НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!

Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!


Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!“Ҡайным-ҡәйнәм –
алтын ҡаҙнам”
Ти халыҡтың мәҡәле.
Юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер,
Барҙыр уның сәбәбе.

Кем ул ҡайны? Кем ҡәйнә?
Нимә ул алтын ҡаҙна?
Төпкә төшөп уйлай торғас,
Үтеп киткән бер аҙна.

Әбйәлил районының
Аһылай ауылына
Килен булып төшкәйнем,
Яҙмыш ҡушыуҙарынса.

Бында халыҡ борондан
Бик татыу ғүмер иткән.
Кесене кесе итеп,
Олоно хөрмәт иткән.

Араһында бар ғаиләләр
Өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Бар донъяға данлап, маҡтап,
Миҙал тағып ҡуйырлыҡ.

Минең ҡайным менән ҡәйнәм
Шундайҙар араһынан.
Тормоштоң йәмен табалар
Улар балаларынан.

Өс балаға ғүмер биреп,
Үҫтереп кеше иткән.
“Изгелекле, игелекле
Булығыҙ”, – тип өйрәткән.

Килен булып төшкәс, бергә
Йәшәргә тура килде.
Хәтирәләргә бирелһәм,
Һағынам мин шул мәлде.

Үҙ ҡыҙҙары кеүек итеп
Мине ҡабул иттеләр.
Белмәгәнемде өйрәтеп,
Сабырлыҡ күрһәттеләр.

Бер ауыр һүҙ әйтмәнеләр,
Гелән маҡтап торҙолар,
Улдарыбыҙҙы ҡарашып
Үҫтерештеләр улар.

Беҙҙең өсөн һеҙ ҡәҙерле,
Өлгөрһөгөҙ бар эштә.
Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап
Йөрөгән һеҙ – фәрештә!

Ҡәҙерлеләрем! Беҙгә һеҙ –
Бик-бик ныҡлы таяныс.
Ауырымай көн итһәгеҙ,
Был үҙе ҙур ҡыуаныс.

Барлыҡ күргән изгелеккә
Рәхмәтлемен мәңгегә.
Һәм белегеҙ, беҙҙең өйҙә
Һеҙгә урын – гел түрҙә.

Аҙна буйы уйланыуым
Юҡҡа ғына булманы.
Ғүмер буйы мин бурыслы
Икәнемде аңланым.

Фекерҙәремде йомғаҡлап,
Шуны тик әйтке килә:
“Ҡайным-ҡәйнәм –
алтын ҡаҙнам!” –
Тип әйтергә яҙһын ине
Ерҙә һәр бер кешегә!

Был шиғырҙы Әбйәлил районының Аһылай ауылында йәшәүсе Рәшиҙә һәм Раит Ғәйнуллиндарға бағышлап, кесе килендәре Миләүшә ҒӘЙНУЛЛИНА яҙҙы.

Сығыу ваҡыты 23-03-2017, 15:13 | Ҡаранылар: 345
|
  • Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
  • «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»
  • Әҙәби конкурсҡа
  • Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
  • Урлап уҡыйбыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM