14.10.2016 Татлы печенье
Ике йомортҡа, ярты стакан шәкәр, бер аҙ сода, күп кенә аҡ йәки көнбағыш майы, бер аҙ йылы һыу йәки һөт ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ. Кемдер ныҡ шәкәрле печенье яратһа, уны күберәк һалырға мөмкин. Ҡамырҙы нәҙегерәк итеп йәйеп, төрлө фигура яһап ҡырҡығыҙ һәм табаға йәки противенға теҙеп, духовкала бешерегеҙ.