RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Миһырбанлы кешеләр, битараф ҡалмағыҙ!

07.02.2012 Миһырбанлы кешеләр, битараф ҡалмағыҙ!

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция!
Һеҙгә халыҡтан ярҙам һорау маҡсаты менән Хәмиҙуллиндар ғаиләһе мөрәжәғәт итә. Ғаилә ҡороп бергә тороуыбыҙға өс йыл. Йәш булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәлә беҙгә оло һынау ебәрҙе. Мөхәббәт емешебеҙ – улыбыҙға табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙы һәм ғүмерлеккә түшәктә ятасағын әйтте.
Әлеге ваҡытта Әмин улыбыҙға 2 йәш. Ул 2010 йылдың 6 февралендә, 10 сәғәт ыҙаланғандан һуң, иҫһеҙ, бик күп йәрәхәт алып донъяға килде. Операция ярҙамында тыуҙырылырға тейеш булһа ла, табиптар ниңәлер яһаманы. Әлеге көндә улыбыҙға баш мейеһенең органик йәрәхәтләнеүе, микроцефалия, эпилепсия, күҙ нервыларының атрофияһы тигән диагноз ҡуйҙылар, йәғни Әмин ултырмай, имгәкләмәй, йылмаймай, һөйләшмәй, күрмәй, көнө-төнө көҙән йыйырыуы (судороги) менән ыҙалана.
Рәсәйҙә бындай диагнозлы балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуға бер ниндәй ҙә саралар күрелмәгән, бары тик дарыуҙар биреү менән генә сикләнелә. Әммә беҙгә бөгөнгә тиклем дарыуҙарҙың зыянынан башҡа файҙаһы булманы.
Әлһәмдүлилләһ, әле улыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуға мөмкинлектәр биреүсе Гленн-Доман методикаһы буйынса дауалана башланыҡ. Ошо методика буйынса дауалаусы АҡШ табиптары көҙ көнө Украинаға килде. Беҙ бындай мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға булдыҡ. Украинаға барыуыбыҙ бушҡа булманы, Әминдә күҙгә күренерлек үҙгәрештәр бар.
Был юлы АҡШ-ҡа дауаланырға барыу ҡарала. Әммә унда дауаланырға мөмкинлегебеҙ юҡ. Хәләл ефетем бер үҙе эшләй, беҙ Өфөлә кеше торлағында аҡса түләп көн күрәбеҙ.
Дауаланырға 300 мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Юл сығымдарын үҙебеҙ ҡаплар­ға тырышасаҡбыҙ. Америкаға барыу 19 – 20 март тирәһенә ҡаралған.
Хөрмәтле редакция һәм гәзит уҡыусылар!
Улыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуға ярҙам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ. Битараф ҡалмауығыҙға ышанабыҙ.
Хәмиҙуллиндар ғаиләһе.

Ярҙам итәйек!

Хәмиҙуллиндар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге иҫәпкә аҡса күсерә ала.

Давлекановское ОСБ №4600 г. Давлеканово, ул. М. Гафури, 24
КПП 025902001,ИНН 7707083893, БИК 048073601,
Банк получателя Башкирское ОСБ№8598 г. Уфа СБ РФ в НБ РБ,
Кор.сч.30101810300000000601
Номер лицевого счета:№40817810606062762199
Номер карты – 639002069045266002
Ф.И.О вкладчика – Хамидуллина Лилия Ахмедьяновна
Для физических лиц достаточно знать номер карты 639002069045266002
Срок действия карты 04/13.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне