НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Нью-Йоркта – башҡорттар йыйыны

Нью-Йоркта – башҡорттар йыйыны


Нью-Йоркта  –  башҡорттар йыйыныйәки Сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ унан дәртләнеп, сәмләнеп ҡайтты

Былтыр йәй матбуғатта Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы Линера Юламанова Өфө егете Азат Ғилфановҡа кейәүгә сығып, Америкала йәшәүҙәре, сит мөхиттә Асҡар исемле улдарын башҡорт рухлы итеп үҫтереүҙәре хаҡында мәҡәлә баҫылғайны. Линера «Ҡомартҡы» сайтын инглизсәгә тәржемә иткән. Социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған конкурстарҙың береһендә ҡатнашып, сит ерҙәрҙә башҡорттарҙы танытып йәшәгәне, фото төшөрөү менән мауыҡҡаны һәм башҡа күркәм сифаттары өсөн ҡазан ҡалаһы модельеры Алина Хилалованың киске күлдәгенә лайыҡ булғайны. Быйыл ҡыҙҙың әсәһе Венера Юламанованың «Бәйләнештә» селтәрендә ҡуйған фотоларына ҡарап, был ханымдың ҡыҙы, кейәүе, ейәне янында Америкала йөрөүенә иғтибар иттем. Ял көнө таңғы сәғәт биштә интернет селтәренә инеүем булды, онлайн режимында булған дуҫым Венера Юламанова: «Ни эшләп йоҡламайһың? һеҙҙә бит яңы таң ата», – тип яҙҙы. «Эйе, ә һеҙҙә сәғәт нисә?» – тип ҡыҙыҡһындым. «Киске һигеҙ», – тине. Шулай һүҙгә һүҙ ялғанды, хәл-әхүәлдәрҙе һораштыҡ. ҡоҙағыйым (Венера – бер туған апайымдың апһыны) апрелдән Америкала икән. Темәс мәктәбендә балалар уҡытҡан мөғәллимә, педагогик стажы 25 йылға тулғанлыҡтан, ваҡытынан алда пенсия юллаған. Сираттағы отпускыһы мәлендә ҡыҙына ҡунаҡҡа барған һәм йәйҙе шунда үткәрергә, улай ғына ла түгел, тағы бер йыл шунда ҡалырға ҡарар иткән.

Америкала беҙҙекеләр байтаҡ

«Сит илдә тормош ҡыҙыҡмы, ятмы?» – тип ҡыҙыҡһынып яҙам.
«Нимәһе ҡыҙыҡ булһын, төрлө милләт кешеләре бер урынға йыйылып йәшәй. Артыҡ бер нәмәләре лә юҡ. Ошо көндәрҙә Нью-Йорктың Long Island паркында башҡорт диаспораһы йыйыны үтте. Башҡортостандың төрлө ҡала-районынан йыйылған башҡорттар менән рәхәтләнеп туған телебеҙҙә аралаштыҡ, милли уйындар уйнаныҡ, ярыштыҡ. әбйәлилдән ҡыҙҙар булды. Йәштәр уҡып та, эшләп тә йөрөй. Күптән бында төпләнгән милләттәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Уларҙың барыһы ла, тыуған яҡҡа ҡайтып килгәндәй булдыҡ, тип, саранан дәртләнеп, сәмләнеп ҡайтты.
Минең ҡыҙым менән кейәүем үҙ-ара тик башҡортса аралаша. Ейәнем Асҡар инглизсә, башҡортса, русса яҡшы аңлай һәм һөйләшә. Йыл һайын ойошторолған һабантуйҙа ҡыҙым, кейәүем, ейәнем һәр ваҡыт бик теләп ҡатнаша. Быйыл миңә лә ошондай мөмкинлек эләккәс, саранан ситтә ҡалмаҫҡа булдым», – тип яуапланы.
«Ә ирегеҙ, Ғәзим улығыҙ, туғандарығыҙ һеҙҙе һағынмаймы? ҡасан ҡайтаһығыҙ?» – тип һорашам. «Ҡыумайҙар әле (йылмайған смайлик ҡуйған). Бында булам әлегә, аҡса эшләү мөмкинлеге күберәк. Лениза ҡыҙым Мәскәүҙә йәшәй һәм уҡый. Ир-егеттәр Темәстә бесән эшләне. Быйыл тәүге тапҡыр ундай мөһим эш процесын минһеҙ атҡарып сыҡтылар. Былай артыҡ юҡһынмайҙар шикелле, ир-ат хис-тойғоһон бик белдереп бармай бит. Ирем менән улым әлегә минһеҙ донъя көтә. ҡустым ғына теге юлы: «Апай, һинһеҙ бесән эшләүе күңелһеҙ булды», – тип яҙҙы».
Беҙҙә быйыл еләк-емеш күп булды, айырыуса сейә уңды, тинем. Венера ҡоҙағыйымдың яҙмаларынан унда ла барыһы ла өлгөрөүен, американдарҙың еләк-емеште фермаларға барып йыйыуын, бер ыңғай балаларына хайуандарҙы күрһәтеп ҡайтыуҙарын аңланым.
Таңғы эш хәйерле була, тиҙәр, минең дә таңғы әңгәмәм бик ҡыҙыҡлы булды. Хәбәр алышҡандан һуң йоҡом осто һәм ҡояштың күптән өҫкә күтәрелгәнен күреп, тәҙрәм пәрҙәләрен астым. Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Венера ҡоҙағыйым сит тарафта йәшәүсе балалары янында ҡунаҡта булыуҙан, ваҡытлыса шунда йәшәүҙән, эшләүҙән йәм тапһа, минең өсөн тыуған ереңдә көн итеп, үҙ өйөңдөң тәҙрә пәрҙәләрен асып ебәреп, яңы көндө яҡшы кәйеф менән ҡаршылау иң ҙур бәхет ине. Хоҙай ошо һиллектән айырмаһын.

Андрей Дринфелд башҡорт телен һыу кеүек эсә

Венера Юламанованың яҙмаһынан: «Йыйында башҡортса тап-таҙа һөйләшкән Андрей Дринфелд менән танышып, аралашып шаҡ ҡаттым: беҙҙең телде, татарсаны һыу шикелле яҡшы белә.
Америкаға күсенеп, унда тиҫтә йылдар йәшәгән Андрей Дринфелд оҙаҡ ваҡыт башҡорт һәм татар телдәрен өйрәнә икән. Ул хатта йыйында ҡатнашыусыларға Вәсилә Фәттәхованың «Тыуған яҡ» йырын йырлап та ишеттерҙе.
Андрей 1989 йылда Украинаның Харьков ҡалаһында тыуған. Атаһына 30 йәш булғанда ғаиләләре менән Америкаға күсеп килгәндәр. Чикаго университетының лингвистика бүлегендә белем алған. Хәҙерге көндә ул Буффало университеты аспирантураһында белемен камиллаштыра. Төрлө телде өйрәнеү уның ғилми эшмәкәрлегенә ҡағылмай. Был шөғөлөн ул мауығыу тип иҫәпләй.
«Өйҙә беҙ үҙ-ара русса аралашабыҙ, урамда инглизсәгә күсәм. Был ике телде лә мин туған телдәрем тип һанайым», – ти Андрей. Уның менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ.
– Башҡортостанда булғанығыҙ бармы?
– Башҡортостан – әсәйемдең тыуған ере. Ул Өфө ҡалаһы ҡыҙы. Унда туғандарым күп йәшәй. Барыһы ла рус милләтенән. Бала саҡта уҡ Өфөгә барғанда башҡорт һәм татар телдәре, мәҙәниәттәре менән ҡыҙыҡһындым. Айырыуса йырҙарығыҙ күңелемә ятты. Бынан 10 йыл элек бер-береһенә ныҡ оҡшаш булған был телдәрҙе өйрәнә башланым.
– Тағы ниндәй телдәрҙә һөйләшәһегеҙ?
– Инглиз, рус, татар һәм башҡорт телдәренән тыш, француз, испан һәм ғәрәп телдәрен беләм. ҡаҙаҡса, үзбәксә, төрөксә уҡығандарымды аңлайым.
– Башҡорт телен өйрәнгәндә ниндәй әсбаптар, дәреслектәр, сайттарҙы файҙаландығыҙ?
– Иң тәүҙә Өфөлә һатып алған «Башҡорт теле. Рәхим итегеҙ!» тигән башҡорт телен өйрәнеү дәреслеген ҡулландым. Шунан уҡ был телдең грамматикаһы нигеҙен һәм иң әһәмиәтле башҡорт һүҙҙәрен өйрәндем. Төрлө сайт аша башҡорт йырҙарын тыңланым. 2007 йылдан интернетта башҡорт видеояҙмаларын табыу шаҡтай еңелләште. Телдең грамматикаһы ауыр түгел. Аралашыу практикаһы етмәгәс, ҡайһы ваҡыт буталам. әммә Америкала башҡорттар менән осрашһам, улар менән тик башҡортса һөйләшергә тырышам. Башҡорт, татарҙарҙың йыйыны – һабантуй бик оҡшаны. Яңы таныштарымдың күбеһе Ҡытайҙа, Төркиәлә, Японияла тыуыуына ҡарамаҫтан, туған телдәрендә иркен һөйләшеүҙәренә аптыраным. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда, Татарстанда, йәғни үҙ ерҙәрендә йәшәгән кешеләр араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсә телен белмәгән кешеләр бик күп. Америка башҡорт-татарҙарын барлыҡ милләттәштәренә үрнәк итеп ҡуйыр инем.
Андрей Дренфелд башҡорт йырсылары Ирек Ноғоманов, Марсель Ҡотоев һәм Юнир Ҡоланбаевтың моңло йырҙарын йотлоғоп тыңлауын йәшермәне. Шулай уҡ Хәниә Фәрхи, Айҙар Ғәлимов һәм Наил Шәймәрҙановтың ижадын үҙ итәм, тине».
Нью-Йоркта  –  башҡорттар йыйыны

Сығыу ваҡыты 21-09-2016, 13:09 | Ҡаранылар: 517
|
  • Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә
  • “Беҙҙә ҡыпсаҡтар ҙа, юрматылар ҙа, йәнәйҙәр ҙә йәшәй”, –
  • Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM