НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Берҙәмлектә беҙҙең көс
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 6-03-2017, 11:02


Берҙәмлектә  беҙҙең көсМин Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡыйым. Музыканы үҙ итәм: сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музы­канттар­ҙың бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алырға, Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булырға яҙҙы. Республика кимәлендәге ҡурайсылар байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем. Халҡымдың “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөл­нәзирә”, “Ҡарабай” кеүек көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ кеүек сәсәндәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй, тыуған еремдә йәшәү – минең өсөн оло бәхет....

"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-03-2017, 10:20


"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар25 йыл элек, “Йәшлек” гәзите башланғысы менән, республикала тәүге тапҡыр “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы үткәйне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының мөһабәт сәхнәһенә сығып, тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының матурлыҡ өлгөһө булып сығыш яһаған ҡыҙҙарҙың батырлығына таң ҡалырлыҡ ине. Бөгөн, аҙналар буйы ойоштороусылар ярҙамында репетиция яһап, сәхнәлә игеҙәктәр кеүек бер иш 15 – 16 ҡыҙ йөрөһә, ул заманда ете ҡыҙ ике сәғәт буйы тәүге “Һылыуҡай” таҫмаһы өсөн көс һынашты.
Бөгөн тәүге һылыуҡайҙар ҡайҙа йәшәй? Нимә менән шөғөлләнә? Ниндәй эштәре менән башҡорт милләтен данлай? Ошо һорауҙар менән уларҙың һәр береһенә мөрәжәғәт итеп, яуаптар алдыҡ....

Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 1-03-2017, 16:59


Сәнғәт ене  ҡағылған кешеләр
Ҡәйнәм Әлфиҙә, өлкән ҡәйнәм Еҙбикә һәм ҡайным Ғәлимйән йыр-моңға маһирлығы, донъя көтөргә әүәҫлеге менән беҙҙе һоҡландыра

“Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам” конкурсы хаҡындағы мәғлүмәтте күреп ҡалғас, үҙемдең ҡайным-ҡәйнәм тураһында яҙырға булдым. Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре....

Майлы ҡоймаҡ ҡойоү сере
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-02-2017, 13:05


Майлы ҡоймаҡ ҡойоү сереБөгөн бөтә донъяла Майлы Шишәмбе көнө билдәләнә! Был байрамды майлы ҡоймаҡ бешереп үткәрергә тәҡдим ителә. Һеҙҙен өсөн Фирҙәүес Кәримованан ҡоймаҡ рецебы:
1 литр hөткә 0.5 литр (0.5 л банка) йылымыс hыу. Шуга 2 сәй ҡалағы пакмай, 3 с.ҡ. шәкәр кушырға, ҡоймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырга. Масса әсеп, купереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы, 1 аш ҡалагы тулыр-тулмаҫ тоҫ ҡушабыз. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә, күпсеп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башлаhан да була.
Мин бер ыңгай ике табала ҡоям. Ҡалын төплө табалар отошлораҡ. Табаларҙы майламайым, бешкән ҡоймаҡтарҙы hыйыр майы менән майлап, ҡатлап hалып барам. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә куренмәле килеп сыга....

Ир-егеттең аҫылдары!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-02-2017, 12:18


Ир-егеттең аҫылдары!“Минең батырым” конкурсында ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тиергә була
Хөрмәтле йәмәғәт, күптәрегеҙҙең “Йәшлек” иғлан иткән конкурстарҙа үҙен һынап ҡарағаны бар. Рәхмәт һеҙгә! Шундай әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән һәр ярыш ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле үтә. Конкурсты башлап ебәрерлек байрамдар, яҡшы ваҡиғалар ҙа булып тора бит әле ул, рәхмәт төшкөрө....

Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 21-02-2017, 17:34


Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында биш тиҫтә йылдан ашыу матур ғүмер кисереүсе ҡайны-ҡәйнәбеҙ Мөхтәр һәм Мәрғүбә Сафиуллиндарҙың, татыу йәшәгеҙ, тигән наказын тотоп, гөрләтеп йәшәйбеҙ....

«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 21-02-2017, 17:33


«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»Бөтә ил менән көтөп алған Яңы йылды ҡаршылап, уны иҫкесә лә, ҡытайса ла билдәләп, инде ныҡлап эшкә сумыуға беҙҙе тағы ла байрамдар көтә: 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар, 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Тәүгеһен халыҡ – ир-ат, икенсеһен ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тип ҡабул итә.
Ошо ике ҙур байрам алдынан «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» тип аталған өр-яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Исеменән үк күренеүенсә, маҡсатыбыҙ – гәзит уҡыусыларға тормош көткәндә ҙур таяныс булған, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашҡан, йәшәү тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан ҡайны-ҡәйнәләренә рәхмәт белдереү мөмкинлеге биреү.
Бәйгенең шарттары ябай ғына: ҡайны-ҡәйнәгеҙҙең, һеҙгә ярҙам итеүҙән тыш, ярат­ҡан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, тормош принцибы һәм башҡа өлгө булырлыҡ сифаттары һәм мотлаҡ тормошоғоҙҙа һеҙгә онотолмаҫлыҡ һабаҡ биргән ваҡиға тураһында редакцияға йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы хат ебәрергә кәрәк. Уға ҡушып, ғәзиздәрегеҙҙең сифатлы фоторәсемдәрен дә һалыр­ға онотмағыҙ. Яҙмағыҙҙың күләме өс биттән артмаһын. Конверт ты­шына «Конкурсҡа» тигән билдә ҡу­йығыҙ. Хатығыҙҙы «Йәшлек»тең электрон почтаһына ла – ye02@yandex.ru һала алаһығыҙ.
Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
Мөхәрририәт....

Мине киләсәк борсой
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-02-2017, 17:29


Мине  киләсәк борсойХыял... Хыял ҡанатландыра, уйға һала, әйҙәй, бейеклектәргә саҡыра, битараф булмаҫҡа өндәй… Хыял… Ниндәйҙәре генә юҡ улар­ҙың… Мин уны мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡына, ҡабарып ҡына торған, ап-аҡ, сафлыҡ бөркөп торған итеп күҙ алдыма килтерәм. Хыялланып йәшәү, алдыңа маҡсаттар ҡуйып йәшәү шәп бит ул!

Бәләкәй генә саҡтан хыялланырға яратам. Өлә­сәйем: “Йәне бар кеше хыялланырға тейеш, хыял менән кеше йыһанға ла осто”, – тип әйтергә ярата. Ысынлап та, хыялланмаған, уйланмаған сәғәтем, минутым да юҡ бит ул! Көндөң аҙағы нисек булыр, ә иртәгә мине нимә көтә, алдағы аҙнала, ә киләсәктә?..
IX класс уҡыусыһы булараҡ, төрлө һорау борсой: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хә­ҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?.....

Сочник (эремсектән тәмлекәс)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-02-2017, 15:19


Сочник (эремсектән тәмлекәс)
Ҡамыр өсөн: 210 гр он, 100 гр аҡ май (йә маргарин), 50 гр шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 1/4 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс һәм самалап тоҙ.
Эслек өсөн: 200 гр эремсек, 40 гр шәкәр, 30 гр он, 20 гр ҡаймаҡ, 1 йомортҡа һарыһы.
Был ингредиенттарҙан ҡамыр баҫып, йәйергә һәм түңәрәк формалар менән ҡырҡырға. Һәр түңәрәктең эсенә эслек һалып ярым түңәрәк итеп бөкләргә, Килеп сыҡҡан ярым түңәрәктәрҙе майлы табаға һалып, 200 градуста 20 минут самаһы бешереп алабыҙ....

Әҙер ләүәштән рулет
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 8-02-2017, 16:56


Әҙер ләүәштән рулет150 грамм майонезға 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалырға. Айырым һауытҡа 150 грамм сырҙы ҡырырға, 200 грамм тирәһе ветчинаны туҡмаслап турарға, ваҡланған укроп һалып бутар­ға. Әҙер ләүәштең өҫтөнә тәүҙә майонезды, аҙаҡ сыр менән буталған ветчинаны һыларға. Уның өҫтөнә икенсе ләүәште һалғас, рулет итеп төрөргә лә, 2 – 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға ҙур булмаған телемдәргә бүлеп бирергә кәрәк.
...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM