НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ

Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ


Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
«Беҙҙең ғаилә таланты» видеоконкурсында ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тормошта үҙ юлын табырына ышанысыбыҙ ҙур

Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләтебеҙҙең киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, ярҙамлашып йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. «Йәшлек» гәзите иғлан иткән мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында «Беҙҙең ғаилә таланты» видеоконкурсы юҡҡа ғына 1 мартта – Башҡорт ғаиләһе көнөндә башланып, 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә тамамланманы. Сөнки тап татыу ғаиләләрҙә тырыш, уңған, тәүфиҡлы, аҡыллы балалар үҫә. Кескәй балаһының тәүге һәләттәрен күреп, бәхетле ми­нуттар кисергән, сикһеҙ ғорурланған ата-әсәләр арабыҙҙа бик күп. Йырлаһа – тауышы, бейеһә – дәрте, эшләһә, ҡулы бар, тигәндәй, «Бәй­ләнештә» сайтында күптәр балаһының ижади һәләтен мәңгеләштергән видеояҙмалары менән бүлеште. «Йыр», «Бейеү», «Телмәр» һәм «Һөнәр оҫтаһы» номинацияларына иғлан иткән бәйгебеҙҙә ҡатнашыусылар күп кенә булды, шөкөр. Шулай итеп, конкурсҡа һөҙөмтә яһарға ла ваҡыт етте. Ә балалар­ҙы баһалауы һис еңелдән түгел – һәр береһе үҙенсә талантлы һәм һөйкөмлө.


Бисмилла итеп, бәләкәстәр­ҙән, йәғни дүрт йәшкә тиклемге балаларҙан башлайыҡ. Сибай ҡалаһынан өс йәшлек Шайморат Кейекбирҙиндың өҙҙөрөп баҫыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Был ҡатнашыусыбыҙҙы «Бейеү» номинацияһы еңеүсеһе тип иғлан итәбеҙ. Ә «Йыр» буйынса Өфө ҡалаһынан Индира Теүәлбаеваға етеүсе булманы. «Телмәр»гә килгәндә, был номинацияға бик күп яҙма алдыҡ (шуға күрә уны шиғыр һәм әкиәт йүнәлештәренә бүлеп баһаларға хәл иттек), еңеүселәр – Наҙгөл Алсынова (Өфө ҡалаһы) һәм Гөлдәриә Яуғастина (Баймаҡ ҡалаһы).
Икенсе йәш категорияһында ҡатнашыусылар, әлбиттә, күберәк булды. Шиғыр һөйләү буйынса – Рамаҙан Әлмөхә­мәтов, әкиәт буйынса Нурия Вәлиева бер тауыштан еңеүселәр тип табылды. Бәләкәстәр икеһе лә Сибайҙан, әйткәндәй, таусылар ҡалаһынан балалар күпләп ҡатнашты, афарин! Йырҙан – Бөрйән районынан Ал­тынай Ғәлләметди­нова, бейеү буйынса Йыла­йырҙан Рушана Така­лова алдынғылыҡты бирмәне.
Үкенескә күрә, «Һө­нәр оҫтаһы» номинацияһы буйынса ни бары өс видеояҙма һалынды. Дәғүәселек булмағанға күрә еңеүселәрҙе билдәләп булманы. Ә бит балалар ниндәй генә һөнәр белмәй: һүрәт төшөрөү, конструкторҙан төрлө әйберҙәр яһау, пазл төҙөү, мал көтөү, йә булмаһа, аш-һыу бүлмәһендә буталыу һ.б. – ни өсөндөр ата-әсәләр был йәһәттән һүлпәнлек күрһәтте.
«Улым бәләкәйҙән күп кеше араһында йөрөргә яратты, һәр мәҙәни сараны ҡарап барырға тырыша. Дәртле ейәненә олатаһы бәләкәй генә гармун бүләк итте. Улым уны ҡулынан да төшөрмәй. Көй ишетһә, туҡтамай тыпырлай», – тип яҙа Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылынан Данил Николаевтың әсәһе. Көйгә тура килтереп баҫҡан, көй туҡтаһа, ҡәнәғәтһеҙлек белдергән иң бәләкәй бәйгесебеҙҙе «Иң йәш бейеүсе» исеме менән ҙурлайбыҙ. Арымай-талмай бейегән Йәсминә Йомағужинаны ла телгә алмау мөмкин түгел. Сығышы менән Салауат районының Янғантау ҡасабаһынан булған теремек ҡыҙ, һис шикһеҙ, артист буласаҡ. Йәсминәгә «Тиктор­маҫ» номинацияһын тапшырабыҙ.
Күп балалы ғаиләлә бәләкәстәр өлкән апай-ағайҙарын эләкләргә генә тора, шулаймы? Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын башҡарыусы Сибайҙан апалы-һеңлеле Наҙгөл һәм Регина Исмәғилеваларға ҡарап, ошо хаҡта уйлайһың. Моғайын, Наҙгөл апаһы шиғыр ятлағанда артынан ҡабатлап ултырғандыр инде. Үҙенә ике йәш кенә булһа ла, дүрт йәшлек Регинанан һис ҡалышмай бәләкәс, ҡара һин уны! Ҡыҙҙарҙың икеһенә бер юлы «Тәтелдәктәр» тигән исем би­рергә ҡарар ит­тек.
Телһөйәр, сә­сән телле ма­лай­ҙар ҡайҙа үҫә, тиһегеҙме? Әле­ге лә баяғы Си­бай­ҙа икән шул! Батырхан Яҫыбаев менән Данияр Иҙрисовтың сығыштарына ҡарап, киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа, тип уйлап ҡуяһың. Улар ке­үек тыуған ерен ярат­ҡан патриоттар күп бул­һа, беҙ­ҙең ил ал­ға барыр. Батырханды – «Илһөйәр», ә Даниярҙы «Рухлы бала» исемен алыу айҡанлы ҡотлайбыҙ. Хисле ҡыҙҙарыбыҙ ҙа Урал аръяғынан булып сыҡты: бирелеп китеп әкиәт һөйләгән Нәзилә Имәнғолова (Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы) – «Оҫта телле», олатаһының гармунына йыр һуҙған Разалия Ибраһимова (Баймаҡ районының Темәс ауылы) «Моңло һандуғас» номинацияларына лайыҡ булды.
Йылайыр районының Яман­һаҙ ауылынан Абдулмалик Абдул­линдың ата-әсәһе «Ютуб» каналында баланың блогын алып бара. Бында Абдулмалик менән бергә төҫтәрҙе, һандарҙы, хайуандарҙы һәм башҡа бик күп әйберҙе өйрәнергә була. Бәләкәстең видеояҙмалары туған телебеҙҙә танып-белеү һәләтен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә ярҙам итә. Их, конкурсҡа ебәргән эшегеҙ ҙә башҡорт телендә булһа икән! Был етешһеҙлеккә ҡарамай, Абдулмаликты «Тел һаҡсыһы» тип нарыҡлайбыҙ.
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһына иң күп тауыш йыйыусы өс йәшлек Шәүрә Әминева (Сибай) лайыҡ булды. Ә бына Камила Үҙәнбаеваның (Бөрйән, Иҫке Собханғол) видеояҙмаһы бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡҡан, ул «Иң креатив клип» оҫтаһы булып танылды.
Шулай итеп, бәйге тамам. Хис, Аҡыл, Аң һәм Һәләт балаға Тәбиғәттән бирелә, тиҙәр. Ә бала ете йәшкә тиклем, хистәренә сорналып, Тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Был осорҙа уға тәүге орлоҡтарҙы дөрөҫ һалыу үтә мөһим. «Беҙҙең ғаи­лә таланты» конкурсында үҙҙәрен һә­ләтле итеп танытҡан балалар һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыр әле, иншалла. Киләсәктә халыҡты үҙ артынан эйәртерлек төплө белемле, юғары мәҙәниәтле, башҡорт рухлы, үҙ иленә кәрәкле шә­хестәр булып үҫеп етеүҙәрен теләйбеҙ!

Лилиә ХӘЛИТОВА.

Еңеүселәрҙе һәм номинация хужаларын бүләктәр һәм Шөһрәтнамәләр көтә. Редакция менән бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала.


Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ



Сығыу ваҡыты 4-06-2018, 11:35 | Ҡаранылар: 255
|
  • «Беҙҙең ғаилә таланты»нда ҡатнашығыҙ!
  • «Беҙҙең ғаилә таланты»
  • «Беҙҙең ғаилә таланты»
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!
  • “Кәкре камера – 2”лә шәп әкиәт һөйләйҙәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM