НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Моңдар ҡайтты ауылға
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 19-06-2015, 15:08


Мәләүез районының Апас ауылында тыуып үҫкән Харис Шәрипов республикала һәләтле йырсы булып киң танылыу тапты. Ғөмүмән, был яҡ таланттарға бик бай, йыр-моң яратҡан, хеҙмәт һөйгән халыҡ йәшәй бында.
Күптән түгел Мәләүез райо­нының Аптраҡ ауыл мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Харис Мөбәрәк улы Шәрипов тыуған яғында ижадташ дуҫтары менән бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Ауылдаштары, яҡташтары өсөн оло ҡыуаныс, күңелле осрашыу булды. Уның бигерәк тә: “Ғүмер ҡыҫҡа, ҡатнашып йәшәргә кәрәк!”– тигән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалды. Яратҡан йырсыларына ауылдаштары күҙ яуын алырлыҡ сәскә шәлкемдәре, йылы һүҙҙәр һәм дәррәү алҡыштар бүләк итте. Харис ағайҙың үҙенә генә хас тауышы иҫ киткес көслө, күкрәгенән сыҡҡан моңо Ағиҙел буйына таралғандай булды....

Баш ҡалалағы ҙур йыйынға бәйле һорауҙарға яуаптар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-06-2015, 14:46


Ҡунаҡтарға ҡала буйлап сәйәхәт ойоштороламы?
Баш ҡалалағы ҙур йыйынға бәйле һорауҙарға яуаптарРеспубликаның туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты махсус автобус маршруты әҙерләгән.
Ул түбәндәге урындарҙан үтә: Ленин исемендәге майҙан – Октябрь проспекты – СССР-ҙың 50 йыллығы урамы – Урман техникумы урамы – Менделеев урамы (ипподром эргәһендә туҡталыш) – ВДНХ (туҡталыш) – Сәғит Агиш урамы – Салауат Юлаев проспекты (мәсет эргәһендә туҡталыш) – Зәки Вәлиди урамы – Дуҫлыҡ монументы (туҡталыш) – Октябрь революцияһы урамы – Яңы күпер урамы – Сергей Аксаков баҡсаһы (туҡталыш) – Туҡай урамы (мәсет янында туҡталыш) – Салауат Юлаев баҡсаһы (туҡталыш) – Туҡай урамы – Совет урамы – Зәки Вәлиди урамы – Салауат Юлаев майҙаны (туҡталыш) – Зәки Вәлиди урамы – Карл Маркс урамы – Пушкин урамы – Ленин урамы (опера һәм балет театрында туҡталыш) – Революцион урам – Мостай Кәрим урамы (туҡталыш) – Киров урамы (икенсе вариант – Коммунистик урам – Карл Маркс урамы – Киров урамы) – Цюрупа урамы – Октябрҙең 50 йыллығы урамы (граждандар һуғышы һәм революция батырҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдә туҡталыш) – Октябрь проспекты....

Гимназия-интернат саҡыра
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 25-05-2015, 13:33


Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты 2015 йылдың 18 июнендә 6-сы, 7-се клас­тарҙы тамамлаған уҡыусыларҙы 2015 – 2016 уҡыу йылына ҡабул итеү өсөн башҡорт теле, математика, рус теленән өҫтәмә һынауҙар үткәрә.
Һынауҙар Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбендә (Йылайыр һәм башҡа яҡын райондарҙың балалары өсөн) сәғәт 10-да башлана.
Ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се клас­тан башлап бөтә уҡыу йылдарына өлгәшеү табеленең күсермәһе, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермәһе), бер шаҡмаҡлы, ике буй дәфтәр, ручка алып килеү мотлаҡ.
27 – 30 мартта гимназия-интернатта үткәрелгән олимпиадала ҡатнашыусыларҙың яңынан ҡатнашыу хоҡуғы юҡ....

Продам сруб из Бурзянского района
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-05-2015, 12:40


Бөрйән районында күсереп алыу юлы менән 2005 йылда төҙөлгән 8x9 ҙурлығындағы йорт һатыла. Хаҡы килешеү буйынса. «Әсәлек капиталы» менән дә иҫәпләшергә мөмкин.

Белешмә өсөн тел.: 89053502885, 89871434188
...

Исем туйына килегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 24-04-2015, 17:22


28 апрелдә Өфөнөң Хәрби Дан музейында көндөҙгө сәғәт 4-тә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап сығарылған китаптарҙың презентацияһы уҙғарыла.
Унда баҫмаларҙың авторҙары һәм төҙөүселәре: Суфиян Поварисов, Фәрит Вәхитов, Рәфҡәт Вәлишин, Сабир Шәрипов, Зөһрә Ҡотло­гил­ди­на, Рәшиҙә Бик һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
Осрашыуҙа уҡыусыларға яҙыусыларҙың автог­рафлы китаптарын алыу мөмкинлеге бирелә.
Бөтә теләүселәр ҙә, рәхим итегеҙ!...

Һатыла
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 24-04-2015, 17:21


Йорт һатыла
Бөрйән районында күсереп алып китеү юлы менән 2005 йылғы 8Х9 ҙурлығындағы йорт һатыла. Хаҡы килешеү буйынса.
Белешмә өсөн телефон: 89053502885 (Гөлфиә).
...

Иғтибар: әҙәби конкурс!
Объявления / Конкурстар // 24-04-2015, 16:19


Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы “Башҡортостан тарихы – Рәсәй тарихы” тигән дөйөм темаға 45 йәшкә тиклемге яҙыусылар араһында проза жанрына (роман, повесть) асыҡ конкурс иғлан итә. Дөйөм тема өс йүнәлешкә бүленә:
1. “Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы осорондағы ваҡиғалар һәм шәхестәр”.
2. “1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осороноң тарихи-патриотик әһәмиәте” .
3. “Ҡаҙағстандың Рәсәй составына инеүе һәм башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең ундағы роле”....

Фермер булһаң, тауарыңды Өфө баҙарына килтер
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-04-2015, 09:24


Өфөлә фермер баҙарҙары барлыҡҡа киләсәк. Әле күҙалланған унауҙан өсәүһе эшләй башлаған.
Бындай йәрминкәләр барлыҡҡа килеүе төп туҡланыу ризыҡтарына хаҡтарҙың артыуын туҡтатырға ярҙам итәсәк.
Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бү­ле­ге начальнигы Ольга Завья­лова быға ышана һәм фермер баҙарҙары ял көндәрендә генә түгел, аҙна буйына эшләйәсәген белдерә.
Баҙарҙың һәр береһендә 20-нән 50-гә тиклем урын бирелә. Әле «Өфө – Затон» трассаһы, Эшсе хәбәрселәр урамы һәм Дим районында асылған, ҡалғандары май байрамдары алдынан эш башлаясаҡ....

Үҙенә – 50, йырҙары ла елле!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-04-2015, 09:23


Үҙенә – 50, йырҙары ла елле!Моңло йырҙары, сағыу сы­ғыштары менән тамашасы күңелен арбаған Рәмил Хәзиев “Рәмил Хәзиевҡа – илле, йырҙары ла – елле” тигән тамашаға саҡыра.
Композитор бу­ла­раҡ, Рәмил Хә­зиев­тың 30 йыры донъя күрҙе. Ә. Кәш­­фуллин, Р. Ҡот­лоев, А. Иге­ба­ев, Р. Вәлиева кеүек ша­ғирҙарҙың һүҙ­ҙә­ренә ижад ителгән йырҙарын Башҡор­тостан һәм Татарстандың таныл­ған сәхнә оҫталары яратып башҡара. Рәмил Хәзиевтың концертында башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙҙар”ы Әлфиә Юлсурина, Фаяз Йәнтүрин, Хәлит, Лилиә, Айнур һәм Илшат Фәтиховтар, Флорида Исмәғилева, Марат Шәйбәков, Мәхмүт Фәтихов, Лилиә Хажиғәлиева ҡатнаша. Тамашала башҡорт, татар композиторҙарының әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Һеҙҙе шу­лай уҡ дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө көтә!...

«Килендәшем «Йәшлек»те уҡып, бәлки, мине ғәфү итер…»
Объявления / Письма / Тормош юлдары ҡатмарлы // 20-03-2015, 11:57


«Килендәшем «Йәшлек»те уҡып,  бәлки, мине ғәфү итер…»«К. районында «Йәшлек»те күп кеше алдырамы?» – ят ҡатындың тәүге һорауы шул булды. Яҡынса күпме яҙылыусыбыҙ булғанын ишеткәс, ауыр һулап ҡуйҙы. Хушлашты. Һуңынан, оҙаҡ ҡына ҡыймай йөрөгәндән һуң, ахыры, яңынан шылтыратты. Ысын исемен әйтмәне, Сайма*, тиерһең, тине:
– Элекке килендәшем шул районда йәшәй, – артабан ни әйтергә белмәгәндәй байтаҡ шым торҙо, әллә бәйләнеш өҙөлдөмө, тип трубканы һалырға ла уйлағайным, ул тағы телгә килде, – бәлки, ул «Йәшлек»те алдыралыр, гәзит аша ғәфү үтенергә ине миңә унан…
Асыҡланыуынса, килендәше социаль селтәрҙәрҙә теркәлмәгән, Сайма уның телефонын да белмәй. Үҙенә тыныслыҡ тапмай, гәзит аша булһа ла килендәшенән кисереү һорарға теләгән ҡатын, мәҡәләне уҡыһа, таныр, тип өмөтләнде:
– Туҡмап харап иттем мин уны… Эсенә тибеп, балаһын төшөрттөм, хәҙер шуға үҙемде үҙем күрә алмай йәшәйем…
Был һүҙҙәре менән шаңҡытҡан Сайма килендәше менән булған хәлде тасуирлағанда, ваҡиғалар таҫмаһын бер алға күсереп, бер кинәт артҡа китеп, фекер ебен сырмалтып, өҙөп, мине ҡаңғыртып бөттө. Шулай ҙа һөйләм һайын тиерлек аныҡлап һорауҙар бирә торғас, хәлдең айышына яйлап төшөндөм....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Министр семьи и труда Башкирии Ленара Иванова и председатель местного Союза пенсионеров высказались о новой пенсионной реформе
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM