НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге.

Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге.


Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге.Башҡорттағы намыҫ, иман менән
Ярһып тибә Зәки йөрәге.
Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона,
Зәки – Башҡортостан терәге.
(Ш. Бабич).


Астырманы ҡолағын халҡымдың
Шәйехзада дошман ҡотҡоһона,
Азат итте ғәзиз гөлбостанын,
Уятып наҙанлыҡ йоҡоһонан.

Автономия тигән йондоҙҙо
Сөйҙө күккә Вәлиди ҡулдары.
Шул йондоҙҙоң ергә һибелде
Шәйехзадалар тигән нурҙары.

Улар балҡытты изге тарихта
Халыҡтар ташҡа уйған эҙҙәрҙе,
Донъяны уятты йоҡоһонан,
Ғәҙеллеккә асып күҙҙәрен.

Йәнәшә типкән саҡта йөрәктәр,
Ҡаҡшар ерҙең ете ҡатламы ла,
Ошо батырҙар булды илемдең
Тоғро терәге лә, ҡалҡаны ла.

Халҡына ап-аҡ алтын йырҙарын
Йырлай Бабич, ярып быуаттарҙы.
Үткән заман фажиғәһен тыңлап,
Күтәрәбеҙ азат байраҡтарҙы.

Бабичтар ҡайтыр кире иленә,
Ҡалтыраһын дошмандар йөрәге,
Сөнки башҡортомдоң һәр быуатта
Буласаҡ яңы Вәлидиҙәре.

Онотолғанда үткән йылдарҙың
Фажиғәле көндәр шәүләһе,
Ватандың тыныс таңдары өсөн
Бар әле беҙгә лә көрәшәһе!

Әлфиә ҒАЙСИНА,
Волга буйы федераль округының А. Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусының
11 А класы уҡыусыһы.

Сығыу ваҡыты 11-01-2018, 13:10 | Ҡаранылар: 456
|
  • Зәки Әлибаев - БР Яҙыусылар берлеге рәйесе!
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
  • Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!
  • Миндә яна Вәлиди ялҡыны
  • Михаил Бабич Башҡортостанға килде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM