НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡорт теле – минең телем

Башҡорт теле – минең телем


Башҡорт теле – минең телем
Минең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...

Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшәлә килә. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
Тыуған илдең һауаһы, баҫыу-яландары, урман-ҡырҙары, йылға-күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙарының матурлығы башҡорттоң йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында янғырай. Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү!
Кеше “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен тәүге мәртәбә үҙ телендә әйтә. Әгәр һәр башҡорт балаһы әсә телендә һөйләшә башлап, артабан да уға тоғро ҡалып йәшәһә, телебеҙ юғалмаҫ. Рухи хазинабыҙҙың сал быуаттар төпкөлөндә ҡалған тарихын өйрәнһәк, уның киләсәгенә һәр яҡтан да булышлыҡ итһәк, беҙ бик ҙур эш эшләр инек.
Бөйөк телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк. Әгәр ҙә беҙ уның артабан да йәшәүенә булышлыҡ итмәһәк, иң ҙур байлығыбыҙҙан яҙасаҡбыҙ. Битараф булмайыҡ, һаҡлайыҡ уны!
Башҡорт телем – үҙ телем,
Үҙ тупрағым, үҙ илем.
Үҙ телемдә ҡабатлайым
Иң ҡәҙерле тәү һүҙем.
Атай, әсәй, ерем, һыуым –
Әйтеп үҫкән һәр быуын.
Сит ерҙәргә киткәндә лә
Йырлармын башҡорт йырын.
“Телеңде онот”, – тимәгеҙ,
Юҡ, онотмам үҙ телем!
Саф башҡортса һөйләшкәнгә
Балҡып тора күңелем!

Айзилә ҒӘБИТОВА,
9-сы класс уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.

Сығыу ваҡыты 17-04-2017, 11:15 | Ҡаранылар: 358
|
  • Рухи байлыҡ сығанағы
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Баланы сабый саҡтан тәрбиәлә
  • Туған тел – мираҫ, ейәндәргә тулы килеш тапшырайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM