НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тултырылған балыҡ


Тултырылған балыҡ
Эй ошолай бешерелгән балыҡты яратам мин!!!! Берәй ҡунаҡта уны күрһәм, барлыҡ салаттарҙан баш тартып, тултырыған балыҡ ҡына ашап ултырам. Әммә уны өйҙә әҙерләүе ой-ой ҡатмарлы! Оҫталығым менән маҡтана алмайым: тәмле килеп сыға ул, әммә биҙәлеше әллә ни түгел. Шуға күрә әлегә кеше күп саҡта бешермәҫкә тырышам))) Йәмшәйгән, ҡыйшайған, тиреһе 2-3 урындан йыртылған балыҡты минең әҙерләүҙә биииик һирәк кенә кешеләр тәмләне))
Был һүрәт интернет селтәренән алынды)
Тултырыу өсөн 1,5-2 килограмлы, әҙ ҡылсыҡлы, итле балыҡ алырға кәрәк. Уның тиреһен йыртмайынса ғына, ипләп кенә тәңкәләренән таҙартырға. Ә эсен баш яғынан ғына ҡырҡып алаһың. Йыуып, таҙартҡас һыуын һарҡытып алаһың. Балыҡты икегә йәки өскә бүлеп (ҙурлығына ҡарап), тиреһен йырмайса ғына үткер бысаҡ менән итен алырға, уны ҡылсыҡтарынан таҙартырға.
Балыҡ итенә аҡ икмәк (200-300 грамм тирәһе), 2 кишер ҡушып 2 тапҡыр ит тартҡыс аша үткәрергә. Был массаға майҙа ҡыҙҙырылған 2 баш һуған, тоҙ, борос, 2 йомортҡа ҡушып яҡшылап бутарға.
Яйлап ҡына ошо массаны балыҡ тиреһе эсенән тултыра башлайбыҙ. Һәр бүлкәтте бысаҡтың үтмәҫ яғы менән тигеҙләй барырға кәрәк.
Духовка табаһын майлап балыҡты матурлап һалырға ла, яртылаш күмелерлек итеп һыу ҡойорға. Өҫтөн фольга менән ҡаплап ҡайнар мейестә 1 тирәһе бешереп алабыҙ.
Был тәмле балыҡты табынға һәр кем үҙенсә биҙәп бирә.
Ризыҡты әҙерләү мәшәҡәтле, әммә ул өмөттәрҙе аҡлаясаҡ: тәме телеңде йоторлоҡ була!

Сығыу ваҡыты 20-11-2016, 10:40 | Ҡаранылар: 456
|
  • Сырлы макарондар
  • Ашҡабаҡ ҡабартмалары (оладьи)
  • Ҡыҙҙыр шешлек, торма түҙеп!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM