НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!

Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!


18 мартта Әбйәлил районының Байым ауылы мәҙәниәт йортонда "Күбәләк гүзәлкәйе-2016" бәйгеһе үтте. Унда 5-6 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты.

"Күбәләк гүзәлкәйе - 2016" бәйгеһе тамашасы күңелендә матур тәҫьораттар ҡалдырҙы. Биш-алты йәшлек һылыуҙар, милли кейемдәрҙә ,талғын көй аҫтында сәхнәгә ағылды. Әйтерһең дә, тамашасыны улар сихри әкиәт доньяһына алып инде. Яҙ һулышына улар тағы ла йәм өҫтәне, барыһының да ихлас йылмайып, балҡып сәхнәгә сығыуы тамашасыға бәхет, шатлыҡ өләшкәндәй булды. Гүзәлкәйҙәрҙең йөҙөндә бер яһалмалыҡ юҡ, улар бөгөн бар донъяға сафлыҡ, паклыҡ өләшеүсе, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған ап-аҡ күңелле изге фәрештәләр ине.
Һынауҙарға барыһы ла ихлас әҙерләнгән. Бейеү аҙағына бәйгеселәр сәхнә буйлап теҙелеп, үҙҙәре менән таныштыра ла башланы. Танышыу-визитка "Мин һәм минең хыялым" тип атала ине. Ниндәй генә хыялдар йөрөтмәй икән кескенә балалар.Хыялдары хатта ололарса ла...
Кемдер матур итеп уҡырға, мәктәптән һуң тағы белем алырға, врач-стоматолог, парикмахер, йә йырсы булырға теләк белдерҙе. Был бәйге бик көсөргәнешле барҙы. Ә шулай ҙа, иң оҫта итеп, тулҡынланыуын белгертмәйсә, үҙе менән шиғри юлдар аша таныштырыусы Сафия Миңлебаева тамашасыны таң ҡалдырҙы. Уға әле дүрт кенә йәш (биш йәше апрелдә тула), әммә уның сәхнәлә үҙен иркен тотоуы, шиғырҙы интонация менән һөйләүе һоҡләндырҙы. Альбина Шаһимөхәмәтова, Айлина Йыһаншина, Айгүзәл Зекрина, Ләйсән Әхмәҙиева, Камилла Сөләймәновалар был бәйгегә ныҡлап әҙерләнгән. Улар бар ихласлыҡтарын, бар күңелдәрен һалып, тамашасыны үҙҙәре менән матур итеп таныштырыуға өлгәште . Артабан гүзәлкәйҙәр "Шейпинг" бәйгеһенә аяҡ баҫты - ҡыҙҙар спорт кейемдәрендә аэробика һәм гимнастика күнекмәләренә күсте. Катя Мәхейәнова, ике-өс тапҡыр сальто әйләнергә лә өлгөрҙө. Тимәк, бер-ике йылдан Байым урта мәктәбенең гимнастар командаһында, беҙ, Катяны ла күрәсәкбеҙ.
Өсөнсө бәйге "Мода. Йәй-2016" тип аталды. Унда Аделина Әҙелмырҙина, Камилла Сөләймәнова,Ләйсән Әхмәҙиева әсәләре теккән, (кәнфит ҡағыҙҙарынан эшләгән) күлдәктәрҙә һынау тотто, һәм был улар өсөн отошло ла булды. Камилла Сөләймәнова "Сәскәләр байрамы" исемле коллекцияһы менән, сәхнәлә үҙен подиумда йөрөгән модель һымаҡ тотто. Уның матур йөрөшө маҡтауға лайыҡ ине, йылдар буйы һылыуҡай студияһында йөрөгәнме ни! Ә Ләйсән Әхмәҙиева үҙенең һомғоллоғо менән алдырҙы.
Йылмайыу уңыштың беренсе билгеһе. Был турала Байым ауылы гүзәлкәйе, Әминә Исламова онотманы, бәйге барышында йөҙөнән йылмайыу китмәне, һәр сығышы тик йылмайыуҙарҙан торҙо. был һәләте уның әҙерәк кенә шиғырын онотоп ебәреүен йәшерҙе, хатта жюрилар ҙа абайламаны шикелле.
Һәр бәйгенән һуң гүзәлкәйҙәр икенсе бәйгегә әҙерләнергә ашыҡты. Улар әҙерләнгән ваҡыт араһын, Ирес Илһамов етәкселегендәге тик егеттәрҙән генә торған, "Сихри тулҡын" исемле вокал ансамбль тамашасыны йыр-моң тулҡынында йөҙҙөрҙө. Уларҙың һәр сығышын тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Ун бер егеттән торған вокал ансамбль район, республика сәхнәләрен дә яулар әле тигән өмөттә ҡалабыҙ! Афарин егеттәр!!!
Йәрәбә буйынса Альбина Шаһимөхәмәтова, һәр бәйгегә беренсе булып сыҡты. Бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, сәхнәлә йөҙөп йөрөүе, башҡорт ҡыҙҙарының саялығы, шаянлығы бер ҡарауҙан күҙгә сағыла ине. Шундай уҡ батырлыҡ, сәхнәлә үҙен ҡыйыу тотоуы менән, Рәхмәт ауылы гүзәлкәйе Лиана Хамматова айырылып торҙо. "Ҡарабай" йырын йырлағанда, ул әйтерһең атта һыбай елде, матур көнгә ҡыуанып, сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләктәй талпынып осто.
Бәйгегә әҙерләнеү, бәйгегә ҡатнашыу күп көс, сабырлыҡ талап итә. Сәхнәлә тороу өсөн дә сабырлы, йөрәкле булыу кәрәк. Был йәһәттән Айлина Йыһаншина һәр сығышын тыныс ҡына, йөкмәткеле, төплө итеп башҡарыуға өлгәште. Башҡорт ҡыҙҙарының баҫалҡылығы, мөләйемлелеге, тыйнаҡлылығы - быларҙың барыһы ла ошо ҡыҙҙа сағыла. Башҡорт ҡыҙының эталоны тип тә әйтергә була Айлинаны. Уның башҡарыуындағы "Урал батыр" эпосы, тамашасыны бер аҙ үткәндәрҙә сәйәхәт иттерҙе.
Сафия Миңлебаева ижади бәйгегә матур бейеү әҙерләгән, тамашасынан бигерәк был күренешкә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡыуанды. "Шатлыҡ" ансамбленең киләсәге бар" тине улар. Бейеүгә килгәндә, шулай уҡ Альбина Шаһимөхәмәтова, Ләйсән Әхмәҙиева, Айгүзәл Зекрина ла оҫта булып сыҡты. Күмәкләп бейегән ваҡытта был ҡыҙҙар көйгә генә баҫып, Альбина апайҙары (Альбина Раисовна) нисек күрһәтеп өйрәткән, шулай эшләргә тырыштылар.
Бәйгенең бар шарттарын тулыһынса урын еренә еткереп башҡарған, үҙенең моңло тауышы менән тамашасыны хайран ҡалдырған бәйгесебеҙ Айгүзәл Зекрина иң сағыу гүзәлкәйҙәрҙең береһе булып сыҡты. Уға, йыр тиһеңме, бейеүме, шиғырмы - барыһы ла бойһона ине был бәйгелә.
"Исеменә күрә есеме" ти башҡорт мәҡәле лә. "Күбәләк гүзәлкәйе-2016" - Айгүзәл!!! Икеһе лә бер мәғәнәлә.
Шулай, дуҫтар, "Күбәләк гүзәлкәйе-2016" - Айгүзәл Зекрина!!!
Бәйге тамам! Ә уны булдырыуға күпме көс, ваҡыт, сабырлыҡ, сыҙамлылыҡ талап ителә. Ә аҙағынаса алып барып сығараһың икән, һин бәхетле, һәм һин, хоҙайға, килгән тамашасы-ауылдаштарыңа, тамашала ҡатнашҡан артистарыңа рәхмәтле.
Эйе, форсаттан файҙаланып, беҙ, рәхмәт һүҙен бәйгелә ҡатнашыусы "Гүзәлкәйҙәргә", уларҙың ата-әсәләренә, өләсәй-олатайҙарына, һәм дә тамашасыларға еткерәбеҙ!
Шулай уҡ тамашаны булдырыусы барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре: Альбина Мәхмүтоваға, Әнисә Мәхейәноваға, Ирес Илһамовҡа, Мәҙинә Ғәскәроваға, Мәрзиә Юламановаға, Лениза Дауытоваға, Гөлфинә Мәғәфүроваға, Резида Хөснетдиноваға, Байым мәктәбе директоры Зилә Шәғәли ҡыҙына, педагог-тәрбиәсе Дилә Рәил ҡыҙына, "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы етәксеһе Римма Хәсән ҡыҙына, педагог-тәрбиәсе Райхана Ҡужабай ҡыҙына оло рәхмәтлебеҙ!

Зекрина Айгүзель -"Күбәләк гүзәлкәйе-2016!", "Мисс Соловушка - звонкий голосок" (Туйыш)
Минлебаева Сафия - "Мисс Звонкий каблучок" (Туйыш)
Зиганшина Айлина -"Мисс Элегантность" (д.Баим)
Исламова Амина- "Мисс Улыбка" (д.Баим)
Адельмурзина Аделина -"Мисс Скромняшка" (Туйыш)
Хамматова Лиана - "Мисс Милашка" ( д.Рахметово)
Ахмадеева Ляйсан -"Мисс Стройняшка" (д.Рахметово)
Шагимухаметова Альбина -"Мисс Очаровашка" (Туйыш)
Махиянова Катя - "Мисс Модняшка" (Туйыш)
Сулейманова Камилла - "Мисс Грация" (д.Баим)Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!
Сәхнәлә - "Күбәләк гүзәлкәйе-2016"!

Сығыу ваҡыты 25-03-2016, 15:31 | Ҡаранылар: 704
|
  • Гөлнур Зиннәтова илебеҙҙең төп матурлыҡ конкурсы «Мисс Россия – 2016»-ла ҡатнаша
  • Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!
  • Миңә тауыш биреүҙә ярҙам итегеҙ!
  • «Башҡортостан һылыуҡайы– 2014» билдәләнде!
  • Иң матуры – Индира!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM