НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Зраза йәки бәлеш-кәтлиттәр
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-07-2018, 16:00


Зраза йәки бәлеш-кәтлиттәр
Бала саҡта әсәй менән район үҙәгенә барғанда ашханаға индек. Шунда тәүге тапҡыр зраза ашап ҡарап, бәлеш-кәтлиттәр тип исем ҡуштым. Уларҙың тәме һаман да тел осонда ғына торған кеүек. Үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле, үҙе матур ғына инеләр... Ә әсәй нишләптер уларҙы өйҙә бешермәне. Минең дә тәүге осорҙа оҫталыҡ булманы, йәмшәйеп, кителеп, тишелеп бөтә торғайны. Әммә һүҙемде һүҙ иттем: мин хәҙер зразаны бик оҫта бешерә беләм, вәт! Бөгөн һеҙгә лә бәшмәк менән бешерергә өйрәтәм.
Уның өсөн артыҡ майлы булмаған ит фаршы кәрәк. 500 грамм ит иҫәбенә 100 грамм тирәһе сухари оно, самалап тоҙ, борос, бер йомортҡа һалып яҡшылап бутайбыҙ. Фарштан ҡул менән әүәләп бәләкәй генә йәймәләр эшләп уртаһына эслек һалырға. Һаҡ ҡына итеп уларҙы кәтлит формаһына килтереп төрөргә лә майланған табаларға теҙеп һалырға кәрәк. Өҫтәнә һарымһаҡ менән буталған майонез яғып, духовкала 30-40 минут тирәһе бешереп алырға. Бешеп сығырға 5 минут ҡала ҡырғыс аша үткәрелгән сыр һибергә була.
Эслек өсөн 200 грамм бәшмәкте ваҡлап турап, 1 кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, 2 һуған ҡушып үҙемлек майында 10-15 минут тирәһе ҡыҙҙырырға....

"Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 17-07-2018, 07:00


"Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, “Сәләм” тапшырыуының алып барыусыһы Гөлмирә ИСМӘҒИЛЕВА бүлешә....

Мәкле кекс
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-07-2018, 08:00


Мәкле кекс
4 йомортҡа, 150 г шәкәр, 125 г аҡ май, 150 г он, 150 г мәк, бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ванилин, 70 мл һөт кәрәк.
Мәктең өҫтөнә һөт ҡойоп, талғын утта 5 минут ҡайнатып алыр­ға ла, һауыттың өҫтөн ҡапҡас менән ябып, 20 – 30 минут ултыртып торорға. Һуңынан мәкте һөҙөргә. Һөт һарҡып бөткәс, массаны төйөп, тағы ла йомшартырға. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып, һа­рыһына шәкәр, май һалып, миксер менән болғатырға, ҡамыр ҡа­бартҡыс, он, мәк ҡушып, ҡамыр әҙерләргә. Йо­мортҡаның ағын ныҡ итеп күпертергә һәм әҙер ҡамырға өлөшләп һалыр­ға. Кекс 180 градуслы мейестә ярты сәғәттә бешә....

Бишенсе фән кандидаты
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-07-2018, 09:58


Бишенсе фән кандидаты
Бәләкәй генә Илкәнәй ауылында тыуып үҫкәндәр араһынан Әлиә Ишҡолова бишенсе булып кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы...

Витаминлы аштар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 30-06-2018, 07:00


Витаминлы аштар
Йомортҡалы, майлы ҡуҙғалаҡ

Ҡуҙғалаҡты йыуып, әҙ генә тоҙ һалынған һыуҙа бешереп, һыуын һарҡытығыҙ һәм вағыраҡ итеп турағыҙ. Табаға май, һуған һалып, әҙ генә ҡыҙҙырып алығыҙ. Унан әҙер ҡуҙғалаҡты һалып, өҫтөнә йомортҡа һытығыҙ һәм бешкәнсе талғын утта тотоғоҙ.
500 г ҡуҙғалаҡҡа 4 ҡалаҡ ирегән май, 3 баш һуған һәм 2 йомортҡа кәрәк. Тоҙ сама менән алына.
...

"Йондоҙло табын"
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 20-06-2018, 06:00


"Йондоҙло табын"
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының иң талантлы актерҙарының береһе Аида КҮЛБАЕВА бөгөн “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына үҙенең аш-һыу серҙәрен сисә.

Алдаҡ кәтлиттәр
8 ҡалаҡ һоло онтағын (“Геркулес” ярмаһы) өс йоморт­ҡа менән туҡып, бер аҙ ултыртып торорға. Табаға аҙ ғына үҙемлек майы ҡойоп утҡа ултыртырға ла, һоло массаһынан бәләкәй ҡоймаҡтар яһап, ике яҡлап ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға. Шул арала бер стакан һыуға бер шаҡмаҡ “Магги” йәки “Галина Бланка” ҡоро һурпаһын һалып иҙергә. Уны ҡыҙҙырыл­ған кәтлиттәр өҫтөнә ҡойоп, табаның ҡапҡасын ябырға ла, 20 минут талғын утта быҡ­тырыр­ға. Табынға ҡайнар килеш тә, һыуытып та бирергә мөмкин.

Тултырылған картуф
Уртаса ҙурлыҡтағы бәрәңгеләрҙе әрсеп, үткер бысаҡ менән эсен соҡоп алырға. Урынына алдан әҙерләнгән ит иҙмәһен тултырып, кәстрүлгә матур ғына итеп теҙеп сығырға. Тоҙло һыу ҡойоп, талғын утта әҙер булғансы бешерергә.
Иҙмә өсөн артыҡ майлы булмаған һарыҡ итен ит үткәргестән үткәреп, тоҙ, борос, ваҡлап туралған һуған, ҡырылған кишер һалып бутарға кәрәк.


Тоҙлоҡ

Алда яҙып үтелгән ризыҡтар­ҙы табынға махсус әҙерләнгән соус менән бирергә була. Уның өсөн 250 грамм ҡаймаҡҡа 5 бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалырға ла, тоҙ, борос өҫтәп, яҡшылап туҡырға. Был соусты шулай уҡ табынға башҡа төр ризыҡтарға ла ҡушып бирергә мөмкин.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.
...

Тырыштар уңышҡа өлгәште
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 5-06-2018, 15:04


Тырыштар уңышҡа өлгәште
Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына лайыҡ булыусыларҙы ҡотлайбыҙ!

Үткән аҙнала Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар ярышына йомғаҡ яһаныҡ һәм бәйге шарты буйынса еңеүселәрҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамына барып ҡотланыҡ.
I – III премияларҙы алыусылар республиканың төрлө төбәгендә йәшәһә лә, 24 – 25 майҙа үткән тантаналарҙа уларҙы ҡотлай алдыҡ. Шулай итеп, күмәкләшеп бик матур һәм сауаплы эште башҡарҙыҡ. Еңеүселәр быйыл күберәк булды: I премияны – бер, икенсене – өс, өсөнсөнө дүрт кешегә бирергә ҡарар иттек....

Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2018, 11:35


Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
«Беҙҙең ғаилә таланты» видеоконкурсында ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тормошта үҙ юлын табырына ышанысыбыҙ ҙур

Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләтебеҙҙең киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, ярҙамлашып йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. «Йәшлек» гәзите иғлан иткән мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында «Беҙҙең ғаилә таланты» видеоконкурсы юҡҡа ғына 1 мартта – Башҡорт ғаиләһе көнөндә башланып, 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә тамамланманы. Сөнки тап татыу ғаиләләрҙә тырыш, уңған, тәүфиҡлы, аҡыллы балалар үҫә. Кескәй балаһының тәүге һәләттәрен күреп, бәхетле ми­нуттар кисергән, сикһеҙ ғорурланған ата-әсәләр арабыҙҙа бик күп. Йырлаһа – тауышы, бейеһә – дәрте, эшләһә, ҡулы бар, тигәндәй, «Бәй­ләнештә» сайтында күптәр балаһының ижади һәләтен мәңгеләштергән видеояҙмалары менән бүлеште. «Йыр», «Бейеү», «Телмәр» һәм «Һөнәр оҫтаһы» номинацияларына иғлан иткән бәйгебеҙҙә ҡатнашыусылар күп кенә булды, шөкөр. Шулай итеп, конкурсҡа һөҙөмтә яһарға ла ваҡыт етте. Ә балалар­ҙы баһалауы һис еңелдән түгел – һәр береһе үҙенсә талантлы һәм һөйкөмлө....

Наҙгөл КЕЙЕКБИРҘИНА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 28-05-2018, 12:47


Наҙгөл КЕЙЕКБИРҘИНА
Наҙгөл Зариф ҡыҙы Кейекбирҙина булам. 1998 йылдың 4 октябрендә Баймаҡ районының Йылым ауылында был йәмле донъяға килгәнмен.
Әле Өфө дәүләт авиация техник университетының икенсе курсында программалаусы һөнәрен үҙләштерәм. Бала саҡтан компьютер техникаһы менән ҡыҙыҡһындым һәм роботтар эшләргә хыялланып үҫтем. Уҡыуымдан буш ваҡытта төрлө ҡул эштәре менән мауығам. Был һөнәремә әсәйемә рәхмәтлемен, бөтә сабырлығын һалып, оҫталыҡҡа өйрәтте.
Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яралтҡан. Шуның өсөн дә ошо юлдан тайпылмай, илемә һәм ғаиләмә кәрәкле кеше булып йәшәү – тормош маҡсатым. “Кеше иң беренсе эше менән матур булырға тейеш” тигәнде лә онотмайым....

Дымлама
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-05-2018, 07:00


Дымлама
Дымлама ҡаҙанда әҙерләнә. Уға төтөн еҫе һеңгәс, йәшелсәһе лә күп булғас, бик тәмле, үҙенсәлекле ризыҡ килеп сыға. 1 кг ит (майлыраҡ булһа яҡшы), 4 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 кг кәбеҫтә, 5 – 6 помидор, 2 баш һарымһаҡ, 2 – 3 баклажан, 4 эре һуған, 3 – 4 татлы борос, петрушка, укроп, әнис, тоҙ, ҡара борос алына. Ҡаҙанға көнбағыш майы һалып ҡыҙҙырғас, итте эре киҫәктәргә бүлеп, уның өҫтөнә тоҙ, борос, һуған, һарымһаҡ һалырға. Икенсе ҡатламға түңәрәкләп киҫелгән кишер, һуңынан эре киҫәктәргә бүленгән кәбеҫтә, баклажан, татлы борос һалына, иң өҫкә помидор теҙергә. Һәр бер ҡат һайын тоҙ менән борос, йәшел тәмләткестәр һибергә онотмағыҙ.
Йәшелсәләрҙе ҡатлап теҙгәндә оҙағыраҡ бешкәндәре иң аҫҡы ҡатҡа һалына. Ҡаҙанды ике-өс сәғәт талғын утта быҡтырырға. Әлбиттә, дымламаны газ плитаһында лә бешерергә була, әммә тәбиғәттә усаҡта төтөндә ыҫланып, ул тәмле булып бешә....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM