НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Бал байрамы»на рәхим итегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 9-07-2011, 13:04


23 июлдә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу йылына арналған республика «Бал байрамы» үтәсәк.
Сараны Башҡортостан Респуб­ликаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойоштора. Байрамдың төп маҡсаты – ауыл халҡын һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы балдың төрлө төрҙәре, тәмдәре, дауалау мөмкинлектәре менән таныштырыу. Шулай уҡ байрамда төрлө тамашалар, бал һатыу һәм ҡортсолоҡ күргәҙмәләре ойошторола. «Иң күп бал һатыусы», «Иң йәш умартасы» һ. б. номинациялар буйынса еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Республика «Бал байрамы» Сәйетбаба ауылының Партизан урамында, Өйә йылғаһы буйында көндөҙгө сәғәт берҙә башлана....

«Йәшлек»кә яҙылыу ваҡыты оҙайтылды
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 25-06-2011, 14:45


Дуҫтар! «Йәшлек»кә яҙылыу ваҡыты оҙайтылды. Гә­зиткә яҙылып өлгөрмәгәндәргә яҡшы хәбәр еткерергә ашы­ғабыҙ: «Йәшлек»кә подписка 30 июнгә тиклем дауам итә.
80148 индекслы (шишәмбе һәм шәмбе һандары) гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡы – 351 һум 72 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Бер юрамыш: кем «Йәш­лек»кә яҙыла, быйыл уның картуфы уңа. (Шаярыу түгел)....

Осрашайыҡ, һабаҡташтар!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 25-06-2011, 13:36


Сибай педучилищеһын 1976 йылда тамамлауға 35 йыл да булып китте. Мәктәп һәм хеҙмәткә өйрәтеү бүлегенең А, Б, В, Г төркөмдәрен тамамлаусы хөрмәтле һабаҡташтарыбыҙ, йәшлек хәтирәләрен яңыртып, дәрт-дарманды хисләндереп алайыҡсы.
Бөтәгеҙҙе лә 2 июлдә 12 сәғәттә туған уҡыу йортобоҙ эргәһендә осрашыуға саҡырабыҙ.

Белешмәләр өсөн телефон: 89276388228 (Фирҙәүес), 89273161209( Азамат)....

Торг не состоялся!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 25-06-2011, 13:05


Организатор торгов – Замурагин М.А. сообщает о результатах проведения открытых торгов в форме аукциона по продаже имущества ООО "Торговый дом "Полина" (450097, г. Уфа, ул. Заводская, 13, ИНН0275028579) назначенных на 20.06.2011 г. Торги признаны несостоявшимися ввиду отсутствия заявок....

«Рух» рок төркөмөнә – 20 йыл
Мәҙәниәт / Объявления // 21-06-2011, 18:17


«Рух» рок төркөмөнә – 20 йылҮткән быуаттың 90-сы йылдарында «Рух» төркөмө бик күптәрҙе үҙенә ғашиҡ иткәйне... 2 июлдә Хәйбулла районының Аҡьяр ауылында уның 20 йыллығына арналған «Бөйөк дала» рок һәм популяр музыка фестивале ойоштороу күҙаллана. Фестивалдең кураторы һәм «Рух»тың администраторы Юлай Асҡаров әйтеүенсә, сара конкурс түгел, унда тел сиктәре лә юҡ. Төп бурыс − «тере» рокты һәм эстраданы популярлаштырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, йәш йырсыларға булышлыҡ итеү. Фестивалдә 8 − 10 йыр башҡа­рыр­ға кәрәк, йырҙарҙың «Рух» төркөмө репертуарынан булыуы ла мөмкин, мотлаҡ фонограммаһыҙ, «тере» та­уыш­ҡа йырларға, эстрада, джаз, шансон жанрҙары булыуы мөһим.
Әле Өфөнән, Учалы, Баймаҡ, Салауат, Магнитогорск, Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарынан ҡатнашырға теләүселәр бар....

Санъяп ауылында Шәжәрә байрамы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 21-06-2011, 11:56


Иғлан . 25 июндә Күгәрсен районының Санъяп ауылында Шәжәрә байрамы уҙасаҡ. Барлыҡ ауылдаштарҙы ошо сарала көтөп ҡалабыҙ.
Сәғәт 11-ҙә башлана.
Ойоштороу комитеты....

Осрашайыҡ, курсташтар!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 21-06-2011, 11:42


Осрашайыҡ, курсташтар! БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус бүлеген 1986 йылда тамамлаған курсташтарыбыҙҙы 25 июндә үтәсәк осрашыуға саҡырабыҙ. Һеҙҙе сәғәт 12-лә БДУ алдында көтәбеҙ.
Бәйләнеш өсөн телефондар: 89174795135 (Гамлет), 89063758709 ( Тәнзилә)....

Депутатҡа һорау бирегеҙ
Новости / Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 20-06-2011, 16:21


Депутатҡа һорау бирегеҙШишәмбелә, йәғни 21 июндә, «Йәшлек» гәзите редакцияһында сәғәт 11-ҙә башланасаҡ «тура бәйләнеш»тә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов милләттәштәребеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һорауҙарығыҙҙы (347)-273-46-38 телефоны буйынса шылтыратып та бирә, электрон почта (ye02@yandex.ru) аша ла ебәрә алаһығыҙ....

«Йәшлек» - фараз»да ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 18-06-2011, 16:01


Һуңғы йылда гәзиткә яҙылыусылар өсөн шәп ярҙам уйлап тапҡайныҡ, хәтерегеҙҙә булһа – кем дә кем баҫманың яңы тиражын дөрөҫ фаразлай, редакция коллективы менән уның өйөнә барып, берәй «елле» генә эшен башҡарып китә инек. Был юлы ла фаразлаусылар өсөн арыу ғына сюрприз бар. Бының өсөн һеҙгә гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен, фараз яҙыл­ған купонға тулы адресығыҙҙы, исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы ла теркәп, редакцияға ебәрергә генә ҡала....

«Йәшлек» менән бергә булайыҡ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 18-06-2011, 11:22


Башҡортостаныбыҙҙа сыҡҡан барлыҡ баҫмаларҙы ла яратам, ә шулай ҙа, иң яратҡаным, күңелемә яҡыны – «Йәшлек».
«Йәшлек» менән  бергә булайыҡ!Яратҡан баҫмам өйҙә лә, эштә лә, юлда ла һәр саҡ минең менән. Унан бер генә көнгә лә айырылғаным юҡ. Дуҫтарым, яҡындарым да «Йәш­лек»кә тоғро икәнемде, унһыҙ йәшәй алмауымды белә. Минән күреп, күптәре гәзитте яҙҙырып йә һатып алып уҡый башланы, бай йөкмәткеле баҫма күптәрҙең күңеленә хуш килде. Гәзитте уҡымлы, ҡыҙыҡлы итеп сығарыуға күп көс һалған йәшлектәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Үҙ эшен тырышып, яратып башҡарғандарҙың хеҙмәт емеше ул «Йәшлек». Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡын, улар һәр ваҡыт үҙ уҡыусылары менән осрашып, аралашып йәшәй. Шулай булмай ни, тағы ҡайһы гәзиттең журналистары ҡыштың сатнама һыуыҡ көнөндә ауыл ерендә көн итеүсе уҡыусыһының баҡсаһында ҡар тотоп, ә йәйен миндек бәйләшеп йөрөй?...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM