НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ

ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ


ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕБөтнөктән ҡайнатма
250 г бөтнөк, 1 кг шәкәр, 2 лимон, ярты литр һыу.
Бөтнөктө һабаҡтары менән бергә йыуып киптерергә һәм ваҡ­лар­ға. Лимонды ты­шын әрсемәй, ваҡ ҡына итеп ҡырҡырға, ит турағыс аша үткәрмәгеҙ. Уны һәм бөтнөктө кәстрүлгә һалып, 10 минут самаһы бешерергә. Бынан һуң әлеге массаны бер тәүлеккә һалҡынса урынға ҡуйып торорға кәрәк. Аҙаҡ кәстрүлдәге ингредиенттарҙы һарҡытып, фильтр аша үткәрергә. Хәҙер шәкәр ҡушыу ваҡыты етә, килеп сыҡҡан массаны матурлап бутап, әҙер булғанға тиклем, ярты сәғәт самаһы, ҡайнатырға. Ҡайнатманы һаҡлар өсөн стерилләнгән банкалар кәрәк, уларҙы шундуҡ эҫе килеш тимер ҡапҡастар менән ябырға.

Муйылдан ҡайнатма
Муйыл ҡайнатмаһын әҙерләү өсөн классик рецепт тәҡдим итмәксебеҙ. Әл­биттә, күптәр уны һөйәктәрһеҙ генә ашарға ярата, ләкин ундай муйылда витаминдар бик әҙ ҡалғанын иҫтә тотоғоҙ. Етмәһә, емештәрен һөйәктәренән айырыу ныҡ мәшәҡәтле эш.
Өлгөргән емеште ныҡлап йыуырға, һарҡытырға. Кибә башлағас, ҡайнар һыуҙа бер нисә минут бешекләргә. Ҡайнатма өсөн сиропты шул емеш бешекләнгән һыуҙа әҙерләйҙәр, тәмле килеп сыға. Ҡайнар сиропты муйыл өҫтөнә ҡойоп, тулыһынса әҙер булғансы ҡайнатырға. Өҫтөнә ҡалҡҡан күбекте бөтөргәнсе йыйып алырға онотмағыҙ. Бутарға ла кәрәк.
Әҙер ҡайнатма стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.
1 кг муйыл, 1 кг шәкәр, теләк буйынса лимон кислотаһын да ҡулланырға була.

Балалар өсөн ҡайнатма

Балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлектә витаминдарҙың күберәк булыуын теләйбеҙ. Ҡайнатма ла татлы ғына түгел, файҙалы ла була ала. Бына бер ысул – 3 кг баҡса еләге, 1,5 кг шәкәр, 1 лимон, 20 г пектин.
Әлбиттә, ҡайнатмала файҙалы матдәләр күберәк ҡалһын өсөн уны мөмкин тиклем әҙерәк ҡайнатырға кәрәк. Ләкин ундай аҙыҡты һаҡлауы ҡыйыныраҡ, шуға ла шәкәрҙе күберәк ҡушалар, ә беҙ уны әҙерәк ҡулланырға булдыҡ. Боҙоласаҡ тип ҡурҡмағыҙ, ҡайнатма һыуытҡыста ҡыш буйы яҡшы һаҡланһын өсөн бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тотоу ҙа етә:
1. Ҡайнатма өсөн яңы ғына йыйылған еләк-емеште ҡулланырға кәрәк, көн торошо ла мөһим: аяҙ булһын.
2. Ҡайнатманы әҙерләгәндә, һаҡлағанда һауыт ҡоп-ҡоро, стерилләнгән булырға тейеш. Шулай уҡ еләкте йыя башлаған ваҡытта биҙрәнең таҙа булыуы шарт.
Ингредиенттарҙы бергә бутарға, бер-ике сәғәт кенә тотоп, утҡа ҡуйыр­ға. Шәкәре әҙ ҡушылған был ҡайнатманың күбеген саҡ ҡына ла ҡалдырыр­ға ярамай, ентекләп йыйырға кәрәк. Татлы аҙыҡ 7 – 8 минут ҡына утта тотола һәм эҫе килеш банкаларға һалына.

“Шәкәр” сирлеләр өсөн
Әлбиттә, был сир татлынан баш тартыуҙы талап итә, ләкин һәр бер ауырлыҡтан да сығыу юлдарын табырға мөмкин. Был рецепт буйынса әҙерләнгән ҡайнатма ябығырға теләүселәргә ла тура килә.
1 кг ер еләге, 1 кг фруктоза, ярты лимон.
Еләкте аяҙ көндә йыйырға, йыуып, һыуын һарҡытырға. Бынан һуң уға фруктоза ҡушып, һуты сыға башлағанға тиклем һигеҙ сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торорға. Ярты лимондың һутын һығырға.
Биш минут самаһы ҡайнатырға ла утты һүндерергә. Аҙаҡ тағы утҡа ҡуйырға. Был процедура өс тапҡыр ҡабатлана. Күбекте йыйып торалар. Был ҡайнатма шулай уҡ стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

Мультиваркала ҡайнатма
Ҡайнатманы мультиваркала әҙерләү бик уңайлы, ул талғын һәм тигеҙ генә ҡайнай, түгелмәй.
1 кг баҡса еләге, 1 кг шәкәр.
Йыуып таҙартылған, һарҡытылған еләкте мультиваркаға һалып, ҡул менән саҡ ҡына иҙгесләргә кәрәк. Был еләктең һуты сыҡһын, ҡуйыраҡ булһын өсөн эшләнә. Аҙаҡ шәкәр өҫтәлә, бутала.
Был осраҡта ҡамыр аҙыҡтарын әҙерләү режимы тура килә. Әҙерлек барышында ҡайнатманы буташтырып алырға ла мөмкин. Яҡынса бер сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. Стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

Сейәнән
1 кг сейә, 1 кг шәкәр, 1 стакан һыу.

Алдан уҡ иҫкәртке килә: мультиваркаға емеш-еләкте, шәкәрҙе рецепта күрһәтелгән миҡдарҙа ғына һалырға ярай! Ҡайнау барышында күбек барлыҡҡа килә, мультиваркала айырыуса, уның артылып китеп, приборҙы боҙоуы ихтимал. Башҡа проблемалар юҡ, саманы ғына онотмағыҙ.
Сейәнең тостарын алырға, сүбен ҡалдырмаҫҡа. Емеш менән шәкәрҙе мультиварка һауытына һалып, ныҡлап бутарға. Сироп әҙерләү өсөн һыу менән шәкәрҙе бутап, мультиварканы “Разогрев” тигән режимға ҡуйып, 25 минут тоторға. Бынан һуң сиропҡа сейә һалына һәм аш бешереү режимында 20 минут тотола. Мульти­варканың ҡапҡасын япмайҙар. Күбек тураһында онотмағыҙ, уны ҡайнатма әҙер булыр алдынан ғына йыйып алалар. Татлы аҙыҡ банкаларға эҫе килеш һалына, уларҙы йылы әйбер менән ҡаплап, тулыһынса һыуынғансы тоторға кәрәк.

Биш минутта әҙер ҡайнатма
1 кг ер еләге, 1 кг фруктоза.

Еләкте йыуырға, һыу менән шәкәрҙе бутарға. Сироп әҙерләргә лә, уға еләкте ҡушырға. Уртаса утта 5 минут самаһы ҡайнатырға, күбеген йыйырға. Шуның менән эш тә бөттө. Ҡайнатма стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

Ҡурай еләгенән ҡышҡылыҡҡа мармелад
Ярты кило ҡурай еләге, 60 – 100 г шәкәр, 1 ҡалаҡ пектин.

Был тәбиғи мармеладты барыһы ла яратып ашай, ул тиҙ әҙерләнеүе менән дә ылыҡтыра. Тик ҙур булмаған порцияларҙа әҙерләү яҡшыраҡ.
Тәүҙә ҡурай еләгенә һалҡын һыу ҡойоп, 5 – 10 минут тотор­ға. Насарыраҡтары өҫкә ҡалҡасаҡ, саҡ ҡына булһа ла боҙола башлағандарын алып ырғытырға тура килә. Бынан һуң дуршлагҡа һалып, 10 – 15 минут буйы һарҡытырға, һыу ҡалмаһын. Шунан иҙеп, иләк аша үткәрергә. Ҡағиҙә булараҡ, мармеладты күп шәкәр һалып эшләйҙәр. Ләкин аҙыҡтың файҙалы булыуын да ҡайғыртып, шәкәрҙе әҙерәк һалырға тәҡдим итәбеҙ. Иҙмәне кәстрүлгә һалып, утҡа ҡуйырға, әҙ генә шәкәр өҫтәргә. 10 минут ҡайнап торған мармеладҡа пектин һалып, тағы ла биш минут самаһы ҡайнатырға.
Шул арала банкалар әҙерләнә: уларҙы стерилләргә, әллә ни һыуытмаҫҡа. Мармелад банкаларға эҫе килеш һалына һәм тимер ҡапҡас менән ябыла. Уларҙы тәүҙә баш түбән ҡуйып, өҫтәмә рәүештә йылы юрған ҡаплап һыуыталар.

Ҡайнатылмаған еләк
Ярты кг баҡса еләге, 750 – 800 г шәкәр.

Яңы ғына йыйылған еләкте ныҡлап таҙартырға, саҡ ҡына боҙола башлағаны булһа ла, алып ташларға, япраҡтарын ҡалдырмаҫҡа. Бынан һуң уны тағы ла бер тапҡыр йыуып, һыуын һарҡытырға. Ул ҡороп бөтөргә тейеш. Шунан ҡайнар һыу ҡойолоп, тағы ла һарҡытыла.
Еләк ҡайнар һыу менән бешекләнгән, стерилләнгән һауыт­ҡа күсерелә. Тейешле шәкәр ҙә шунда өҫтәлә. Ингредиенттарҙы мотлаҡ бутарға кәрәк, шәкәр бөтә ергә лә тигеҙ таралһын. Блендер ярҙамында, бер генә төйөрө лә ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә. Еләк һаҡланасаҡ банкалар мотлаҡ стерилләнә, ҡапҡастар ҙа. Шикләнмәгеҙ, был тәмлекәс оҙаҡ һаҡланасаҡ, шуныһы ғына бар: ул һыуытҡыста оҙаҡ тормай, ныҡ тәмле булғас, тиҙ арала ашалып бөтә.

Абрикос иҙмәһе
1 кг абрикос, 100 г һыу.

Айырым ғына ла, башҡа емештәр менән бергә ҡушып та әҙерләргә мөмкин.
Тәү сиратта абрикосты йыуып, уртаға бүлеп, тостарын алалар. Шунан кәстрүлгә һалып, һыу өҫтәп, талғын ғына утта 40 минут самаһы бешерергә. Йәғни йомшара башлағансы. Шул арала банкалар әҙерләнә, әлбиттә, уларҙың бәләкәйҙәрен һайларға. Һәр бер банканы 7 минут самаһы стерилләп, һыуытырға. Ҡайнатма бер аҙ һыуына төшкәс, уны блендер менән иҙеп, банкаларға бүлеп сығырға. Теләгәндә әҙерәк шәкәр ҙә ҡушырға мөмкин. Файҙалы, хәүефһеҙ булһын тиһәгеҙ, шәкәр кәрәкмәй.
Иҙмә һалынған банкаларҙы өс минут ҡайтанан ҡайнатырға, аҙаҡ һалҡынса урында һаҡларға.
ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ







Сығыу ваҡыты 7-07-2016, 12:39 | Ҡаранылар: 779
|
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
  • Тәмлекәстәр
  • Телеңде йоторлоҡ
  • ЙӘЙ ТӨҪӨН ҺАҠЛАЙЫҠ, ХУЖАБИКӘЛӘР!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM