НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары исем!

Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары исем!


Хеҙмәттәшебеҙгә –  юғары исем!Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт һәм полиграфия, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре араһынан 44 кеше һөнәри ҡаҙаныштары өсөн юғары исемдәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, ордендар менән бүләкләнде.
– Һеҙ бөгөн лайыҡлы рәүештә үҙегеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн баһа алаһығыҙ. Ошо наградалар һеҙҙең әүҙем эшләгән, коллективты туплай белгән кешеләр булыуығыҙ хаҡында һөйләй, – тине үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, уңыштарығыҙға ҡарамаҫтан, башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ. Республикабыҙ әүҙем үҫешергә тейешле йүнәлештәр бик күп. Ауыл хужалығында, сәнәғәт етештереүендә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм башҡа өлкәләрҙә иң яҡшы хеҙмәт емештәрен күрһәтергә бурыслыбыҙ. Һис шикһеҙ, был беҙҙең көсөбөҙҙән килә.
Бүләкләнеүселәр араһында гәзитебеҙ хәбәрсеһе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Баныу Ҡаһарманованың да булыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Хеҙмәттәше­беҙгә киләсәктә лә ижади үрҙәр, ҡәләм үткерлеге, һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА:
– Юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә Ниязбай Сәлимов «Йәшлек»тең штаттан тыш хәбәрсеһе» тигән танытманы тапшырғас, ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгәйнем. Шунан алып күңелем «Йәшлек»кә тартылып тик торҙо. Шөкөр, бәхетем бар: урау юлдар менән булһа ла, яҙмыш мине ошо баҫмаға килтерҙе. Юҡҡа ынтылмағанмын икән «Йәшлек»кә: эшкә инеү менән ҡанаттарым яҙылып, алдымда офоҡтарым киңәйеп киткән һымаҡ тойолдо, үҙ һөнәремә ҡабаттан ғашиҡ булдым. Журналистикала тәүҙән үк уңышлы эшләһәм дә, тап «Йәшлек»тә иң әһәмиәтле үрҙәрҙе яуланым. Уларҙы үҙемдең шәхси уңышым ғына итеп түгел, ә тотош коллективыбыҙҙың, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың еңеүе итеп ҡабул иттем.
Г. ҠЫУАТОВА.

Сығыу ваҡыты 24-07-2015, 14:34 | Ҡаранылар: 880
|
  • Бөгөн "Йәшлек"тәр бик һөйөнөслө ваҡиғаға ҡыуана - баш мөхәрриребеҙ Артур Хәсән улы юғары наградаға лайыҡ булды!
  • Лайыҡлыларға – лайыҡлы баһа
  • “Урал” хәйриә фонды рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 80 йәше тулыу уңайынан ҡотлау
  • Заман геройҙары ҡайҙа йәшәй?
  • Абруйлы премия – лайыҡлыларға ғына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)
  • Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
  • Аулаҡтағы бер төн
  • Белем көнөн 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим ителде
  • «Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы.
  • Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
  • Мин башҡортса һөйләшәм, ә һин?
  • Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?



  • Радио Юлдаш FM