RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Айгөлдөң йырлы иле

06.09.2016 Айгөлдөң йырлы иле

Айгөлдөң  йырлы илеУл мәктәп уҡыусыһы булғанда уҡ йырҙары менән билдәлелек яуланы. “Өршәгем – бала сағым”, “Ҡар бөртөгө”, “Рәхмәт, атай-әсәй” йырҙары менән сәхнәгә сыҡҡан Айгөл МУЛЛАГИЛДИНА бөгөн бөтөнләй яңы стилдә сығыш яһай. Уның башҡарыуындағы “Миңә бик күп тә кәрәкмәй”, “Зинһар, ышан”, “Килерһеңме” йырҙары уның бер урында тапанмауын, үҫешен дәлилләй. Йәш йырсы – Өфө сәнғәт училищеһының 3-сө курс студенты, былтыр “Йәшлек-шоу” фестивалендә лауреат исемен яуланы. Гәзит уҡыусыларҙы Айгөл менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәбеҙ.

– Айгөл, үҙеңдең йырсы булырыңды ҡасан аңланың?

– Был турала бер ҡасан да уйлан­ғаным булманы. Үҙемде белә-белгәндән йыр яраттым. Шуның менән йәшәнем, шөғөлләндем, тәрбиәләндем. Музыка мәктәбенең тәүге тапҡыр ишеген асҡанда миңә биш йәш ине. Атайым үҙе лә матур йырлай, район кимәлендәге концерт­тар­ҙа сығыш яһай торғайны. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағас, ҡулынан килгән тиклем төрлө мәҙәни сарала бағыусы булараҡ ярҙам итә. Минең талантымды күрә, йырға ынтылышымды аңлай белгән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Бөгөн дә күңелемдә йыр йәшәй, киләсәктә лә шулай булыр тип уйлайым.

– Йырсы һәм сибәр ҡыҙһың, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендәһең. Был һиңә оҡшаймы, әллә ер шарының тыныс ҡына мөйөшөнә ҡасҡың килгән ваҡыттар буламы?

– Оҡшай. Бала саҡтан бындай иғтибарға өйрәндем. Тыуып үҫкән Дәүләкән ҡалаһында ғаиләбеҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Әммә атай-әсәйемдең даны, таныштары менән артыҡ файҙаланмаҫҡа тырышам. Сығыштарымды оҡшатҡан, йырҙарымды яратҡан тамашасылар менән аралашыу – минең өсөн оло бәхет.
– Әгәр йырсы булмаһаң, үҙеңде ниндәй һөнәргә бағышлар инең?

– Бала саҡта дельфиндар өйрәтеүсе булырға хыялланғаным хәтер­ҙә. Ысынында иһә миңә бик күп һөнәр оҡшай. йыр сәнғәте буйынса китмәһәм, моғайын, уларҙың берәй­һендә үҙемде табыр инем. Мә­ҫәлән, психолог. Шулай уҡ визаж оҫтаһы, маникюрсы һәм ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ бүләк итеүсе башҡа һөнәрҙәр оҡшай. Әйткәндәй, мин һуңғылары буйынса махсус курстар тамамланым һәм йәйге каникул мәлендә матурлыҡ салонында эш­ләп, оҫталығымды арттырҙым.

– Һиңә төрлө илдә ял итергә, шулай уҡ сығыш яһарға тура килә. Донъялағы иң матур ер ҡайҙа?

– Тыуған Башҡортостаным һәм Дәүләкән ере. Уның тәбиғәтен, кешеләрен, үҙенсәлеген һәм мәҙәниәтен башҡа ерҙәр менән һис кенә лә сағыштырып булмай. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр ваҡыт атай-әсәйемде, дуҫтарымды, туғандарымды, Асылыкүлемде, Өфөмдө һағынып ҡайтам.
Ә сәйәхәт итеү өсөн Италияны һайлар инем. Ул үҙенең мәҙәниәте, йолалары һәм тәбиғәте менән нисектер беҙгә тартым, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле лә. Һуңғы йылдарҙа итальян телен өйрәнә башланым.

– “Бәйләнештә” селтәрен ҡулланыусыларҙа Таһир Әсәҙуллин менән диңгеҙ буйында төшкән фотоғыҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һеҙ дуҫтармы әллә яңы йырға клип төшөрҙөгөҙмө?

– Быйыл йәй Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә барғайным, осраҡлы рәүештә генә Таһирҙы осраттым. Мин, әлбиттә, уның менән таныш, беҙҙе ижадташ дуҫтар тип әйтергә лә була. Күп кенә концертта бергәләп сығыш яһаныҡ. Сит ерҙә танышыңды осратыу оло байрамға тиң бит, күңеллерәк булһын өсөн бергәләп теплоходта йөрөнөк, һыу индек, экскурсияларға барҙыҡ. Хатта бер нисә тапҡыр балыҡ та ҡармаҡлап ҡараныҡ. Төрлө темаға аралаша, хыялдар менән бүлешә торғас, бик күп ижади уртаҡлыҡ бар икәнлеге асыҡланды. Әлбиттә, яңы йырҙарға уй-ниәттәр бар, тормошҡа ашырмы улар, юҡмы, әлегә билдәһеҙ.
– Башҡорт эстрадаһында үҙенсәлекле сәхнә образдарың, йырҙарың менән айырылып тораһың. Һиңә кемдер кәңәштәре менән ярҙам итәме?

– Минең кәңәшсем дә, ярҙамсым да, продюсерым да, бағыусым да – атайым. Ул, йыр, сәнғәт яратыусы булараҡ, сәхнә закондарын, ҡанундарын яҡшы белә. Тамашасылар зауығына тап килерлек йырҙарҙы тойомлай һәм репертуар һайларға ярҙам итә. Йырҙарыма, клиптарыма авторҙар, режиссерҙар һайлай, төрлө образдар тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта фекерем дә иҫәпкә алына.

– Бөгөн эстрадала танылыу яулаған йырсылар күп. Әммә күптәре ваҡытлыса ғына ҡабына. Яуланған билдәлелекте юғалтмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Иң тәүҙә талантлы йырсы булыр­ға һәм ошо талантты үҫтерә белергә кәрәк. Дөрөҫ һайланған репертуар уңыш һәм билдәлелек килтерә. Бының өсөн даими эшләргә, эҙләнергә һәм йыр менән йәшәргә кәрәк. Бер маҡсатыңа ирештең икән, тимәк, алдыңа тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйырға.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне