НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечо
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-08-2016, 12:16


Помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечоГөлназ Ишемғолованан ҡышҡылыҡҡа тәмлекәс:
Табаҡтағы үткәрелгән, туралған йәшелсәләргә ярты стакандан күберәк көнбағыш майы (бер стакан итһәң дә эсте тишмәй, тик мин үтә майлыны яратмайым), бер стаканды саҡ ҡына тултырмай шәкәр, өс ҡалаҡ тоҙ, 100 мл аш һеркәһе (9%) ҡушып бутап утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сығып ун минут үткәс, нәҙек кенә итеп түңәрәкләп туралған ҡыяр өҫтәйбеҙ. Тағы ла ун биш минут ҡайнатҡандан һуң һүндерәбеҙ ҙә, алдан стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастар менән япҡас, түңкәреп, йылыға төрөп тыныслыҡта ҡалдырабыҙ. Интернеттағы күп кенә рецепттарҙа йәшелсәләрҙе сиратлап һалып ҡайнатырға тиелгән, тик мин “эт ялҡауы”, улайтып торорға ваҡытым әрәм. Шуға бөтәһен бергә һалып бутайым да ҡайнатам. Иң мөһиме, ҡайнау ваҡыты 25 минуттан артмаһын, атыу һуғаны менән ҡыяры йомшаҡ буласаҡ, ә былай кетерләп кенә тора....

Кореяса ҡыяр ашамлығы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-08-2016, 12:10


Кореяса ҡыяр ашамлығы
Ҡыяр - 4кг,
кишер - 1 кг,
шәкәр - 1 ст,
көнбағыш майы - 1 ст,
һеркә - 1 ст,
тоҙ - 4 аш ҡалағы,
ҡыҙыл борос - 1 аш ҡалағы,
һарымһаҡ - 1 баш...

“Сәләм, республика!”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 12-08-2016, 21:09


“Сәләм,  республика!”Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы 15 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур байрамға саҡыра.
14 августа Сибай ҡалаһында үҙенсәлекле “Сәләм, республика!” акцияһы үтә. Унда һеҙ “Сәләм” программаһының махсус байрам сығарылышының шаһиты була алаһығыҙ. Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Сибай ҡалаһының мәғариф үҙәктәре, ижади коллективтары, спорт алдын­ғылары, райондың йөҙөн билдәләүсе шәхестәр бер майҙанға йыйыла. Быға тиклем “Сәләм” тапшырыуын телевизор аша ғына ҡараған тамашасылар үҙҙәре лә эфир геройына әйләнәсәк. Иртәнге программаның алып барыусылары – Наил Юнысов һәм Лилиә Ҡорамшина тамашасыларҙы иң дәртле, талантлы, эшһөйәр халыҡ менән таныштырыр. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҡыҙыҡлы конкурста шәп бүләктәр отоу мөмкинлеге бар. Байрам Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында, иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана....

Хыялыңа тура атла!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 10-08-2016, 21:33


Хыялыңа тура атла!Бөгөнгө заман кешегә үҙ-үҙен табырға, һәләттәрен асырға күп мөмкинлек бирә. Күр, өйрән һәм шул мөмкинлекте ҡулыңдан ысҡындырма ғына! Башҡорт дәүләт университетында сит телдәрҙе өйрәнеүсе Ғәлиә Насерт­динова тырышып уҡып, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып өлгөрөүсе йәштәребеҙ иҫәбенән. Яңыраҡ ул Глобал ЮГРАД (Global UGRAD) программаһы буйынса Америкала булып, белемен арттырып ҡайтты. Программаға эләгеү еңелдән түгел, әлбиттә, конкурс шарттары бар. Тәүҙә анкета тултырып, үҙең тураһында эссе яҙырға кәрәк. Шулай уҡ волонтерлыҡ менән шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған студент булыр­ға тейешһең. Америка илселегендә эшләүселәр скайп аша интервью ала, инглиз телен нисек белеүеңде башҡа төрлө имтихандар ярҙамында ла күрһәтәһең. Ҡыҫҡаһы, программаның маҡсаты – лидерлыҡ сифаттары булған, йәмғиәт үҫешенә өлөш индерә алған, тырыш һәм белемле студенттарҙы һайлап алыу. Был юлы Ғәлиә Башҡор­тостандан ошо конкурс аша үткән берҙән-бер генә студент булды. Ә Рәсәйҙән 11 кеше үткән. Ошо егет-ҡыҙҙар, оҙайлы, әммә ҡыҙыҡлы юлға сығырға йөрьәт итте – Америка Ҡушма Штат­тарына барып ҡайтты. Ғәлиә океан аръяғында йәшәүе, уҡыуы барышында туплаған тәьҫораттары тураһында “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына һөйләмәксе....

Ысын дуҫлыҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 8-08-2016, 21:37


Ысын дуҫлыҡЕгет менән ҡыҙ араһында ла дуҫлыҡ була икән ул... хатта бына тигәне лә...

Дуҫ... Шундай бәләкәй генә һүҙгә күпме мәғәнә һалынған... Ысын дуҫ... Бына инде беҙҙең дуҫлыҡҡа тиҙҙән бер йыл була. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ундай дуҫлыҡ була икәнен белмәй ҙә инем... Ә хәҙер беләм, ышанам егет менән ҡыҙҙың дуҫлығына. Уҡырға, йәғни Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына белем алырға ингәс тә, иң күп ярҙам ҡулы һуҙыу­сы (1 курста айырыуса бик мөһим бит инде), ауыр саҡта ярҙам итеүсе, һәр ваҡыт янымда булыусы кеше, изгелек бөркөүсе, ижадташ дуҫ, ысын кеше, мине үҙенең туғанылай күреүсе бер ябай яҡын дуҫым, хатта, апайым ул – Гөлдәниә Һағынбаева. Ошо бер генә йыл эсендә беҙ бер- беребеҙҙе белеп, өйрәнеп тә бөттөк... “Тайғаныңда таян дуҫтарға” тигәндәй... Һин терәк, таяныс... Һинең менән бергә саҡта бер ваҡыт та күңелһеҙ булмай... Онотолмаҫлыҡ мөғжизәгә тулы хәтирәләр......

Әсе емеш
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 3-08-2016, 09:59


Әсе емешБер батшаның бик яратҡан ҡоло була. Көндәрҙең береһендә батша уның менән урмандан барғанда ағаста аҫылынып торған бер емеште ҡылысы менән киҫеп төшөрә һәм уның бер киҫәген киҫеп юлдашына бирә. Ҡоло ул киҫәкте тиҙ генә ашап бөтә һәм тағы ла һорай. Батша тағы киҫеп бирә. Шулай итеп һуңғы бәләкәй киҫәк ҡала....

Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 1-08-2016, 21:27


Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!Тоҙло ҡыяр
Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыяр­ҙың башын киҫеп, бер тәүлеккә һыуҙа тотабыҙ. Эмаль кәстрүлде йәки быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, төбөнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм керән япраҡтары, һарымһаҡ һалына. Ҡыяр йомшармаһын өсөн имән япрағы һалыр­ға ла мөмкин. Һауыт тулғас, тоҙлоҡ әҙерләп ҡойоп, өҫтөнә сепрәк ябып, ҡапҡас ҡаплап, ауыр нәмә менән баҫтыралар. Тоҙлоҡ йылы булһа, ҡыяр тиҙерәк тоҙлана. Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ иҫәбенән ҡайнатыла.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә теләһәгеҙ, тоҙлоҡто ике мәртәбә ҡайнатып, банкаларға һалып, стерилләнгән ҡапҡас менән ябып ҡуйырға кәрәк.
...

Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-07-2016, 11:56


Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Ауылда ташҡабаҡ (кабачок) ашап рәхәтләнәбеҙ, әйтәгүр! Турап табала ла ҡыҙҙырҙыҡ, мейестә лә бешерҙек, күңел булғансы төрлөсә ҡыландырҙыҡ. Бына әле апайым менән эсенә фарш тултырып бешерергә булып киттек. Туҡлыҡлы, матур, тәмле ризыҡ! Ҡунаҡ өҫтәленә ҡуйырға ла оят түгел. Хан ризығына тиң! Беҙҙең ташҡабаҡ елле генә ине, ҙур булғас оҙағыраҡ беште, сәғәт ярым тирәһе. Бәләкәйерәктәре бигерәк йәтеш бешерергә. Улары тиҙ әҙер була.
...

Эй, матурлыҡ! Шундай тылсымлы һин, Күңелгә көс, илһам бирәһең...
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-07-2016, 11:57


Эй, матурлыҡ! Шундай тылсымлы һин, Күңелгә көс, илһам бирәһең...
Йәй – уңған ҡыҙ, йәйеп ҡуя һалған
Яландарға сәскә келәмен.
Эй, матурлыҡ!
Шундай тылсымлы һин,
Күңелгә көс, илһам бирәһең.
Ҡояш нуры гөл-сәскәләр менән
Бейегәндә елдең моңона,
Сихырланып ошо матурлыҡтан,
Күңелдәргә дәрттәр уйыла.
Бәхет татып бындай гүзәллектән,
Урғылдырып илһам шишмәһен,
Ғүмерҙәрҙең бәрәкәтен күреп,
Һәр бер кеше матур йәшәһен.
Гөлнур Ҡыуатова....

Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ йәки алкаштар өсөн “фәһемле” кәңәштәр
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 20-07-2016, 15:18


Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ йәки алкаштар өсөн “фәһемле” кәңәштәрБыл мажаралар бер ауылда булһа ла, республикабыҙҙың һәр ауылы өсөн дә уртаҡтыр. Сөнки ауыл геройҙары, башлыса, ир-ат, эске менән бәйле бер үк хәлгә тарый торған. Бахмур, эсергә аҡса юҡлыҡ, ҡатындарҙан ҡасыу кеүек проблемалар беҙҙең ауыл ир-аттарын ғына “борсомайҙыр”. Ауыл кешеһе үҙенең тапҡырлығы, үҙенә генә хас юморы менән башҡаларҙан айырылып тора. Геройҙарымдың күптәре бөгөн иҫән түгел инде, ә кемдер, бәлки, үҙен таныһа, моғайын, үпкәләмәҫ. Сөнки бындай мажаралар тик уларҙың ғына “милке” булып тормай: улар тыумаҫ элек унан оло ағайҙары был хәлде үҙ елкәһендә татыған булған. Йәштәр өсөн ҡайһы бер ҡушаматтар ҙа таныш түгелдер.
“Йәшлек” гәзитен күбеһе эскелекте яратмаған халыҡ уҡый, шуға ла алдан уҡ уларҙан ғәфү үтенәбеҙ. Һөйләнәсәк ваҡиғалар тарихта ғына ҡалып бара инде, сөнки бөгөнгө көн йәштәре насар ғәҙәттәрҙән азат, улар үҙ киләсәген эскелек менән бәйләмәҫкә тырыша. Шуныһы һөйөндөрә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM