RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИҒТИБАР: ялған почтальон!

21.09.2012 ИҒТИБАР: ялған почтальон!

Оло йәштәгеләр йыш ҡына алдаҡсыларҙың ҡорбанына әйләнә. Үҙҙәрен хакимиәт вәкиле йәки социаль хеҙмәткәр тип таныштырған әҙәмдәр улар­ҙы “тишек кәмәгә ултыртып” китә. Сит кешеләргә ышанырға ярамағанлығы тураһында даими яҙһаҡ та, алданыусылар һаны кәмемәй.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 89 йәшлек әбейҙең ишеген ҡағалар.
– Һаумыһығыҙ, яңы почтальонығыҙ булам. Элеккеһе хәҙер икенсе районда эшләй... Бына, пенсия килтерҙем, – тип йылмая мөләйем ҡатын.
– 25-е килтерә торғайнылар, хәҙер ошо көндә алып киләсәк­һеңме? Ярай, бик хуп, көтөп торғаныбыҙ шул пинсиә инде, – әбей килеүсене шатланып фатирына үткәрә.
ҡатын уға тейешле сумманы тотторғас, улар донъя хәлдәре тураһында бер аҙ тел сарлап та ала.
Ике көн үткәс, әлеге ҡатын тағы ла әбейгә килә. Был юлы ул унан бурысҡа аҡса һорай.
– Һинән башҡа өмөт итеп килер кешем юҡ. 70 мең һум аҡса биреп торһаң ине, дүрт көндән ҡайтарам. ҡыҙымдың уҡыуына түләргә кәрәк, юғиһә университеттан ҡыуалар, – тип үҙен йәлләтеп тә ала.
Әбей уның хәленә инә, оҙаҡ йылдар тинләп-һумлап йыйған аҡсаһын тоттора. Вәғәҙәләгән ваҡытҡа ҡатын бурысын ҡайтара.
Ә бер нисә көндән әбей магазинда иҫәпләшкәндә һатыусы аҡсаһының ялған булыуын әйтә. Баҡтиһәң, баяғы “почтальон” бурысын “Шаяртыу банкы” яҙыуы булған сувенир аҡса менән ҡайтарған.
Әлеге мәлдә енәйәтсене эҙләү операцияһы бара. Бындай “шаяртыу” өсөн уның биш йылға төрмәгә эләгеүе ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне