НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ йәки алкаштар өсөн “фәһемле” кәңәштәр
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 20-07-2016, 15:18


Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ йәки алкаштар өсөн “фәһемле” кәңәштәрБыл мажаралар бер ауылда булһа ла, республикабыҙҙың һәр ауылы өсөн дә уртаҡтыр. Сөнки ауыл геройҙары, башлыса, ир-ат, эске менән бәйле бер үк хәлгә тарый торған. Бахмур, эсергә аҡса юҡлыҡ, ҡатындарҙан ҡасыу кеүек проблемалар беҙҙең ауыл ир-аттарын ғына “борсомайҙыр”. Ауыл кешеһе үҙенең тапҡырлығы, үҙенә генә хас юморы менән башҡаларҙан айырылып тора. Геройҙарымдың күптәре бөгөн иҫән түгел инде, ә кемдер, бәлки, үҙен таныһа, моғайын, үпкәләмәҫ. Сөнки бындай мажаралар тик уларҙың ғына “милке” булып тормай: улар тыумаҫ элек унан оло ағайҙары был хәлде үҙ елкәһендә татыған булған. Йәштәр өсөн ҡайһы бер ҡушаматтар ҙа таныш түгелдер.
“Йәшлек” гәзитен күбеһе эскелекте яратмаған халыҡ уҡый, шуға ла алдан уҡ уларҙан ғәфү үтенәбеҙ. Һөйләнәсәк ваҡиғалар тарихта ғына ҡалып бара инде, сөнки бөгөнгө көн йәштәре насар ғәҙәттәрҙән азат, улар үҙ киләсәген эскелек менән бәйләмәҫкә тырыша. Шуныһы һөйөндөрә....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.07.2016)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 20-07-2016, 15:06


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.07.2016)
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
(“Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән...”)....

Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-07-2016, 14:02


Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!
Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!
"Йәшлек" гәзите һәм Әбйәлил районы ҡыҙҙары - Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ойошторған дуҫтарға һөйләү - репост ярышы тамамланды. Еңеүсе - ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА!...

Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә – Изге Бөрйән ерендә
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 11-07-2016, 10:45


Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 18-се республика конкурсы Бөрйән районының “Ағиҙел” һауыҡтырыу-тәрбиә лагеры базаһында өс көн буйы гөрләп үтеп, “иң-иң”дәрҙе донъяға танытты...

“Үҙ хеҙмәтебеҙҙең йәмен тойоп йәшәйбеҙ” (8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 8-07-2016, 11:47


“Үҙ хеҙмәтебеҙҙең йәмен  тойоп йәшәйбеҙ” (8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө)
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зилә һәм Илдус Иҙрисовтар ике тиҫтәгә яҡын эре мал, күпләп умарта тота

Әгәр ҙә өлгөлө һәм эшлекле ғаиләләр тураһында һүҙ сыҡһа, Сәйетбаба ауылында тәүгеләрҙән булып Дәминевтар урамында йәшәүсе Зилә һәм Илдус Иҙрисовтарҙы телгә алалар. әйтеүҙәренсә, уларҙың хеҙмәттә лә һынатҡаны юҡ, шулай уҡ донъялары ла ялт итеп тора. Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында уҡып, ҡулына диплом алғандан бирле туған мәктәбендә эшләй. Ауыл балаларында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә, рухи байлыҡтарын үҫтереүгә бар белемен һәм оҫталығын һала. Тырыш хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән. һуңғы йылдарҙа алдынғы педагог үҙ иңенә оло яуаплылыҡ алған – уны мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре бүлеге мөдире итеп ҡуйғандар.

...

ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-07-2016, 12:39


ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕБөтнөктән ҡайнатма

250 г бөтнөк, 1 кг шәкәр, 2 лимон, ярты литр һыу.
Бөтнөктө һабаҡтары менән бергә йыуып киптерергә һәм ваҡ­лар­ға. Лимонды ты­шын әрсемәй, ваҡ ҡына итеп ҡырҡырға, ит турағыс аша үткәрмәгеҙ. Уны һәм бөтнөктө кәстрүлгә һалып, 10 минут самаһы бешерергә. Бынан һуң әлеге массаны бер тәүлеккә һалҡынса урынға ҡуйып торорға кәрәк. Аҙаҡ кәстрүлдәге ингредиенттарҙы һарҡытып, фильтр аша үткәрергә. Хәҙер шәкәр ҡушыу ваҡыты етә, килеп сыҡҡан массаны матурлап бутап, әҙер булғанға тиклем, ярты сәғәт самаһы, ҡайнатырға. Ҡайнатманы һаҡлар өсөн стерилләнгән банкалар кәрәк, уларҙы шундуҡ эҫе килеш тимер ҡапҡастар менән ябырға....

“Кеше ғүмере – үҙе бер мөғжизә”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 6-07-2016, 13:51


“Кеше ғүмере – үҙе бер мөғжизә”Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов гәзит уҡыусылар­ға иң тәүҙә оҫта кроссвордсы булараҡ күптән таныш. Тик бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә уны икенсе юҫыҡтараҡ асырға булдыҡ....

‼ Дуҫтар! "Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын иғлан итә!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 29-06-2016, 10:54


‼ Дуҫтар! "Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын иғлан итә!
‼ Дуҫтар! "Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын иғлан итә!
Беҙгә сираттағы игеҙәктәр - Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ярҙамға килде. Улар икәүләшеп теген эше менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә башҡорт, мосолман кейемдәрен тегәләр, маскарад, сәхнә костюмдары әҙерләйҙәр. Игеҙәктәр беҙгә башҡорт орнаментлы баш кейеме - бейсболка вәғәҙәләне.

Ярышта ҡатнашыр өсөн:
- "Йәшлек" гәзите - газета "Йәшлек" һәм
♥♥♥ Альфия - Гульфия ♥♥♥ Хамматовы төркөмдәренә яҙылырға;
Ошо яҙма аҫтында "Мне нравится" тигән тамғаға баҫырға (лайҡылдарға) һәм дуҫтарға һөйләргә - репост яһарға кәрәк. Яҙма сәхифәгеҙҙә ярыш аҙағынаса торһон.
- Конкурс һөҙөмтәләре теүәл ике аҙнанан - 13 июлдә иғлан ителәсәк!
- Еңеүсене ғәҙәттәгесә Random.app ҡушымтаһы аша билдәләйәсәкбеҙ.

Бүләгебеҙ - башҡорт орнаментлы бейсболка! Һәм дә "Йәшлек"тән сувенир - уныһы әлегә сер булып торһон....

Башҡортостан Артегы ни хәлдә? Фоторепортаж ҡарағыҙ.
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-06-2016, 15:48


Башҡортостан Артегы ни хәлдә? Фоторепортаж ҡарағыҙ.

"Бәйләнештә"ге "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөн ҡарағыҙ!
1) Административ корпус. Ул әле һәйбәт торошта;
2) Ашхана. Элек бында ял иткән халыҡ икешәр сменала ашаған. Бөгөн иһә емерелеп бөтөп бара;
3-4) Ҡаҙанлыҡ. Сағыштырмаса һуңғараҡ төҙөлгәс, һәйбәт һаҡланған;
5) Гараж. Әле емереп өлгөрмәгәндәр. Эстә хатта машиналар ҙа бар, тиҙәр.
6) Аҙыҡ-түлек келәттәре....

Киләһе йыл - Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип аталасаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-06-2016, 14:24


Киләһе йыл - Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип аталасаҡ2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM