НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Умартасыларға ярҙам
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2014, 14:19


Умартасыларға ярҙамБал ҡорттарын ҡарау, аҫрау серҙәрен өйрәнергә теләгән умартасыларға, фермерҙарға практик ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ китаптар, бал ҡорттарына тәғәйенләнгән дарыуҙар, яһалма балауыҙ, бал ҡорто (дүрт рамлы) пакеттар һатыласаҡ.
Район умартасыларына барып ярҙам күрһәтеү ваҡыты:
Ауырғазы, Ғафури, Ишем­бай, Федоровка, Көйөргәҙе – апрель – июнь айҙары.
Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет, Архангел, Ҡырмыҫҡалы – июнь – сентябрь.
Мәләүез, Күгәрсен райондары (Смаҡ – Нөгөш, Йомағужа – Бикбулат – Мәҡсүт йүнәлеше) – апрель – сентябрь....

Яңғыҙҙар, һеҙҙе көтәбеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2014, 14:04


Яңғыҙҙар, һеҙҙе көтәбеҙ!Ғаилә ҡорорға те­ләүсе егеттәр, ҡыҙ­ҙар! Өфө ҡалаһынан димсе Зимфира һеҙ­гә парығыҙҙы табырға, ҡауышырға ярҙам итергә әҙер. Һәр кеше менән индивидуаль эш алып барыла, кәрәк булған осраҡта психологик ярҙам күрһәтелә. Хеҙмәттәр – түләүле.
Тел. 89093454446, (347) 251-20-45 (Зимфира)....

Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-03-2014, 13:59


Искәндәр гүзәл тәбиғәтле, данлы шәхестәргә бай төбәктәрҙең береһе – Белорет ра­йо­нында донъяға килә, тыуған еренең бар матурлығын, сафлығын һеңдереп үҫә, ҡыҫҡа ваҡытта моңло тауышы, дәртле йырҙары менән тамашасы һөйөүен яулап өлгөрә.
Бөгөн ул башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙҙар”ының береһе. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Тәү тапҡыр үҫмер сағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында сәхнәгә сыға һәм башҡорт халыҡ йыры менән тамашасыны таң ҡалдыра. Буласаҡ йырсы Өфө сәнғәт училищеһында, дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Студент йылдарында “Өфө егеттәре” төркөмө составында халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Искәндәр Ғәзизов башҡарыуында “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә” һәм башҡа йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде....

Һаҡ булығыҙ, Лилиә Фәтихова!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-03-2014, 13:59


Ишеттегеҙме? Башҡортос­тандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова розыскыла, имеш! Эйе, бына әллә нисә аҙна буйы төрлө битлектәр кейгән ханымды илдең иң яҡшы оперативниктары эҙләй икән! Тик барыһы ла бушҡа ғына, нәфис һүҙгә маһир, баянда, мандолинала оҫта уйнаған, моңло йырлаған ҡатын һис тә эҙенә юлыҡтырмай, ти, тапҡыр, шаян һүҙҙәрен һөйләп, бар халыҡты көлдөрөп ҡасып йөрөүен белә....

Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-08-2013, 12:28


(“111 көн комала ятҡан ҡатын сәләмәт бала таба”, “Йәшлек”, №45, 14 июнь, 2013 йыл)
Йөклө көйө 111 көн буйы комала ятып, һау бала тапҡан Хәйбулла ҡыҙы Лилиә Илембәтованың яҙмышы, моғайын, бер генә гәзит уҡыу­сыны ла битараф ҡалдырмағандыр. Ул табиптар һәм әсәһе тырышлығы менән күп ауырлыҡтарҙы еңгән, тик көрәш тамамланмаған әле. Лилиәгә артабан да дауаланыу талап ителә, хәле шәптән түгел. Ошо арала уға Екатеринбург ҡалаһында оҙайлы реабилитация курсы үтергә кәрәк. Ә унда бер ай дауаланыу 500 мең һум тора. Лилиә Илембәтованың ата-әсәһе хаҡлы ялда. Ауыл кешеләре өсөн был аҙ аҡса түгел, шуға ла бергәләшеп ярҙам итәйек. Һәр ҡайһыбыҙ ҡулынан килгән тиклем аҡса күсергән хәлдә, кәрәкле сумма ваҡытында йыйыласаҡ....

Рауилды белеүселәр булһа…
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-03-2013, 12:18


Рауилды белеүселәр булһа…
18 мартта Өфө районының Булгаков ҡасабаһында йәшәүсе 7 йәшлек Рауил Ҡотләх­мәтов уйнарға сығып киткән еренән юғалған. Уларҙың ғаиләһе биш йыл инде полицияның бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһында иҫәптә тора. Әсәләре дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләй. Иң бәләкәй ҡыҙҙарына 3 йәш....

Азат Биксурин һәм уның “Яңы дуҫтар”ы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-03-2013, 11:43


Март айы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Халыҡ-ара джаз фестивале, “Каруанһарай» төркөмөнөң, Сәйҙә Ильясованың концерты, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың хәтер кисәһе... Был тамашалар араһында Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин тәҡдим иткән “Яңы дуҫтар” исемле концерт айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Унда билдәле ҡурайсы “Сураман” төркөмө менән сығыш яһаясаҡ....

Шиғыр һәм йыр байрамына рәхим итегеҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 26-02-2013, 13:02


Шиғыр һәм йыр байрамына рәхим итегеҙ
5 мартта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Яҙыусылар союзы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы “Наҙлы йөрәк серен асҡанда” тип аталған шиғыр һәм йыр байрамы ойоштора....

Иғлан
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-11-2012, 11:34


«Йәшлек» гәзитенә даи­ми эшкә водитель талап ителә. Белешмәләр өсөн телефон − 273-46-38.
...

Асыҡларға ярҙам итегеҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 30-10-2012, 11:41


Полиция хеҙмәткәрҙәре республика халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә − Асы – Белорет юлында, Архангел районы биләмәһендә, табылған ир мәйетенең кемдеке булыуын асыҡларға кәрәк.
Бәшмәккә барыусылар тапҡан мәйет инде әкренләп тарҡала башлаған. Һәләк булыусы ҡыҫҡа еңле, нәҙек һыҙатлы аҡ футболка, «Армани джинс» тип яҙылған күк төҫлө джинсы, асыҡ күк трусик, ҡара туфли кейгән булған. Салбарының һул кеҫәһендә күк биҙәкле аҡ ҡулъяулыҡ табыл­ған. 33 – 42 йәштәр тирәһендә, буйы – 180 – 185 см, ҡара сәсе бер аҙ салланған, аяҡ кейеме размеры – 42. Йәнә бер билдәһе: һул ҡулы...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM