RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дуҫтарға тағы бер көтөлмәгән бүләк

05.12.2014 Дуҫтарға тағы бер көтөлмәгән бүләк

Йәмәғәт, “Йәшлек”тең дуҫтарына таратасаҡ бүләктәр тоғо төпһөҙ булып сыҡты, ахыры. Тәүҙә унан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һалған микротулҡынлы мейес, планшет, электр бысҡыһы, ит турағыс, хужалыҡта кәрәкле эш ҡоралдары йыйылмаһы кеүек бүләктәр менән бергә йоҡа ҡағыҙға яҙылған өмә (онотмаған­һығыҙҙыр, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүселәрҙең береһен һайлап, йортона барып ярҙам итә) һүҙе сыҡҡайны, тора-бара ярай­һы ҡалын ғына “Төркиәгә юллама” ятҡанын белдек. Тоҡтоң һаман тос ҡына икәнен арабыҙҙан берәү күтәреп ҡарап белгәс, эсен асһа-аҡ, бер батман бал менән баллы косметика ята! “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы (генераль директоры Әмир Ишемғолов) тултырып киткән икән. Бына рәхмәт!
Һәм тағы ла бер көтөлмәгән бүләк – “Рәсәй почтаһы”нан. Бөгөндән алып 15 декабргәсә матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Моғайын, арағыҙҙа финанс яғы хөртөрәк булып, һаман “Йәшлек”кә яҙылмай ҡалғандар барҙыр. Ошо ун көнлөк тап һеҙҙең өсөн дә инде. Мөмкинлек булғанда, яҙылығыҙ, беҙҙең уйында ҡатнашып, бүләктәр отоғоҙ.
Йәнә шуны әйтке килә: йәштәр, балалар туған телен белмәй, тип әрләргә яратабыҙ. Уға кем ғәйепле һуң? Өйөбөҙҙә ул-ҡыҙҙар, ейәндәр менән үҙ телебеҙҙә һөйләшмәһәк, китаптар, баҫмалар булмаһа, кире һөҙөмтәне көт тә тор инде. Шулай булғас, уйлайыҡ, дуҫтар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне