НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар

Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар


Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс уларАлты тиҫтә йыл бергә донъя йөгөн тартып, йыр-моңдо юлдаш иткән ҡайным менән ҡәйнәм, ейән-ейәнсәрҙәренән йыуаныс табып, алдағы көнгә яҡты өмөт менән йәшәй

Районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Буранғол ауылы элек-электән үҙенең күркәм ғаиләләре менән дан тотҡан төбәктәрҙең береһе. Ҡунаҡсыл, ихлас кешеләр йәшәй бында. Йорттар төрлө төҫтә балҡый, ҡапҡаларҙа аҡҡош, күгәрсен һүрәттәре күҙ яуын ала, йәй көндәрендә баҡсалар аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Ошондай төбәктең килене булырға яҙҙы миңә. Ҡәйнәм һәм ҡайным Факиһа һәм Вәғиз Оморҙаҡовтар – лайыҡлы ғүмер кисергән кешеләр. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 60 йыл тула. Шуныһы ғәжәп итерлек: улар бер-береһен тәүгә ижәп көнөндә генә күрә. “Ата-әсә һүҙе ул ваҡытта бик көслө ине, уға ҡаршы сығыу аҡылһыҙлыҡ булыр ине”, – ти ҡайным үҙҙәрен өйләндергән ата-әсәләре тураһында. Шулай итеп, Үтәгән ауылы ҡыҙы Факиһа ун һигеҙ йәше тулыр-тулмаҫтан 1957 йылдың йәмле йәй көнөндә Буранғол егете Вәғизгә тормошҡа сыға. Бына нисәмә йыл инде улар, бер-береһенә терәк-таяныс булып, матур ғүмер кисерә. Бала саҡ, йәшлек йылдары һуғыштан һуңғы ауыр осор­ға тура килгәнлектән, ҡәйнәм 9 йәштән эшкә егелә. Атаһы Рәжәп Ғәзиз улы Мәғәфүров яу яланында хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе Фатима Ғәзиз ҡыҙына өс баланы аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. “Үтәгәндә һарыҡ фермаһында эшләүселәргә ярҙам итеүҙән тыш, беҙҙән силос соҡоро ла, тиҙәк тә ҡаҙҙыра торғайнылар. Һарыҡтарға ашатыу өсөн бесән дә сабып килтерә инек. Борсаҡ баҫыуында ла эшләнек. Эшсе ҡулдар шул тиклем етмәне”, – тип һөйләй бөгөн ҡәйнәм, ул көндәр­ҙе хәтерләп. Буранғолға килен булып төшкәс тә дауам итә уның тынғыһыҙ тормошо. Ауылда эш бөтәме ни! Ҡайны-ҡәйнәһенең ышанысын аҡларға тырышып, йәштәр гөрләтеп донъя көтә. Күркәм ғаиләгә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы алты малай, ике ҡыҙ донъяға килә. Ҡәйнәм 1970 йылдан алып пенсияға сыҡҡанға тиклем, утыҙ йылдан ашыу, һауынсы булып эшләй. “Ул ваҡытта ҡул менән егерме бишәр һыйыр һауҙыҡ. Үҙебеҙҙең төркөмдө һауып бөтәбеҙ ҙә бүтәндәргә ярҙамлашырға тотонабыҙ”, – тип хәтерләй әле лә. Бер һыйырҙан йылына 3064 килограмм һөт һауып ала ул. Ҡәйнәмдең һандыҡта ятҡан күп һанлы Почет грамотаһы, Маҡтау ҡағыҙы уның ана шул тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй ҙә инде. Ике йыл рәттән – 1987,1988 йылдарҙа – уны Буранғол ауыл советына депутат итеп тә һайлайҙар.
Ҡайным Вәғиз Ҡауый улы 1959 йылдан алып 1992 йылға тиклем, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы, ферманың һауын һыйырҙарын көтә. Уның да хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты, миҙал менән билдәләнгән. Ҡәйнәм иһә 1971, 1973 йылдарҙа “Әсәлек миҙалы”н алып һөйөнһә, 1975, 1979 йылдарҙа “Әсәлек даны” орденына лайыҡ була. Быларҙан тыш, ул “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән маҡтаулы исемдәрҙе алыуға ла өлгәшә. Ә инде 1988 йылда уға Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән “Хеҙмәт ветераны” миҙалы ла бирелә.
Данлы ғаиләнең йәшәйеше бөгөн дә матур. Һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан ҡайным менән ҡәйнәмдең ауылдың төрлө мәҙәни сараһынан ситтә ҡалғаны юҡ. Йыр-моңдо үҙ иткән Оморҙаҡовтар бөгөн дә клубта үткән концерт-байрамдар­ҙың уртаһында ҡайнай. Ҡәйнәм төрлө күргәҙмәлә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Сигә лә, бәйләй ҙә, һаҡал-ҡашмауҙар ҙа тегә, ҡорама ла ҡорай, кейеҙ ҙә баҫа. Уның ырғаҡ менән бәйләгән түшәк-шәльяулыҡтары беҙҙең, килендәренең, өйҙәрендә лә урын алған. Хатта ул “Иң тәмле икмәк бешереүсе” тигән исемгә лә лайыҡ булды. Йәнә уның бәлеш-бөйөрөктәренән тотош бер күргәҙмә ойошторорға булыр ине.
“Килен-кейәүҙәрҙән дә уңдыҡ. Күмәкләшеп ҡайтып төшһәгеҙ, өйөбөҙ йәмләнеп китә”, – тип беҙ барыуға ҡыуанып ултырған ҡайны-ҡәйнәмдең бөгөн 17 ейән-ейәнсәре, өс бүләһе бар. Бәләкәйҙән ҡулына ҡурай алған ейәндәре Арыҫлан иһә – бер нисә йыл рәттән республика Ҡурай байрамы еңеүсеһе, ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә, уны пропагандалауға күп көс һалған Роберт Юлдашевтың уҡыусыһы. Бөгөн ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз бүлегендә белем ала.
“Ҡеүәт – хәрәкәттән, ныҡлыҡ – моңдан”, – тиҙәр. Йыр-моңдо юлдаш иткән яҡындарыбыҙ – матбуғат баҫмаларының да тоғро дуҫтары. Ә инде “Йәшлек” – уларҙың көтөп алған гәзите. Киләсәктә лә уларға тормоштан йәм табып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бергә йәшәргә яҙһын.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һеҙ йәшәгән йорттоң ишеген.

Зөһрә Кашапова.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Сығыу ваҡыты 28-03-2017, 11:31 | Ҡаранылар: 397
|
  • Береһе - ут, икенсеһе - һыу
  • Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!
  • Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
  • «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»
  • Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM