НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Башҡортостандың 100 шәхесе»

«Башҡортостандың 100 шәхесе»


«Башҡортостандың 100 шәхесе»
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнап үткәргән «Башҡортостандың 100 шәхесе» проектына йомғаҡ яһаны.
Уларҙың исемлеге һәр аҙна һайын гәзиттә унарлап баҫыласаҡ, сайтҡа ла һалынасаҡ. "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә иһә көн дә бер шәхестең фотоһы ҡуйыласаҡ.
Сайт мөмкинлеге сикле булғас, тәүге 50 шәхес тураһындағы яҙманы юйып торҙоҡ. PDF рәүешендә һалырбыҙ.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»51. Таһир Тайып улы КҮСИМОВ (1909 – 1986)
Башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Советтар Союзы Геройы. Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең Күсем ауылында тыуған. Ҡазанда берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. 1942 йылдан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се полкы командиры була. 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һуғыштан һуң хәрби белем алыуын һәм ошо өлкәлә эшләүен дауам итә. БАССР-ҙың хәрби комиссары була. РСФСР, БАССР, Төркмән ССР-ы Юғары Советтары депутаты итеп һайлана. Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромы уның исемен йөрөтә.

52. Леонид Владимирович ЛЕВИТИН
БАССР-ҙың, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Өфөләге Рус драма театрының директоры булып эшләй. Баш ҡаланың Ленин майҙанында урынлашҡан әлеге дәүләт академия рус драма театры бинаһы – уның эш ҡаҙанышы.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»53. Әхмәт Фәтҡулла улы ЛОТФУЛЛИН (1928 – 2007)
СССР-ҙың халыҡ рәссамы. Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, шулай ҙа белем алырға тырыша. Һуғыш бөткәс, Ленинград ҡалаһының 9-сы архитектура-художество училищеһында, Өфө театр-художество училищеһында, Литва ССР-ы Дәүләт художество институтында уҡый. Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Францияға ижади сәфәр яһай. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»54. Нияз Абдулхаҡ улы МӘЖИТОВ (1933 – 2015)
Археолог, тарих фәндәре докторы, академик. Ғафури районының Туғай ауылында тыуған. Пермь дәүләт университетын тамамлаған. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президентына тиклем хеҙмәт юлы үтә. БДУ-ла уҡыта. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – Көньяҡ Уралдағы тимер быуат һәм урта быуат проблемаларын тикшереү. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы. Оҙаҡ йылдар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советын етәкләгән.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»55. Александр Матвеевич МАТРОСОВ – Шәкирйән Юныс улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ (1924 – 1943)
Советтар Союзы Геройы. Тамъян-Ҡатай кантонының (хәҙерге Учалы районы) Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа, Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған, тип иҫәпләнә. Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Балалар йортонда, НКВД ҡарамағындағы хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Үҫмер ваҡытында Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһенең Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай. Был батырлығы өсөн Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»56. Сергей Михайлович МИХАЛЕВ (1947 – 2015)
Билдәле совет хоккейсыһы, тренер. Силәбе өлкәһенең Шершни ҡасабаһында тыуған. Спорт карьераһы 1966 йылда Силәбенең «Буревестник» хоккей клубында башлана. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһында ла уйнай. 1979 йылдан тренер эшенә күсә. Төрлө клубтарҙа эшләй. 2005 йылдың ноябрендә «Салауат Юлаев»тың баш тренеры вазифаһына кире ҡайта һәм Өфө клубы 2007 – 2008 йылдар миҙгелендә тарихта тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яуланы. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында 60-тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»57. Арыҫлан Ҡотләхмәт улы МӨБӘРӘКОВ (1908 – 1977)
Башҡорт совет актёры, театр режиссёры, драматург. СССР-ҙың халыҡ артисы. Белорет районының Асы ауылында тыуған. 1934 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 20-нән ашыу спектакль ҡуя. Иң билдәле актерлыҡ эштәре – драма һәм кинофильмдарҙа Салауат Юлаев роле. Үҙ таланты менән ул Башҡортостандың рухи яҡтан, үҙенең күренекле артистары менән көслө булыуын күрһәтте. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эш башҡарыл­ған. Сибай башҡорт дәүләт драма театры Арыҫлан Мөбәрәковтың исемен йөрөтә.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»58. Даян Фәтхелбаян улы МУРЗИН (1921 – 2012)
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, разведчик. Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем педучилище тамамлай, балалар уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөнән фронтҡа китә. Йәшерен агент эшен бик оҫта алып бара. Партизандар отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша. Словакияла Ян Жижка исемендәге партизан бригадаһын етәкләй, «Ҡара генерал» ҡушаматы аҫтында һуғыша. Гитлер уны тотоуға күп көс һала. Мурзин – дөйөм алғанда, 86 орден һәм миҙал кавалеры. Чехия, Словакия ҡалаларының, Өфөнөң почетлы гражданы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»59. Муса Лут улы МОРТАЗИН (1891 – 1937)
Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, комбриг. Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Учалы районы) Көсөк ауылында тыуған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда мосолман һалдаттарынан делегат булараҡ, Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында, Өфө, Ырымбурҙа Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты була. Тыуған яғында совет власы урынлаштырыу һәм милиция ойоштороу менән шөғөлләнә. 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 1920 йылдың декабренән БАССР-ҙың Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары булып эшләй. Мәскәү юғары хәрби-педагогика мәктәбен тамамлай. Репрессия ҡорбаны. 1956 йылда аҡлана.



«Башҡортостандың 100 шәхесе»60. Мостафа Сафа улы КӘРИМОВ – Мостай КӘРИМ (1919 – 2005)
Башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1930 йылдарҙа уҡ яҙа башлай. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә, әҫәрҙәре бер нисә телгә тәржемә ителгән. Социалистик Хеҙмәт Геройы. 11 орден кавалеры. Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы. Мостай Кәрим исемен Башҡортостан Республикаhының Милли йәштәр театры, Өфөнөң 158-се гимназияһы йөрөтә.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»61. Фатима Хәмит ҡыҙы МОСТАФИНА (1913 – 1998)
Педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре кандидаты. Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙенең Диңгеҙбай ауылында тыуған (хәҙер Һамар өлкәһе). Ҡаҙағстанда һәм Өфөләге В. Ленин исемендәге башҡорт балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлай. Уҡытыусы булып, комсомол, партия сафында эшләй. 1955 – 1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры була. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Өфөләге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы Мостафина исемен йөрөтә.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»62. Хәбибназар Нәжметдин улы НӘЖМЕТДИНОВ – Назар Нәжми (1918 – 1999)
Башҡортостандың халыҡ шағиры. Драматург, журналист. Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең (хәҙерге Дүртөйлө районы) Миңеште ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Һуғыштан һуң төрлө редакцияла эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзын етәкләй. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ордендар менән наградлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»63. Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы НАСРЕТДИНОВА (1923 – 2009)
Совет балеринаһы, педагог. Өфөлә тыуған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлеген тамамлай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй. Республиканың тәүге профессиональ балеринаһы. Киң диапазонлы талантлы классик бейеүсе. Уның исеме Бөйөк Британиялағы Халыҡ-ара биографиялар үҙәге тарафынан нәшер ителгән «Кто есть кто» – «Сто известных женщин мира» бөтә донъя биографиялар энциклопедияһына индерелгән.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»64. Михаил Васильевич НЕСТЕРОВ (1862 – 1942)
Совет рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты. Өфөлә тыуған. Мәскәү живопись, һынлы сәнғәт һәм архитектура училищеһында уҡый. Рәссамдың тәүге эштәре передвижниктар рухында яҙылған, иллюстратор булараҡ күп эшләгән. Һуңғараҡ портрет, пейзаж оҫтаһы булып киткән. Башлыса Мәскәүҙә йәшәһә лә, Өфөнө бик яратҡан, йыш килеп йөрөгән.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»65. Салауат Әхмәҙи улы НИЗАМЕТДИНОВ (1957 – 2013)
Башҡорт композиторы. Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Учалы райо­нының Миндәк ауылында тыуған. Бала саҡтан һуҡыр. Өфөлә һуҡыр балалар өсөн махсус мәктәптә уҡый. Өфө сәнғәт училищеһында белем алғанында көй яҙа башлай. Бик күп музыка конкурс-фестиваль лауреаты. 200-ҙән ашыу эстрада йыры, спектакль, фильмдарға көйҙәр яҙған, камера-вокал әҫәрҙәре бар. Низаметдинов – опера, симфония, хор, романстар авторы ла. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уның исемен йөрөтә.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»66. Рудольф Хәмит улы НУРИЕВ (1938 – 1993)
Совет, инглиз, француз балет бейеүсеһе. Иркутск менән Владивосток араһында поезда тыуа. Бала саҡтан бейергә ярата. Ленинград хореография училищеһын тамамлағас, шунда уҡ С. Киров исемендәге опера һәм балет театрында эшләй башлай. 1961 йылда Париждағы гастролдәр ваҡытында илгә ҡайтмай тороп ҡала. Европа илдәре, донъя буйлап гастролдәргә йыш сыға. Йылына 200 тапҡыр сығыш яһаған осраҡтары күп була. Париждағы Гранд-операның директоры була. Ҡаты ауырыуҙан үлә.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»67. Зыя Нурый улы НУРИЕВ (1915 – 2012)
Дәүләт һәм партия эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең (хәҙерге Бөрө районы) Үрге Ыласынтау ауылында тыуған. Башҡортостан халыҡ мәғарифы институтын тамамлағас, уҡытыусы, төрлө районда мәғариф бүлеге мөдире булып эшләй. Һуғыш йылдарында бер нисә район комитеты секретары була. Партия, профсоюз, комсомол ойошмаларын етәкләй. Оҙаҡ йылдар дәүләт вазифаларын башҡара. Хеҙмәте бик күп орден менән баһалаған. СССР күләмендәге персональ пенсионер.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»68. Антонина Ивановна НУХРАТ (1900 – 1983)
Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен ойоштороусы, педагог, журналист. Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бишбүләк районы) Кесе Мәнәүез ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлағас, уҡытыусы, сыуаш мәктәптәрендә инспектор булып эшләй. Партия эшен намыҫлы башҡара. ВКП (б) Үҙәк комитетының Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары эше буйынса төркөмөн етәкләй. “Революция и национальности” журналында эшләй. Репрессиялана. Иреккә сыҡҡас, журналистикала эшләүен дауам итә.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»69. Суфиян Шәмсетдин улы ПОВАРИСОВ (1924 – 2016)
Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы. Илеш районының Тыпый ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң юғары белем ала. Мәғарифта, журналистикала эшләй. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта. 40 китап, 300-ләп ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәйҙең юғары белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре.


«Башҡортостандың 100 шәхесе»70. Анатолий Харитонович ПШЕНИЧНЮК (1936 – 2016)
Совет һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре кандидаты, профессор. БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы Литенка ауылында тыуған (хәҙерге Ауырғазы районы). Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда археология экспедицияһында ҡатнашҡас, ошо өлкәлә ныҡлап шөғөлләнә, Көньяҡ Уралда иртә тимер быуат осоро, ҡараабыҙ, сармат, савромат мәҙәниәттәре менән ҡыҙыҡһына. “Башҡортостандың археология картаһы”н төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сығыу ваҡыты 7-06-2017, 11:08 | Ҡаранылар: 1601
|
  • Байрамдар, юбилейҙар
  • Юбилейҙар, иҫтәлектәр
  • Байрамдар, иҫтәлекле даталар
  • Байрамдар, иҫтәлекле даталар
  • Байрамдар, иҫтәлекле көндәр, юбилейҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Тоҙланмалар, ҡайнатмалар
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Баллы булһын сәйҙәребеҙ!



  • Радио Юлдаш FM