RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

10.10.2014 Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура райо­нының Саҙалы ауылында тыуып үҫеп, Өфө ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ағайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡоҙабыҙ

Азамат Рәмил улы
ЮЛДАШБАЕВ
бөгөн алтын юбилейын билдәләй.

Өлгөлө ғаилә баш­лығы, иғ­тибарлы һәм хәстәрлекле атай, эшендә яуаплы һәм намыҫлы баш мөхәррир, әсәһе, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡын­­дарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар­ға төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һин яныбыҙҙа булғанда беҙ тыныс, яҡлаулы, ҡурсаулы. Һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади үрҙәр, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.

Иң изге теләктәр менән – кәләше Гөлнар, ҡыҙы Зөлфиә, кейәүе Фидан, улы Илгизәр, ҡоҙаһы Сәлих, ҡоҙағыйы Ғәйшә һәм бөтә туғандары.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

16.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!


Конгресс-холл Торатау исемен йөрөтәсәк

15.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Конгресс-холл Торатау исемен йөрөтәсәк


Валерий Меладзе башҡортса һөйләшә башлаған

Гөлназ Шафиҡова БР Мәғарифты үҫтереү институтын етәкләйәсәк

"Йәшлек" гүзәле" конкурсының быйылғы еңеүсеһе кем булыр?

Максим Забелин Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарасаҡ

Бөгөн Белорет-Үткәл юлында пассажир "ГАЗел"е аварияға осраны

Боҙло ямғыр көтөлә

13.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Боҙло ямғыр көтөлә


Иғтибар!   Ҡунаҡҡа йыйынһағыҙ

12.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иғтибар! Ҡунаҡҡа йыйынһағыҙ


Уҡытыусылар менән табиптарға ла сират етте

Ҙур күләмдәге  штраф та  ҡурҡытмай

11.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҙур күләмдәге штраф та ҡурҡытмай


Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр