НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Боҙомдан ҡотолорға теләп, аферистарға 370 мең һум аҡсаһын биргән

Боҙомдан ҡотолорға теләп, аферистарға 370 мең һум аҡсаһын биргән


Боҙомдан ҡотолорға теләп, аферистарға 370 мең һум аҡсаһын биргән Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ҡатын ире менән ун йыл буйы 370 мең һум аҡса йыйған. Тик яңыраҡ яңы автомобиль алырға тип тәғәйенләнгән был аҡса мутлашыусылар ҡулына эләккән.

Бер көндө ҡатын дарыуханаға инеп сиратта торғанда, ул ят ҡатын менән таныша. Тиҙ арала үҙенә ҡаратып алған әңгәмәсеһе уға: “Мин аҡ магия менән шөғөлләнәм һәм һеҙҙә боҙом бар”, - тигән. Ҡатын ҡурҡып ҡала һәм шул мәлдә уларҙы тыңлап торған сираттағы ҡыҙ ҙа: “Миндә лә боҙом бар”, - тигән. Артабан дауалаусы был ике сирленең баштары өҫтөндә магик хәрәкәттәр яһай ҙа, боҙомдо бөтөрөү өсөн өйҙәге барлыҡ аҡсаны алып килеп таҙартырға кәрәк, тигән.

Иртәгеһен ҡатын алдан әйтелгән урынға 370 мең һум аҡсаһын алып килгән. Бер аҙҙан имсе килгән һәм, иртәгә ошо урында осрашабыҙ, тип аҡсаны алып киткән.

Ҡатын иртәгеһен күстәнәстәр тотоп, аҡсаны алырға килгән. Ләкин күпме көтһә лә, аҡсаны өшкөрөргә алып китеүсе күренмәгән. Шулай итеп аферистың татлы һүҙенә ышанған ҡатын бер машиналыҡ аҡсанан яҙған. Әлеге ваҡытта полиция мутлашыусыларҙы эҙләй.

Сығыу ваҡыты 23-04-2014, 07:29 | Ҡаранылар: 784
|
  • Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
  • Боҙомдан ҡотолам тип, мутлашыусыға аҡсаһын һәм алтынын биргән
  • Шкаф алам тип аферист тоҙағына эләккән
  • Бурысҡа ла алып торған, өҫтәүенә аҡса урлаған
  • Банка эсендәге аҡса мутлашыусылар табышына әйләнә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM