НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уның йәшәгеһе килә
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-11-2010, 11:38


Уның йәшәгеһе киләЯҙмыш тигәнең ниндәй генә һынау ҡуйһа ла, әҙәм балаһы һәр саҡ көрәшергә, башына төшкән бәләне еңергә, ышанысын юғалтмаҫҡа көс таба. Был – кешенең сабырлығын күрһәткән, аҡылын асҡан мөһим сифаттар. Ошо турала уйланғанда, бер йыуатыу һүҙе иҫкә төштө: имеш, Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына йәне күтәрә алған ҡайғыны бирә, көс тапмаҫлығынан үҙе үк аралай. Ысынлап та, шулай булһасы! Егерме ике йәшендә ҡатмарлы сиргә дусар булып, бөгөн әжәл менән ғүмер араһында көрәшкән Екатерина Хәбибуллина өсөн борсолғанда, шулай тип уйланым....

Иғлан
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 9-11-2010, 09:18


Республиканская молодежная газета «Йэшлек» предлагает организациям, предприятиям и фирмам опубликовать сообщения о существенном факте, о проведении тендера /конкурса/, отчеты о годовых собраниях, бухгалтерские балансы.
Телефоны для справок: 272-47-59, 8-963-134-09-05.
Е – mail: reklama_rb@bk.ru
...

Cалауат батыр төйәгенә арнала
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 26-10-2010, 10:39


Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ тарихын яҡтыртҡан китаптарҙың даими донъя күреүе ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә Сәнә Сабирйәнованың милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған районына арналған китабы сыҡты. Уның райондың 75 йыллығы алдынан сығыуы уғата һөйөнөслө.
Бай йөкмәткеле күркәм китаптың исем туйы 2 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла республика Милли китапханаһының Октябрь революцияһы урамындағы 10-сы йортта урынлашҡан филиалында уҙа.
Т. АМАНОВ.
...

«Бишбармаҡ»тан ауыҙ итегеҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 19-10-2010, 10:11


Хип-хоп, рэп менән мауығыусылар күптән һағынып-һағынып көткән сара килеп тә етте – ошо аҙнала йома көндө «ТТ» клубында «Бишбармаҡ» халыҡ-ара төрки телдәр хип-хоп фестивале уҙасаҡ...

ЭҘЛӘЙБЕҘ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 16-10-2010, 09:25


ЭҘЛӘЙБЕҘ!1971 йылда тыуған Тубулова Нәзифә Тимербулат ҡыҙы 2010 йылдың 10 июлендә Күгәрсен районының Бикес ауылынан билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Уны күреп белеүселәр булһа, ошо телефондарға шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ: 8 927 35 69 066 һәм 8 (34763) 34-44-71.
Туғандары.
...

Иғлан
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 9-10-2010, 09:44


«Афарин» ижад студияһы башҡорт телен­дә балаларҙың тыу­ған көндәрен, байрамдар үткәрә. Шу­лай уҡ Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай менән Ҡарһы­лыуҙы ла саҡыра алаһығыҙ.
Телефондар:
8 937 33 55 235,
8 937 30 50 421.
...

Иғлан
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-10-2010, 09:51


Яҡшы тороштағы 1989 йылғы ЗИЛ – 157 һәм 1991 йылғы ГАЗ – 3307 машиналары һатыла (документһыҙ).
Телефон: 8 (347-74) 26-4-33 (Айҙар)....

Иғтибар! «Тура бәйләнеш»
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-09-2010, 11:44


Иғтибар! «Тура бәйләнеш»Гәзитебеҙҙең сираттағы ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Зиннәт Абдулла улы АЛЛАЯРОВ. 15 сентябрҙә сәғәт көндөҙгө 3-тән 4-кә тиклем мәғариф системаһындағы үҙгәрештәргә, яңылыҡтарға, белем биреү программаларына, милли-төбәк компонентын уҡытыу мәсьәләһенә ҡағылышлы үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, тура яуап ала алаһығыҙ.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 273-46-38....

Йәшлек дуҫтарым, һеҙ ҡайҙа?
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 31-08-2010, 10:44


Йәшлек дуҫтарым, һеҙ ҡайҙа?Мин, Мырҙагилдин Фәрит Закир улы, йәшлек дуҫтарым, армияла бергә хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәремдең тормошо, яҙмышы менән ҡыҙыҡһынам.
Беҙ, Башҡортостан егеттәре, 1956 – 1959, 1960 йылдарҙа Төркмәнстандың Мары, Кушка ҡалаларында 73842-се хәрби часта хеҙмәт иттек, бик татыу, ярҙамсыл, намыҫлы булдыҡ. Ошо фотоһүрәттә булған иптәштәр үҙҙәрен танып, хәбәр ебәрһен йәки телефондан шылтыратһын ине. Мин уларҙы әле лә һағынып иҫкә алам. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
...

Билдәһеҙ малайҙы белеүселәр бармы?
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 24-08-2010, 19:35


Билдәһеҙ малайҙы белеүселәр бармы?31 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы эргәһенән үткән Булгаков – Бекетов трассаһында билдәһеҙ малай табыл­ған.
Бала һөйләшмәй, шунлыҡтан уның үҙенең һәм ата-әсәһенең кемлеген белеп булмай.
Баланың билдәләре: ҡарап тороуға 5 – 6 йәш, буйы – 90 – 95 см, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле. «Тачки» мультфильмынан төшөрөлгән һүрәтле ҡарағусҡыл һары төҫтәге футболка, күк төҫтәге шаҡмаҡлы шортик, аяғына ҡара төҫтәге кроссовка кейгән.
...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM