НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Донъялағы берҙән-бер Айҙаҡай
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-10-2016, 13:42


Донъялағы берҙән-бер Айҙаҡай
Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында ваҡиғаларҙың күп өлөшө Айҙаҡай тигән ауылда бара. Әммә Ырғыҙ йылғаһы буйында ундай ауыл юҡ. Балаҡатай районына юлыбыҙ төшөү менән Айҙаҡай ауылы барлығын белеп, уның әҙәбиәтебеҙҙең классик әҫәре менән бәйләнеше тураһында ҡыҙыҡһына
ҡуйҙым. Танышыу ауыл исеме, тарихы менән башланып, талантлы ҡатындар, эшсән йәштәр, изге күңелле ата-әсәләр менән осрашып аралашыу аша тамамланды.

Айҙаҡай ауылы тураһындағы яҙманы ПДФ вариантында уҡырға мөмкин.
Ҡушымтаға баҫығыҙ:
Yesh_12-13-s.pdf [2,91 Mb] (cкачиваний: 27)...

Өфөләге "RUSSIAN DANCE AWARDS 2016" беренсе бейеү премияһы финалында көтөп ҡалабыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 11-10-2016, 20:19



ТИК 23 ОКТЯБРҘӘ!!!
Республиканың ИҢ ЯҠШЫ бейеү коллективтары һәм бейеүселәре үҙҙәренең нимәгә һәләтле икәнен күрһәтәсәк!

Һин бик "текә" шоуға әҙерме? - Беҙ һине Өфөләге "RUSSIAN DANCE AWARDS 2016" беренсе бейеү премияһы финалында көтөп ҡалабыҙ

Билеттар һаны СИКЛӘНГӘН

Билеттарҙы һылтанма буйынса үтеп алырға мөмкин!
https://rda2016.ticketforevent.com/ru/home/14607/...

Сырлы макарондар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 11-10-2016, 14:29


 Сырлы макарондарБыл ризыҡ һәр йортта әҙерләнә. Беҙ бары тик был ябай макарондарҙы үҙенсәлекле соус менән табынға биреп, бер аҙ тәмләтергә булдыҡ.
Эште макарондарҙы бешереүҙән башлайбыҙ. 1,5 литр һыуға тоҙ һалып 300 грамм тирәһе макаронды (мин уртаса ҙурлыҡтағы спиралдәрҙе яратам) әҙер булғансы бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытып 20 грамм аҡ май һалып бутап ҡуябыҙ.
Табала 50 грамм майҙы айырым иретәбеҙ. Уттан алмайынса уға тәүҙә 60-70 грамм тирәһе он һалып бутайбыҙ, аҙаҡ 2 стакан һөт ҡоябыҙ. Ҡайнап сығыу менән был массаны уттан алып, уға 400 грамм тирәһе ҡаты сыр (ҡырғыс аша үткәреп), тоҙ, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка), ҡара һәм ҡыҙыл борос, һарымһаҡ һәм паприка һалып, яҡшылап бутарға.
Был сырлы соусты бешкән макарон өҫтөнә ҡойоп, табынға ҡайнар килеш бирәләр. Аштарығыҙ тәмле булһын, ҡәҙерле төркөмдәштәр!...

Яратырға ярамай ине... (хикәйә, тулы вариантта )
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-10-2016, 14:09


Яратырға ярамай ине... (хикәйә, тулы вариантта )Сентябрь айы. Тәбиғәттең әкренләп-әкренләп алтын төҫкә мансыла барған сағы. Әрме хеҙмәтен бына-бына тултырып ҡайтырға йыйынған Фәрит дуҫы Ҡасимдан хат алды. Ҡайтыр ваҡыты етеп килгәс, үҙе лә ауылға хат яҙманы, әсәһенән дә әлегә хәбәр юҡ. Ул хатты алды ла ашығып уҡый башланы.
“Һаумы, друг! Һиңә тыуып үҫкән яҡтарыңдан ҡайнар сәләм! Ну унда служба нисек бара? Ҡайтыр көндәреңде һанап еткерә алмайһыңдыр инде. Ну ничего, һау кешегә ни, таң ата ла кис була, ваҡыт тиҙ үтә. Тиҙҙән күрешербеҙ. Беҙҙең урамда ла байрам булыр. Шулай бит! Әй, дуҫ, чуть онотманым. Ауылға хәтәр матур бер ҡыҙ уҡытырға килде. Атлы кеше төшөп ҡарамалы, йәйәүлеһе ятып ҡарамалы шәп ҡыҙыҡай. Әсәйең яңғыҙ булғас, йәшәргә һеҙгә индерҙеләр үҙен.
Ҡыйыш ауыҙ “амбал” Әхәт ҡапҡағыҙға бер егетте лә яҡын ебәрмәй, ҡоҙғон һымаҡ, теге ҡыҙҙы ҡарауыллай. Тиҙерәк ҡайт! Яҙмыш ҡушһа, һиңә “во!” тигән готовый кәләш...”...

Һорау - яуап
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 6-10-2016, 12:59


Һорау - яуапТелефонды алмаштырып буламы?
Һатып алынған телефон оҡшамаһа, 14 көн эсендә кире тапшырып, аҡсаһын алырға йәиһә икенсегә алмаштырырға мөмкинме?
Айнур.


РФ Граждандар кодексының 502-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, һатып алынған техниканың сифатына, төҙөклөгөнә дәғүәгеҙ булмаған хәлдә лә, нимәһелер оҡшап етмәһә, 14 көн эсендә уны кире ҡайтарырға йәиһә икенсе тауарға алмаштырырға мөмкин. Әммә был ҡағиҙә ҡатмарлы тауарҙарға ҡағылмай. Йәғни ике аҙна эсендә ике функция ғына башҡарыусы иң ябай телефонды ғына кире ҡайтарып була. Сенсор экранлы телефондар был категорияға инмәй. Йәғни смартфон, планшет йәиһә сенсор экранлы телефондарҙы берәй етешһеҙлеген йәиһә тейешенсә эшләп етмәүен асыҡлағанда ғына магазинға кире тапшы­рырға мөмкин.
Һатып алынған телефондың гарантия ваҡыты сыҡмаҫ элек ниндәйҙер етешһеҙлеген тапһағыҙ, уны кире ҡайтарыуы күпкә еңелерәк. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа һатыусы йә аҡсаһын кире ҡайтара, йә телефонды алмаштырып бирә, йә бушлай ремонтҡа тапшыра. Ниндәйҙер бәхәсле осраҡ килеп сыҡһа, бойондороҡһоҙ экспертизаға ебәрәләр. Экспертиза иһә телефондың тәүҙән үк төҙөк булмауын йәиһә ҡулланған ваҡытта һеҙҙең уны боҙоуығыҙҙы асыҡлаясаҡ. Шунан сығып, тейешле ҡарар ҡабул ителә лә инде....

Сәсәнгә тәүге һәйкәл!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 3-10-2016, 12:42


Сәсәнгә тәүге һәйкәл!24 сентябрҙә Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа барельеф асылды. Был изге эште башҡарыуҙа башлап йөрөүсе, оло сараны ойоштороусы яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимовҡа оло рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Сәсән рәсемен эшләүсе яҡташыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов Ҡаруанһарай мәсетенең 170 йыллығын билдәләргә Ырымбурға саҡырылыуы арҡаһында тыуған яғындағы был күркәм сарала ҡатнаша алманы....

Бутерброд пастаһы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-09-2016, 17:56


Бутерброд пастаһыБутерброд тиһәң, минең ниңәлер күҙ алдына ҡаймаҡ йә май һыланған, колбаса менән сыр һалынған икмәк килә лә баҫа. Сөнки бала саҡта тап шулай ашай инек. Үҫә килә табындарға шпрот менән майонездан яһай башланылар. Ә мин һуңғы арала төрлө бутерброд пасталары эшләп ҡарай башланым.
Мәҫәлән, иртәнге сәйгә мин кистән балыҡтан паста әҙерләп ҡуям. 2 йомортҡаны бешереп ҡырғыс аша үткәрәһең. Ярты һыуғанды, бер киҫәк сельд балығын ваҡлап турайһың (блендер менән иҙергә лә була). Бүлмә температураһындағы аҡ майға йомортҡа, һыуған һәм балыҡты һалып яҡшылап бутайһың. Иртәнге табын өсөн бынамын тигән паста әҙер. Ҡара икмәккә яғып ашаһаң телеңде йоторлоҡ тәмле була!
Артып ҡалһа, пластик һауыттарға һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ, йәки эшкә алып барырға мөмкин!...

Ашҡабаҡ ҡабартмалары (оладьи)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-09-2016, 14:56


Ашҡабаҡ ҡабартмалары (оладьи)Сентябрҙә баҡсала ашҡабаҡтар өлгөрөп етә. Тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ. Унан уңған хужабикәләр телеңде йоторлоҡ тәмле аш-һыу әҙерләй. Ябай ғына рецепт менән мин дә уртаҡлашырға булдым.
Уртаса ҙурлыҡтағы ашҡабаҡтың яртыһын орлоҡтарҙан, ҡабығынан таҙартҡас иттурағыс аша үткәреп алырға. Ул массаға 1 йомортҡа, яртышар стакан шәкәр, крахмал оно, 1,5-2 стакан бойҙай оно, аш һеркәһендә һүндерелгән 1 сәй ҡалағы сода, һәм тәменә ҡарап тоҙ һалып яҡшылап бутарға.
Уларҙы майҙа ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Бешҡәс тә был ҡабартмалар төҫөн юғалтмай, ҡояш кеүек һарыҡай ғына булып табын биҙәйәсәк. Ә сәй табынына уларҙы бал йәки алма ҡайнатмаһы менән бирергә була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!...

Йәйғор нурын яратаһың икән-
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 22-09-2016, 10:44


Йәйғор нурын яратаһың икән-Йәйғор нурын яратаһың икән-
Ямғыр үткәндәрен көтә бел.
Дауылдар ҙа мәңге ҡоторонмай,
Ғәрәсәттең һуңы- имле һил.

Һөйөләһең килһә- кисерә бел,
Хискә һыуһағанһың- кисә бел,
Тоғро дуҫтар кәрәк тиең икән-
Күңелеңдә һаҡла иҫәбен.

Бәхет кәрәк икән, һағыш аша
Офоҡ алланғанын күрә бел.
Тартып торған меңәр нурҙарынан
Үҙеңдекен генә тирә бел.
...Был тормоштан ниҙер кәрәк икән-
Аҡтыҡ түҙемеңде бирә бел...

Наилә Хамбалеева...

Нью-Йоркта – башҡорттар йыйыны
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 21-09-2016, 13:09


Нью-Йоркта  –  башҡорттар йыйыныйәки Сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ унан дәртләнеп, сәмләнеп ҡайтты

Былтыр йәй матбуғатта Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы Линера Юламанова Өфө егете Азат Ғилфановҡа кейәүгә сығып, Америкала йәшәүҙәре, сит мөхиттә Асҡар исемле улдарын башҡорт рухлы итеп үҫтереүҙәре хаҡында мәҡәлә баҫылғайны. Линера «Ҡомартҡы» сайтын инглизсәгә тәржемә иткән. Социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған конкурстарҙың береһендә ҡатнашып, сит ерҙәрҙә башҡорттарҙы танытып йәшәгәне, фото төшөрөү менән мауыҡҡаны һәм башҡа күркәм сифаттары өсөн ҡазан ҡалаһы модельеры Алина Хилалованың киске күлдәгенә лайыҡ булғайны. Быйыл ҡыҙҙың әсәһе Венера Юламанованың «Бәйләнештә» селтәрендә ҡуйған фотоларына ҡарап, был ханымдың ҡыҙы, кейәүе, ейәне янында Америкала йөрөүенә иғтибар иттем. Ял көнө таңғы сәғәт биштә интернет селтәренә инеүем булды, онлайн режимында булған дуҫым Венера Юламанова: «Ни эшләп йоҡламайһың? һеҙҙә бит яңы таң ата», – тип яҙҙы. «Эйе, ә һеҙҙә сәғәт нисә?» – тип ҡыҙыҡһындым. «Киске һигеҙ», – тине. Шулай һүҙгә һүҙ ялғанды, хәл-әхүәлдәрҙе һораштыҡ. ҡоҙағыйым (Венера – бер туған апайымдың апһыны) апрелдән Америкала икән. Темәс мәктәбендә балалар уҡытҡан мөғәллимә, педагогик стажы 25 йылға тулғанлыҡтан, ваҡытынан алда пенсия юллаған. Сираттағы отпускыһы мәлендә ҡыҙына ҡунаҡҡа барған һәм йәйҙе шунда үткәрергә, улай ғына ла түгел, тағы бер йыл шунда ҡалырға ҡарар иткән....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM