НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

29 ғинуар - танышыу кисәһе "Пар алма"
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 29-01-2015, 04:48


29 ғинуар - танышыу кисәһе "Пар алма"Ҡапыл - Туй - ғаилә - йорто - тәҡдим итә!
ПАР♥АЛМА - "танышыу & осрашыу кисәләре"
25 йәштән алып 45 йәшкә тиклем егеттәрҙе & ҡыҙҙарҙы көтөп ҡалабыҙ!...

Ергә ысын хужалар кәрәк
Үҙ эшеңде башла! / Объявления // 24-01-2015, 09:53


Муниципаль ерҙәр бынан һуң баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа һатыла башлаясаҡ.
Халыҡ, һатыуға (торг) сығарылған ерҙе һатып алыу ғына түгел, ҡайҙалыр буш торған ерҙәр барлығын күрә икән: “Ошо ерҙе һатып алырға теләйем”, – тигән тәҡдим менән урындағы үҙидаралыҡ органына ла бара ала. Дәүләт йәки муниципалитетҡа ҡараған, ләкин буш ятҡан ерҙе алып, үҙеңдекенә ҡушырға ла мөмкин буласаҡ. Был инде ер участкаларын арзан ғына хаҡҡа алырға ла мөмкинлек бирә. “Ә дәүләткә ни файҙа?” – тип уйларға кәрәкмәй – ҡулланылған ерҙәр әйләнештә буласаҡ. Был инде ерҙең буш ятыуынан күпкә яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, муниципалитеттар дәүләт ерен һатыуҙан үҙ белдектәре менән баш тарта алмаясаҡ. Законды биш йыл буйы әҙерләнеләр, фекер алыштылар. Ғөмүмән, ул баҙар иҡтисады шарттарында ерҙе бик күп йылдар ҡулланыуҙан һуң эшләнгән һығымталар һөҙөмтәһендә әҙерләнгән....

Сәйҙәнең йырлы балҡышы!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-01-2015, 13:23


Сәйҙәнең йырлы балҡышы!Сағыу ижады, моңло тауышы менән һоҡландырған башҡорт йыр сәнғәте “йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясо­ва 50 йәшлек юбилейына арналған “Йылдарым, уйҙарым, йырҙарым” тип аталған бенефисына саҡыра. Күркәм тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Флүрә Килдейәрова, Ҡондоҙ Ҡаламбаева, “Ант” төркөмө, республиканың билдәле артистары ҡатнаша. Шулай уҡ Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле һәм Башҡорт дәүләт университетының бейеү коллективы сығыш яһаясаҡ. Сәйҙә Ильясованың 29 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә, Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк йыр-моң менән һуғарылған ижад байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!...

Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!»
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 25-12-2014, 12:00


Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!»Йылдағыса Өфө мәктәптәре уҡыусылары араһында шаяндар һәм отҡорҙар клубының «Шаяниум – 2015»асыҡ конкурсы башлана! Ун өсөнсө тапҡыр уҙғарыласаҡ конкурс Әҙәбиәт йылына бағышланып«Ал да нур сәс халҡыңа!» девизы аҫтында үткәрелә.
Конкустың ойоштороусылары –Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Мәғариф идаралығы.
Үҙенсәлекле башҡорт юморының мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында киң танылыу яулауын билдәләп үтеү мөһим. Башҡорт телендә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, «Шаяниум»да баш ҡаланың рус телле мәктәптәре лә ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашыусы командаларҙан КВН стилендә түбәндәге номинациялар буйынса ҡыҙыҡлы һәм оригиналь сығыштарталап ителә...

Артабан да балҡы, Хәсән!
Мәҙәниәт / Объявления // 12-12-2014, 14:00


Артабан да балҡы, Хәсән!БР Президен­тының 2014 йылдың 3 декабрендәге Указына ярашлы, “Йәш­лек” гәзитенең тоғро дуҫы, бына нисәмә йыл үҙ тыңлаусыларын күңелле лә, дәртле лә, бер үк мәлдә уйландыр­ғыс та йырҙары менән һөйөндөрөүсе популяр йырсы, “Хәсән” ижади студияһы етәксеһе Хәсән Усманов “Башҡор­тос­тандың ат­ҡаҙан­ған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Хәсән Хажиәхмәт улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Т. АМАНОВ.
...

Бану Ҡаһармановаға ярҙам итәйек, дуҫтар!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 11-12-2014, 08:33


Бану Ҡаһармановаға ярҙам итәйек, дуҫтар!Учалы ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең хәбәрсебеҙ Баныу Ҡаһарманованың бер туған һеңлеһе Алия Ҡаһармановаға ярҙам кәрәк, дуҫтар! Түшенә яман шеш диагнозы ҡуйылған ҡыҙ бер нисә йыл инде был аяуһыҙ сир менән көрәшә. Алияға ҡыйбатлы дарыуҙар алыу өсөн бөгөнгө көндә аҡса кәрәк. Йәшәүгә булған өмөтөн һүндермәйексе ҡыҙҙың, мөмкинлегебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек!...

“Йәшлек”, Спорт һәм... бүләктәр
Спорт / Объявления // 5-12-2014, 16:07


“Йәшлек”, Спорт  һәм... бүләктәрДонъяла йылдан-йыл төрлө кимәлдәге спорт төрҙәре барлыҡҡа килеп, уның менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта бара. Бигерәк тә хәҙерге йәштәр экстремаль спорт төрөн үҙ итә. Ҡайһы берҙәре яйлап Олимпия төрҙәренә лә инеп бара. Ғөмүмән, спорт, сәләмәт тормош менән бергә, аҡса эшләү шөғөлөнә лә әйләнде. Беҙ ҙә гәзитебеҙ биттәрендә төрлө кимәлдәге ярыш турнирҙарын әүҙем яҡтыртып, уны пропагандалауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Хәҙер бына һеҙҙең ҡарамаҡҡа әүҙем уҡыусыларыбыҙ араһында өс турҙан торған спорт викторинаһын тәҡдим итмәксебеҙ. Һәр тур, 25 һорауҙан тора. һәм уға ҡушып, тәҡдим ителгән һүҙҙе файҙаланып дүрт юллыҡ шиғыр яҙырға кәрәк буласаҡ. Ике аҙна һайын һәр тур һорауҙарын тәҡдим итеп, киләһе йылдың ғинуарында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Еңеүселәр ана шул өс тур һөҙөмтәһе буйынса билдәләнәсәк. Бәйгелә гәзиткә яҙылыусылар ғына ҡатнаша ала....

"Парлашайыҡ ҡауышайыҡ" рубрикаһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-12-2014, 13:49


"Парлашайыҡ ҡауышайыҡ" рубрикаһыМиңә 28 йәш. Өфө ҡалаһында йәшәйем. Иремдән айырылғанмын, ҡыҙымды тәрбиәләйем. Донъя көтөрлөк, насар ғәҙәттәре булмаған ир-егет менән танышырға теләйем.
89374752722 (Зөлфиә)....

Умартасылар иғтибарына!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-12-2014, 13:42


2015 йылда шәхси умартасыларға барып ярҙам күрһәтеү ваҡыты:
Бөрйән, Күгәрсен, Ейәнсура райондары – март – октябрь айҙары. Өфө – Аҡьяр (Белорет – Әбйәлил аша) юлында урынлашҡан райондар – май – сентябрь. Өфө – Ырымбур юлындағы райондар – апрель – июль. Дүртөйлө, Саҡмағош, Шаран, Ба­ҡалы, Илеш – май – август.
Умартасылыҡ китаптары, дарыу­ҙар, сифатлы балауыҙ (вощина), дүрт рамлы бал ҡорто пакеттары һатыласаҡ, практик ярҙам күрһәтеләсәк. Аҡсаға мохтаж, фатирға инеп торған ғаиләләргә ташлама ҡаралған.
Заявкалар 2015 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул ителә.
Тел. 8-927-319-79-19, 8-917-447-60-82. Рафиҡ Ноғоманов.
...

Дуҫтарға тағы бер көтөлмәгән бүләк
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-12-2014, 13:05


Йәмәғәт, “Йәшлек”тең дуҫтарына таратасаҡ бүләктәр тоғо төпһөҙ булып сыҡты, ахыры. Тәүҙә унан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һалған микротулҡынлы мейес, планшет, электр бысҡыһы, ит турағыс, хужалыҡта кәрәкле эш ҡоралдары йыйылмаһы кеүек бүләктәр менән бергә йоҡа ҡағыҙға яҙылған өмә (онотмаған­һығыҙҙыр, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүселәрҙең береһен һайлап, йортона барып ярҙам итә) һүҙе сыҡҡайны, тора-бара ярай­һы ҡалын ғына “Төркиәгә юллама” ятҡанын белдек. Тоҡтоң һаман тос ҡына икәнен арабыҙҙан берәү күтәреп ҡарап белгәс, эсен асһа-аҡ, бер батман бал менән баллы косметика ята! “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы (генераль директоры Әмир Ишемғолов) тултырып киткән икән. Бына рәхмәт!
Һәм тағы ла бер көтөлмәгән бүләк – “Рәсәй почтаһы”нан. Бөгөндән алып 15 декабргәсә матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM