала ятып, һау бала тапҡан Хәйбулла ҡыҙы Лилиә Илембәтованың яҙмышы, моғайын, бер генә гәзит уҡыу­сыны ла битараф ҡалдырмағандыр. Ул табиптар һәм әсәһе тырышлығы менән күп ауырлыҡтарҙы еңгән, тик көрәш тамамланмаған әле. Лилиәгә артабан да дауаланыу талап ителә, хәле шәптән түгел. Ошо арала уға Екатеринбург ҡалаһында оҙайлы реабилитация курсы үтергә кәрәк. Ә унда бер ай дауаланыу 500 мең һум тора. Лилиә Илембәтованың ата-әсәһе хаҡлы ялда. Ауыл кешеләре өсөн был аҙ аҡса түгел, шуға ла бергәләшеп ярҙам итәйек. Һәр ҡайһыбыҙ ҡулынан килгән тиклем аҡса күсергән хәлдә, кәрәкле сумма ваҡытында йыйыласаҡ....

Рауилды белеүселәр булһа…
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-03-2013, 12:18


Рауилды белеүселәр булһа…
18 мартта Өфө районының Булгаков ҡасабаһында йәшәүсе 7 йәшлек Рауил Ҡотләх­мәтов уйнарға сығып киткән еренән юғалған. Уларҙың ғаиләһе биш йыл инде полицияның бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһында иҫәптә тора. Әсәләре дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләй. Иң бәләкәй ҡыҙҙарына 3 йәш....

Азат Биксурин һәм уның “Яңы дуҫтар”ы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-03-2013, 11:43


Март айы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Халыҡ-ара джаз фестивале, “Каруанһарай» төркөмөнөң, Сәйҙә Ильясованың концерты, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың хәтер кисәһе... Был тамашалар араһында Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин тәҡдим иткән “Яңы дуҫтар” исемле концерт айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Унда билдәле ҡурайсы “Сураман” төркөмө менән сығыш яһаясаҡ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM