НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Гөлнара ӘХМӘТШИНА: “Һәр көнөм ҡабатланмаҫ”

Гөлнара ӘХМӘТШИНА: “Һәр көнөм ҡабатланмаҫ”


Гөлнара ӘХМӘТШИНА:  “Һәр көнөм ҡабатланмаҫ”Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ – Гөлнара Әхмәтшина. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының 4-се курсында белем ала.
– Бала саҡтан журналист булырға хыялландым, – ти Гөлнара. – 4 – 5 йәштән уҡырға өйрәнеп, шиғырҙар яҙа башланым. Тәүге тапҡыр ижад емешемде алты йәштә райондың “Хеҙмәт даны” гәзитендә күрергә яҙҙы – шиғырымды баҫтылар. Аҙаҡ “Йәншишмә”лә донъя күрҙе. Был гәзиттәрҙе әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Шулай итеп, хыялым мине БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килде.
Мәктәптә ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Бынан тыш, спорт өлкә­һендә лә маһир була. 10-сы класта билбау көрәше буйынса республикала икенсе урын яулай.
– Әле иптәштәрем, таныштарым, ошондай спорт төрө менән шөғөлләнгәнемде белеп ҡалып, бик ныҡ аптырай: “Нисек инде шундай зифа буйлы ҡыҙ көрәшсе була алды?” Спортҡа физкультура уҡытыусыһы Йәзилә Ғәзизова тәҡдиме буйынса килдем, – ти был шөғөлө хаҡында ҡыҙ.
Студент мәл ғүмерҙең иң матур, иң илаһи осорона – йәшлеккә тура килә. Тырыш ҡыҙҙан был миҙгелгә ҡарата фекерен һорағас, ул:
– Әлбиттә, оҡшай! Студент саҡ – иң күңелле саҡ тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Һәр көнөм ҡабатланмаҫ, бәхетле, ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле үтә. Уҡырға, яңынан-яңы белемдәр алырға тырышам. Уни­верситет миңә сәйәхәт итеү мөмкинлеге лә бирә. Әле Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Абхазия тарафтарын күрергә насип булды. Мин БДУ-ны бик яратам һәм унда уҡыуым менән ғорурланам!

Сығыу ваҡыты 18-11-2016, 16:17 | Ҡаранылар: 510
|
  • “Тормош – ул үҙе үк көрәш”
  • Ләйсән ШАКИРОВА: “Ярҙамсыл, мәрхәмәтле булырға тырышам”
  • “Иң ҙур хыялым – донъя буйлап сәйәхәт итеү”
  • Әхирәтем кеүек тырыш ҡыҙҙар бик һирәк
  • Гөлнара ФӘХРЕТДИНОВА: «Хыялдар маҡсатҡа илтә»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Күрше, ҡас, мин – салют! (булған хәл)



  • Радио Юлдаш FM