НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Маринадлы ташҡабаҡ


Маринадлы ташҡабаҡ
Маринадлы ташҡабаҡ
3 кг ташҡабаҡ, укроп, петрушка, 2 – 3 кишер, ярты стакан һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, 150 мл аш һеркәһе, 1 ҡалаҡ хуш еҫле борос кәрәк.
Кишерҙе түңәрәкләп, ташҡабаҡты шаҡмаҡлап турап, өҫтөнә тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалып, 3 – 4 сәғәткә ултыртып ҡуйырға. Һуңынан йәшелсәләрҙе стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Ананас һутында ташҡабаҡ
1 кг ташҡабаҡ, 350 г ананас һуты, 0,5 стакан шәкәр, 2 – 3 ҡалаҡ лимон кислотаһы, бысаҡ осонда ванилин кәрәк.
Ташҡабаҡты турап, уның өҫтөнә шәкәр, лимон кислотаһы һалып, 15 минут ҡай­натыр­ға. Банкала һуты аҙыраҡ булһа, һыу өҫтәргә мөмкин. Стерил­ләнгән банкаға һалып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға.

Йәшелсәләрҙән ассорти
1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, помидор, ҡыяр, 5 ҡалаҡ тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Йәшелсә­ләрҙең барыһын да һаламлап турап, 10 минут бешерергә. Стерилләнгән бакаларға тултырып ябырға.

Кетчуп
4 кг помидор, 1 кг кишер, 3 баш һарымһаҡ, укроп, корейса кишер өсөн тәмләткестәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр, ярты стакан көнбағыш майы, ярты стакан аш һеркәһе кәрәк.
Йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәрергә лә тәмләткестәр өҫтәп, 40 минут бешерергә.
0, 5 л банка менән 10 банка кетчуп сыға.

Сығыу ваҡыты 11-09-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 89
|
  • Ҡабаҡ икраһы
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ!
  • Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!
  • Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM