НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » "Йондоҙло табын" - Земфира АҠБУТИНА

"Йондоҙло табын" - Земфира АҠБУТИНА


"Йондоҙло табын" - Земфира АҠБУТИНА
Бөгөн “Йәшлек” уҡыусыларына уҡытыусы, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Земфира АҠБУТИНА үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә өйрәтә.

Пицца
Кәрәгенсә он, бер йомортҡа, тоҙ, шәкәр, ванилин, сода йәки ҡамыр күперткес һалып, йомшаҡ итеп сөсө ҡамыр баҫырға. Эслек әҙерләгәнсе ул ултырып тора.
Эслек өсөн: көнбағыш майында бер баш һуғанды ҡыҙҙырып, әсеһен сығарырға. Ҡамырҙы йәйеп, майланған табаға һалғас, иң тәүҙә һуған, унан һуң кетчуп йә соус һалыр­ға. Йоҡа ғына итеп иҙелгән картуф һалғанда, пицца йомшаҡ буласаҡ. Тағы ла оҙонсалап туралған колбаса, ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибергә. Түңәрәкләп турал­ған помидор менән өҫтөн биҙәргә. Ҡалаҡ менән эслекте тығыҙлап сығырға ла, духовкала 20 – 25 минут бешереп алырға.

Татлы салат
Был салат өсөн 200 грамм краб таяҡсаһы, 3 пакет сыр тәме килгән соха­рый, 3 – 4 бешкән йомортҡа, 2 – 3 алма, бер банка кукуруз, тәменә ҡарап майонез кәрәк.
Краб таяҡсаларын оҙонсалап, йомортҡа менән алманы дүрткел итеп турара. Сохарый, кукуруз ҡушып, бөтәһен бергә майонез менән бутарға. Өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәп, табынға бирергә.

Өй шарттарында яһалған сыр
10 литр айыртылған һөттө йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Ул ойоғас, тоҡҡа һалып, бер аҙ һыуын һарҡытып алырға. Аҙаҡ кәстрүлгә бер литр ҡуйы һөттө эҫетеп, ойотҡо һарҡындыһын һалып эретергә кәрәк. Әҙер эремсекте үҙләнгәнсе баҫырға, һыуын ҡул менән һығып һарҡытырға. Уға 2 йомортҡа, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ сода, 150 – 200 г ирегән май һалып, утта ҡайнатаһың. Бер туҡтау­һыҙ ҡалаҡ менән болғатып торорға кәрәк. Һапырғанда өҙөлмәй аҡһа, тимәк, сыр әҙер. Эмаль һауытҡа һалып һыуытып алһаң, киҫәктәргә бүлеп табынға бирергә була.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 15-09-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 166
|
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Алма печеньеһы
  • Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәр
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM