НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Витаминлы аштар


Витаминлы аштар
Йомортҡалы, майлы ҡуҙғалаҡ

Ҡуҙғалаҡты йыуып, әҙ генә тоҙ һалынған һыуҙа бешереп, һыуын һарҡытығыҙ һәм вағыраҡ итеп турағыҙ. Табаға май, һуған һалып, әҙ генә ҡыҙҙырып алығыҙ. Унан әҙер ҡуҙғалаҡты һалып, өҫтөнә йомортҡа һытығыҙ һәм бешкәнсе талғын утта тотоғоҙ.
500 г ҡуҙғалаҡҡа 4 ҡалаҡ ирегән май, 3 баш һуған һәм 2 йомортҡа кәрәк. Тоҙ сама менән алына.

Шпинат менән ҡуҙғалаҡтан салат
Ҡуҙғалаҡ менән шпинат һабаҡтарын йыуып, йомшарғансы тоҙло һыуҙа ҡайнатығыҙ ҙа, һарҡытып, салат һауытына һалығыҙ.
Сәтләүек, һуған, һарымһаҡ, укроп, петрушканы иҙеп, бер аҙ ҡайнар һыу өҫтәп, тоҙ, һеркә, көнбағыш майы һалып яҡшылап болғатығыҙ. Иҙмә ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Ул салат өҫтөнә һалына.
Салат өсөн 300 г шпинат һәм ҡуҙғалаҡ, ярты стакан сәтләүек, 3 бүлкәт һарымһаҡ, берәр ҡалаҡ туралған йәшел һуған, укроп, петрушка, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, самалап тоҙ һәм һеркә алына.

Кесерткән ашы

Һуған, кишер, йомортҡаны ваҡлап турап, 1 стакан һыу, тоҙ, май ҡушып, быҡтырырға ҡуйығыҙ. Икенсе һауытта кесерткәнде бешерегеҙ. Уны һөҙөп алып, ваҡлап турағыҙ ҙа, бешкән һыуына кире һалығыҙ. Тәүге кәстрүлдәге аштың һыуы бөтөп, майы ғына ҡалһа, кесерткәнде һалып, 10 – 15 минут әкрен генә ҡайнатығыҙ. Туралған картуф, тоҙ өҫтәгеҙ. Картуф бешеп сығыуға аш әҙер булыр. Уттан алғас, укроп, йәшел һуған, петрушка кеүек тәмләткестәр ҡушырға мөмкин. Аш өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирелә.
Аш өсөн 500 г кесерткән, 4 йомортҡа, бер кишер, бер баш һуған, 80 г иретелгән май, 150 г ҡаймаҡ, самалап тоҙ алына.

Витаминлы аштар

Сығыу ваҡыты 30-06-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 83
|
  • Голубцы
  • Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ!
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM