НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡарҙар яуып, буран ҡубасаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-03-2016, 10:14


Ҡарҙар яуып, буран ҡубасаҡ
тип вәғәҙәләй РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы

Республикаға үҙе менән ҡар һәм көслө ел алып килгән ҡеүәтле циклон килеүе көтөлә. 15 мартта, шишәмбелә елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етәсәк, ҡайһы бер райондарҙа буран ҡубасаҡ, юлдарҙы ҡар һырыуы, боҙлауыҡ ҡаплауы ихтимал. Циклондың Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил яҡтарына айырыусы ныҡ ҡағылыуы бар....

ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 14-03-2016, 10:16


ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ Ағымдағы йылдың 14 ғинуарында Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының республика союзы менән берлектә, Украинаның Луганск Халыҡ Республикаһы етәксеһе Игорь Плотницкиға Петровское ҡалаһының 22-се һанлы мәктәбенә легендар шәхес, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов исемн биреүҙе юллап хат яҙғайны. Ошо көндәрҙә Украинанан һөйөнөслө хәбәр килде.

2016 йылдың 9 мартында Луганск Халыҡ Республикаһы Министрҙар Советының сираттағы ултырышы үтте, тип хәбәр ителә унда. Был ултырышта 50-нән ашыу һорау ҡаралған. Иң тәүге ләрҙән булып министрҙар Петровское ҡалаһының 22-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбенә башҡорт халҡының батыр улы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән.

“Петровское мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары коллективы уҙған быуаттың 70-се йылдарынан бирле 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын өйрәнеү, уны мәңгеләштереү буйынса ҙур эш алып бара. Белем усағында бай музей эшләй. Унда данлы дивизия, уның командиры һәм ветерандары хаҡында күп материал тупланған. 2004 йылда Петровское ҡалаһында башҡорт атлыларына арналған “Еңеү һыбайлылары” тигән фильм төшөрөлдө. Ә 2009 йылда ҡалала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары хөрмәтенә сквер асылды,” – тип әйтелә хатта.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ....

Асылмаған сер һин!
Объявления / Новости / Йәшлек гүзәле // 11-03-2016, 12:15


Асылмаған сер һин! Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр үткән башҡорт ҡыҙҙарының “Мәскәү һылыуҡайы” гүзәллек бәйгеһендә Ейәнсура районынан Илнара Ниязғолова гран-приға лайыҡ булды.

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан студенттары ассоциацияһы яҙҙың тәүге көндәрендә үк матурлыҡ, гүзәллек байрамы ойошторҙо. Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының “Мәскәү һылыу ҡайы” гүзәллек бәйгеһе уҙҙы. Конкурста төрлө юғары уҡыу йортта- рында белем алыусы ун ҡыҙ ҡатнашты.
– “Мәскәү һылыуҡайы” – баш ҡалабыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң көтөп алған, иң матур байрамы. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны үҫә, бәйге этаптары ла ҡатмарлаштырыла, ҡыҙығыраҡ була бара. Быйыл, мәҫәлән, ҡыҙҙар боронғоға, рухи остазына хат яҙҙы. Хат алыусы бөйөк шәхес- тәр араһында – Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Рәбиға Ҡошаева, граф Перовский, Зәки Вәлиди һәм башҡалар. Быйылғы конкурстың темаһы – башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғоһо һәм бөгөнгөһө һәм темаға ярашлы тағы бер конкурс этабы – башҡорт түшелдереген эшләү тамашасы күңеленә хуш килде. Һәр ҡыҙ үҙенең селтәрендә ырыуының символын йә районының гербын күрһәткән, ниндәйҙер мәғәнә һалған. Жюри ағзалары ҡатнашыу сыларҙың эске торошон да, матурлыҡ хисен дә, ҡул оҫталығын да күрә алды, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты конкурс режиссеры Фатима Янбаева....

Сурамандар гөрләй генә!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 11-03-2016, 12:10


Сурамандар гөрләй генә!

Учалы районы Сораман ауылының бик матур ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Бында һәр байрам алдынан клуб мөдире Илзидә Ямалова төрлө саралар уҙғара.
Быйыл да яҙ байрамын балалар майҙансығында күнелле эстафета менән башлап ебәрҙек. Унда балалар менән әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә лә төрлө ярыштар үткәрелде. Һуңынан байрамды сәй табыны менән тамамлап ҡуйҙыҡ....

Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 31-01-2016, 12:44


Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!"Коммерсант ижад йорто" сайтында "Өфө ҡалаһы өсөн ниндәй һәйкәл кәрәк?" тигән hорау алыу бара. Унда Өфө воеводаһы Иван Нагой, яҙыусы Сергей Довлатов һәм Әхмәтзәки Вәлидине индергәндәр.
Белеүегеҙсә, Башҡортостан дәүләтселеге көрәше юлбашсыһына, милли батырыбыҙға, бөйөк ғалимға Өфө ҡалаһында һәйкәл юҡ. Дуҫтар, ошо сайтҡа инеп Вәлиди өсөн үҙебеҙҙең тауыштарыбыҙҙы ҡалдырайыҡ. Ул тауыштар Зәки Вәлидигә Өфө ҡалаһында һәйкәл кәрәк икәнен күрһәтәсәк.
Бөгөн 216 тауыш йыйылған. Зәки Вәлидине урыҫ воеводаһы Иван Нагой ҡыуып етеп килә. Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!...

Концерт-дискотекаға килегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-01-2016, 13:15


Концерт-дискотекаға килегеҙ!Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының сығарылыш кластары уҡыусылары 22 ғинуарҙа бар дуҫтарын киске сәғәт 10-ға "А-кафе" алдындағы майҙанға саҡыра. Рөстәм Ғиззәтуллин, "АНТ" төркөмө, Айгөл Әминева ҡатнаша. Беренсе тапҡыр башҡорт карао­кеһы ойошторола.
"Гимназистар – алға!" тигән өндәү менән барығыҙҙы ла концерт-дискотекала көтөп ҡалабыҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 89093516635....

Иғтибар! «ТУРА БӘЙЛӘНЕШ!»
Объявления / Новости // 15-01-2016, 11:21


Иғтибар! «ТУРА БӘЙЛӘНЕШ!»Гәзитебеҙҙең сираттағы ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты Рәмил Ғиниәт улы МӘЖИТОВ.
19 ғинуарҙа сәғәт көндөҙгө 3-тән 4-кә тиклем шылтыратып, БР Мәғарифты үҫтереү институтының эшмәкәрлегенә, өлкә яңылыҡтарына, Берҙәм дәүләт имтиханы, электрон белем биреү, Федераль дәүләт белем биреү стандарты, уҡытыу программалары мәсьәләләренә ҡағылышлы үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, тура яуап ала алаһығыҙ.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 273-46-38....

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостан барыһын да эшләй
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-12-2015, 16:48


Торатауҙы һаҡлап ҡалыу өсөн  Башҡортостан барыһын да эшләйУл халҡыбыҙҙың милли символы, йолаларыбыҙға тоғролоҡ билдәһе.
Торатау – халҡыбыҙ өсөн үтә ҡәҙерле. Тәбиғәт шихандарҙы кешелек
донъяһына оло бүләк итеп биргән. Киләсәк быуындарға беҙҙең
тарафтан ҡалдырылырға тейешле баһалап бөткөһөҙ хазинабыҙ –
Торатау менән һатыулашыуҙы туҡтатырға ваҡыттыр. Республика
башлығы Рөстәм Хәмитов та Торатауға бәйле позицияһын аныҡ
белдерҙе. Ул республика халҡының күпселеге фекеренә нигеҙләнгән.
2015 йылдың май, июнь, сентябрь һәм октябрь айҙарында үткәрелгән
социологик тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашҡан алты меңдән ашыу
респонденттың да 70 проценттан артығы шихандарҙы эшкәртеүгә “юҡ”
тип яуап бирҙе....

БӘХЕТ ҺЕҘГӘ ЛӘ ЙЫЛМАЙЫР
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления / Гәзиткә яҙылыу // 8-12-2015, 09:51


БӘХЕТ ҺЕҘГӘ ЛӘ ЙЫЛМАЙЫР «Йәшлек»кә яҙыл да – бүләк от. Даими уҡыусыларыбыҙ белә: үткән йылдарҙа « Йәшлек»- фараз» конкурсында еңеп сыҡҡандар хужалыҡта кәрәкле көнкүреш техникаһы отоп ҡыуанды, бүләк эйәләре менән дә даими таныштырып барҙыҡ. Әлеге конкурста ла еңеүселәребеҙҙе, гәзитебеҙгә тоғро ҡалғандарҙы һәйбәт бүләктәр көтә....

ДУҪ, УН КӨН ТУРАҺЫНДА ОНОТМАҒАНҺЫҢДЫР БИТ?
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления / Гәзиткә яҙылыу // 8-12-2015, 09:49


ДУҪ, УН КӨН ТУРАҺЫНДА ОНОТМАҒАНҺЫҢДЫР БИТ?
Әле матбуғат баҫмаларына арзан хаҡҡа яҙылырға мөмкин – махсус декада иғлан ителде. Ашығығыҙ!...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM