НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Йәшлек» менән бергә булайыҡ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 18-06-2011, 11:22


Башҡортостаныбыҙҙа сыҡҡан барлыҡ баҫмаларҙы ла яратам, ә шулай ҙа, иң яратҡаным, күңелемә яҡыны – «Йәшлек».
«Йәшлек» менән  бергә булайыҡ!Яратҡан баҫмам өйҙә лә, эштә лә, юлда ла һәр саҡ минең менән. Унан бер генә көнгә лә айырылғаным юҡ. Дуҫтарым, яҡындарым да «Йәш­лек»кә тоғро икәнемде, унһыҙ йәшәй алмауымды белә. Минән күреп, күптәре гәзитте яҙҙырып йә һатып алып уҡый башланы, бай йөкмәткеле баҫма күптәрҙең күңеленә хуш килде. Гәзитте уҡымлы, ҡыҙыҡлы итеп сығарыуға күп көс һалған йәшлектәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Үҙ эшен тырышып, яратып башҡарғандарҙың хеҙмәт емеше ул «Йәшлек». Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡын, улар һәр ваҡыт үҙ уҡыусылары менән осрашып, аралашып йәшәй. Шулай булмай ни, тағы ҡайһы гәзиттең журналистары ҡыштың сатнама һыуыҡ көнөндә ауыл ерендә көн итеүсе уҡыусыһының баҡсаһында ҡар тотоп, ә йәйен миндек бәйләшеп йөрөй?...

«Тамаша» журналының 3-сө һаны донъя күрҙе
Әҙәбиәт / Объявления // 14-06-2011, 13:44


«Тамаша» журналының   3-сө һаны донъя күрҙеБилдәле урыҫ шағиры Андрей Вознесенскийҙың «Я вышел в сайт» исемле поэмаһын күптәр уҡығандыр, моғайын. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, сайтта сәйәхәт итеүенән башланып китә ул, мәктәп программаларынан беҙгә яҡшы таныш шиғри әҫәрҙәрҙән цитаталар ҡулланылған был әҫәрҙә виртуаль һәм реаль донъялар тураһында фәлсәфәүи фекерҙәр ярылып ята. Нимә һуң ул интернет һәм уны файҙаланыуҙа ниндәй ҡаршылыҡтар килеп тыуа? Сираттағы «Мөхәррир һүҙе» ошо турала.
Драматургияның, башҡорт драматургияһының киләсәге бармы? Апрель айында Өфөлә Баш­ҡортостан яҙыусыларының ХV съезында драматургия секцияһы етәксеһе, танылған драматург Наил Ғәйетбайҙың сығышы сәнғәттең был төрөн айырыуса үҙ итеүселәр өсөн генә түгел, барлыҡ журнал уҡыусыларыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр....

Гәзитебеҙгә яҙылып, «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 14-06-2011, 12:48


Ҡәҙерле дуҫтар, быйылғы йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ни бары бер генә аҙна ваҡыт ҡалды. Әлбиттә, әлеге мәлдә ауылда ҡылды ҡырҡҡа ярыр мәл: йәшелсә баҡсаларындағы сүп-сарҙы, ям­ғырҙар­ҙан һуң дәррәү күтәрелгән картуфты утайһы бар. Шулай ҙа эш менән мауығып, рухи тормошоғоҙ тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ – яратҡан «Йәшлек» гәзитенә квитанция тултырып, беҙҙең «Йәшлек» – фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ. Гәзитебеҙгә иң беренселәр­ҙән булып яҙылып, тиражын мөмкин тиклем дөрөҫ күҙаллаған тәүге 50 ке­шене, һәр ваҡыттағыса, бүләктәр һәм ҡыҙыҡлы сюрприз көтә. Тик бының өсөн әлеге һанда ба­ҫылып сыҡҡан купонды ентекләп тултырып, тиҙерәк редакцияға ебәреүегеҙ һорала. Ку­понға, иң мөһиме, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙҙең тиражы күпме буласағын фаразлаған һандар­ҙы, исем-шәрифегеҙҙе һәм теүәл адресығыҙҙы, хатта телефон номер­ҙарығыҙҙы (өй­ҙөкө лә, кеҫәнеке лә ярай) яҙып ебәреүегеҙ мотлаҡ....

Беренсе урынға – 4000 һум!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-06-2011, 09:40


Хат ташыусылар, еңегеҙҙе һыҙғанығыҙ! Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында тоғро дуҫтарыбыҙ – почтальондарҙы тағы ла әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ. Һеҙҙең өсөн, тик һеҙҙең өсөн генә үҙенсәлекле конкурс иғлан ителде: республика баҫмаларына иң күп яҙылыу ойоштороусылар аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк. Уның күләме I урын өсөн – 4000, II урынға – 3000, III урынға – 2000 һум....

Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе булыр?
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-06-2011, 09:36


Баймаҡ районының Темәс ауылында 18 июн­дә үтәсәк һабантуйҙа ҡы­мыҙсыларҙың район конкурс-күргәҙмәһе лә ойош­тороласаҡ.
Ул Темәс ауылы халҡы ла әүҙем ҡушылған «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсына ба­ғышлана. Унда баш­ҡорт милли эсемлеген шәхси етештереүселәр генә ҡатнашасаҡ. Кон­курста ҡатнашҡан һәр кеше шифалы эсемлектең «ви­зит карточкаһы»н тәҡдим итәсәк. «Темәс» башҡорт та­рихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Нур Ҡолмырҙин әй­теүенсә, был сара иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға теләүселәр өсөн бик ҡулай буласаҡ, шулай уҡ халыҡ үҙ ата-бабаларының мәҙәни ми­раҫына ғәмәлдә ылыҡ­тырыласаҡ....

Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-06-2011, 09:35


Юҡ, дуҫтар, һеҙҙе ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер артынан сиратҡа йүгерергә саҡырмайбыҙ, «тауарыбыҙ» рухи яҡтан ҡиммәткә эйә – «Йәшлек»кә яҙылырға онотмағыҙ, тиеүебеҙ. Әйткәнебеҙсә, хаҡтарҙы һеҙҙең ҡарамаҡҡа көйләгәнбеҙ: беренсе ярты йыллыҡта 80148 индекслы (шишәмбе һәм шәмбе һандары) гәзитебеҙгә яҙылыу 371 һум да 22 тин тора ине, икенсеһендә ул 351 һум 72 тингә тиклем кәмене. Шәмбе һанын ғына алдырырға теләүселәр 16144 индекслы «Йәшлек»кә лә арзанғараҡ яҙыла ала. Ҡышын хаҡ 302 һум да 16 тин булһа, әле 294 һум 18 тинегеҙ ҙә етә....

Профессиональное училище № 13 г. Уфы обьявляет прием учащихся
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 11:06


Государственное образовательное учреждение начального профессионального образования ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ УЧИЛИЩЕ № 13 г. Уфы ОБЪЯВЛЯЕТ П Р И Е М У Ч А Щ И Х С Я на 2011 – 2012 учебный год на обучение по профессиям, пользующимся спросом на рынке труда ПРИНИМАЮТСЯ: ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ УЧИЛИЩЕ № 13 г. Уфы ОБЪЯВЛЯЕТ ПРИЕМ УЧАЩИХСЯ. Мастер отделочных строительных работ, Мастер общестроительных работ, Монтажник технологического оборудования, Автомеханик, Сварщик, Электромонтер по ремонту и обслуживанию электрооборудования...

«Нурул Ислам» мәҙрәсәһе яңы 2011–2012 уҡыу йылына шәкерттәр ҡабул итә
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 11:03


Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының урта һөнәри дини белем биреүсе «Нурул Ислам» мәҙрәсәһе (Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан) 2006 йылдан рәсми рәүештә эшләй. Юстиция министрлығында (1060200011376 һаны менән 30.05.06) теркәү үтте һәм Мәғариф министрлығының дәүләт лицензияһын (А серияһы 256602 һаны менән 24.12.07) алды. Мәҙрәсәлә белем алыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу рәүешендә ойошторола. Уҡыу һәм йәшәү түләүһеҙ. Имам-хатип, мәзин, мөғәллимдәрҙең квалификацияһын күтәреү эше алып барыла....

Осрашыуға саҡырабыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 11:01


Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын 1970−1971 уҡыу йылында тамамлаусыларҙы 11 июндә үтәсәк осрашыуға саҡырабыҙ. Сара сәғәт көндөҙгө 11-ҙә акттар залында башлана. Белешмә өсөн Рифҡәт Шәйәхмәт улы Ғәбитовҡа 8-917-40-20-679 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә....

Зауральский филиал БГАУ обьявляет прием абитуриентов в Сибае
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 10:59


Зауральский филиал
Федерального государственного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Башкирский государственный аграрный университет» объявляет прием абитуриентов на 2011 – 2012 учебный год по следующим направлениям:Агрономия Зоотехния Агроинженерия Экономика Менеджмент Ветеринария...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM