НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Эремcек запеканкаһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 30-05-2017, 17:00


Эремcек запеканкаһы 500 г эремсек, 1 стакан кефир, 2/3 стакан шәкәр, ярты стакан манный ярмаһы, 1 ҡап ванилин, 5 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡа­барт­ҡыс (разрыхлитель) кәрәк.
Манныйға кефир ҡойоп болға­тыр­ға һәм 20 минутҡа ултыртып торорға.
Йомортҡаларҙың һарыһын ағынан айырырға.
Йомортҡа һарыһын эремсек, ҡамыр ҡа­бартҡыс, манный, кефир һәм ванилин менән яҡшылап бутарға.
Йомортҡа ағы­на аҙ-аҙлап шә­кәр һалып туҡыр­ға һәм эремсеккә ҡушырға. Майланған табаға һалып, бешерергә ҡуйырға.
...

“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 29-05-2017, 15:01


“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”Мәктәптәрҙә яңғыраған Һуңғы ҡыңғырау байрамына “Йәшлек”тәр ҙә ҡыҙыу әҙерләнә. өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышын 19 майҙа йомғаҡланыҡ....

Һарыҡ итенән шешлек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 21-05-2017, 12:00


Һарыҡ итенән шешлек
Һарыҡ ите өсөн маринад: 6 баш һуған, ярты стакан 3 процентлы аш һеркәһе, 4 помидор, 1 лимон, аджика, киптерелгән барбарис, 20 грамм һарыҡтың эс майы, тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр.
Итте турарға, һауытҡа һалып, борос, тоҙ, һуған, лимон һуты, аш һеркәһе һалып бутарға. Ауыр әйбер менән ҡаплап, дүрт сәғәткә ситкә ҡуйып торорға. Һыуыҡ урын булыуы мотлаҡ түгел.
Шампурға ит киҫәктәрен помидор, һуған менән сиратлап теҙеп бешерергә....

Тауыҡтан шешлек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-05-2017, 15:57


Тауыҡтан шешлек
1-се ысул: 1 кг тауыҡ ите, 1 баш һуған, 100 г майонез, тәмләткестәр.
Тауыҡты вағыраҡ киҫәктәргә ҡырҡҡыларға, тоҙ һәм борос һибергә. Һуғанды балдаҡлап турарға, майонез һалып бутарға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушырға ла, ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Әгәр тауыҡтың аҡ ите лә бар икән, һыуытҡыста тағы ла оҙағыраҡ тоторға тура киләсәк. Итте турар алдынан йылымыс һыуҙа йыуалар.
2-се ысул: 1 кг тауыҡ ҡанаты, 5 г кипкән базилик, 350 г магазин ҡаймағы (артыҡ майлы булмаһын), ҡара һәм ҡыҙыл борос, тоҙ.
Ҡанаттарҙы яҡшылап йыуырға. Ҡаймаҡҡа тоҙ, базилик һәм борос өҫтәп бутарға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ит һыуытҡыста өс сәғәт самаһы торһон. Шешлекте ҡыҙҙырған ваҡытта йыш-йыш ҡына әйләндереп торорға онотмағыҙ....

Эремсекле кекс
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-05-2017, 16:05


Эремсекле кексКексты әҙерләү өсөн 400 г эремсек, 200 г маргарин, 1 стакан шәкәр, 3 йомортҡа, 100 г йәки 5 ҡалаҡ крахмал, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 150 г он, ярты лимондың ҡабығы кәрәк.
Майға шәкәр, һуңынан эремсек, йомортҡа һалырға. Лимон ҡабығын ыуғыста ыуырға һәм ҡамырға өҫтәргә. Аҙлап-аҙлап он, крахмал, ҡамыр ҡабарт­ҡыс ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Махсус кекс формаларына һалырға һәм 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә....

Еңел бәлеш
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-05-2017, 16:03


Еңел бәлешҠамыр өсөн 4 ҡалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, 2 йомортҡа, 1 стакан он кәрәк. Эслеккә 500 г фарш, һуған, 2 – 3 картуф, тәмләткестәр алырға. Майланған табаға ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр­ҙың яртыһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә фарш менән ҡырғыста ыуылған картуфты һалабыҙ һәм ҡалған ҡамыр менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Бәлеш ҡыҙыу мейестә 0 – 45 минут бешә.
...

Илатмайыҡ ҡайындарҙы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 30-04-2017, 06:00


Илатмайыҡ ҡайындарҙыӘле ҡайындарҙың һутҡа тулышып ҡына ултырған мәле. Яҙҙың тәүге яртыһында халыҡ ҡайын һутына йөрөй башлай ҙа инде.
Аңлайым, йылына бер тапҡыр ғына булһа ла, тәнгә көс-ҡеүәт бирә торған эсемлекте һәр кемдең тәмләп ҡарағыһы киләлер. Әммә дөрөҫ итеп кенә ҡайын һутын алырға өйрәнәйексе. Бәләкәй генә уйым яһап та, уға көпшә ҡуйып, һыуҙы ағыҙып алып була. Юғиһә күптәр ағасты балта менән тумырып, һут эсеү урыны яһай. Ҙур улаҡтар ҡуялар. Һуңынан был урынды ямап ҡуйып та булмай. Һөҙөм­тә­лә ағастың йә­шәү һуты япраҡ ярыуға китмәй, ағып тик тора. Яраға паразит бәшмәктәрҙең споралары үтеп инеп, ҡайынды ауырыта. Бер нисә йылдан ул ағас үҙәгенән сереп һынып, ҡороп ултырасаҡ. Минеңсә, диләнкәгә бирелгән урындарҙа ҙа ҡайын һуты йыйыу­ҙы ойошторорға була. Йәш ағастарҙы бөтөнләй зарарламағыҙ. Илатмайыҡ ҡайындарҙы!
Н. СӘҒИТОВА.
Ҡариҙел районы....

Башҡорт теле – минең телем
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 17-04-2017, 11:15


Башҡорт теле – минең телемМинең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...

Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшәлә килә. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
...

Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 15-04-2017, 13:16


Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәкҠайныбыҙ Айытбай һәм бейемебеҙ Рәхимә Ҡәҙерғоловтар балаларын, бәхет нигеҙе – тырыш хеҙмәттә, тип тәрбиәләй

Мул һыулы, гүзәл тәбиғәтле Ейәнсура ерендә егәрле матур ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Үрге Бикбирҙе ауылында йәшәүсе ҡайным Айытбай Кинйә­бай улы һәм бейемем Рәхимә Сәйеткәрәй ҡыҙы Ҡәҙерғоловтар....

Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 13-04-2017, 13:11


Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошлоРайхана һәм Сабир Күжәбаевтар хеҙмәттә лә, донъя көткәндә лә һынатмай
Ҡәҙерле кешеләребеҙ хаҡында яҙып, уларға оло хөрмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек биргән “Йәшлек”кә ҙур рәхмәт! Минең ҡайны-ҡәйнәм, Райхана һәм Сабир Күжәбаевтар, бына инде 35 йыл Бөрйән районының Әтек ауылында татыу өлгөлө ғаилә булып йәшәй.


...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM