RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…"

20.11.2015 "Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…"

"Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…"Вәхит Хызыровтың ижадын күптәр үҙ итә. Кемдәр генә уның моңло тауышын ишетеп һоҡланмай икән... Ошо көндәрҙә билдәле йырсының юбилейына арналған тамаша көтөлә.
Үҙенә башҡа бер музыкаль һәләткә эйә ул. Яғымлы йырсының асыҡ лирик тенорлы тауышы үҙенең асыҡлығы һәм ихласлығы менән тыңлаусыларҙы арбай.
Репертуар һайларға йырсыға тәбиғи булмышы һәм үҙенә ҡа­рата юғары талапсанлығы ярҙам­ға килә. Киң һәм күп жанрлы репертуарында рус, украин халыҡ йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙарына интерпретациялар урын алған.
Айырым урынды М. Глинка, П. Чай­ковский, С. Рахманинов, Н. Римский-Корсаков, А. Дар­гомыжский, А. Варламов, А. Яков­лев, П. Булахов, Н. Ка­листратов кеүек рус компо­зитор­ҙарының романстары алып тора. Шулай уҡ үҙенең ижади багажына Вәхит Хызыров йыш ҡына З. Исмәғилев, Х. Әх­мәтов, Н. Сабитов, С. Низа­метдинов кеүек билдәле баш­ҡорт композитор­ҙарының әҫәр­ҙәрен дә индерә.
Уның матур тауышы Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостан Республика­һының Милли симфоник оркестры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры менән берлектә яңғырай.
Быларҙың барыһын да 30 ноябр­ҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Вәхит Хы­зы­ровтың юбилей кисәһендә ише­тә алаһығыҙ. “Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…” исемле тамашала юбилярҙың ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнаша.
Һеҙ ниндәй уҡытыусы, тигән һорау­ға: “Бик талапсанмын... Ҡайһы бер йомшаҡлығым үҙемә ҡамасаулап та ҡуя. Студенттар балаларым кеүек, уларға хатта үҙемдең улыма ҡарағанда ла күберәк ваҡыт бүләм. Уҡыусыларымдың ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәйем, шуның менән бәхетлемен”, – ти йырсы.
Кисәнең эксклюзив ҡушымтаһы булып артистың “Улым” тип исемләнгән китабының презентацияһы ла көтөлә.

Н. АҙНАБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне