RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?

28.11.2013 НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?

Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиһәләр ҙә, ҡәләмгә тотонорға булдым. Сөнки был хәл эскә генә һыйҙырырлыҡ түгел.
24 ноябрь, ял көнө, ҡапыл ғына тыуған ауылым Байғаҙыға барырға булып киттем. Апайымдар һуғым һуйырға ла тейеш ине. Өҫтәүенә, гәзиткә шул турала материал да әҙерләргә уй булғас, фото ла төшөрөп алырмын, тип уйланым. Ҡапыл, әйтерһең, нимәлер ҡабаландыра башланы. Хатта мейесемдәге янып ятҡан торонбашты сипсы менән тышҡа сығарып бәреп, мейесте ҡыҙыу килеш ябып, эләгә-йығыла тигәндәй йәһәт кенә йыйынып, сығып киттем. Эргәмдә бәләкәй фотоаппаратым булһа ла, редакцияға барып, ял көнө булғас, бикле бинаның ишеген шаҡып, ҡарауылсынан астырып, ҙур фотоаппаратты алдым да елдерҙем ауылым яғына.

НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?Көн салт аяҙ. Күктә болоттоң әҫәре лә юҡ. Күңелле уйҙар уйлай-уйлай елдерәм генә. Инде ауылға етергә лә күп ҡалманы. Ҡайтҡан һайын тиерлек туҡтап, телефондан һөйләшеп (сөнки тап шул ерҙә кеҫә телефоны һәйбәт тота), тирә-яҡты байҡап китә торған урында өс ир заты күҙгә ташланды. Юлдың уң яғында – автомобиль. Был өс ир минең юлыма сығып тиерлек ҡул болғай башланы. Күңелде бер аҙ шөбһә баҫты. Машиналары боҙолоп, мине ир кешелер тип ҡул болғайҙарҙыр инде, тип ҡурҡыңҡырап, туҡтамай үтеп китергә лә уйлағайным, араларында Иҫке Собханғолдан Дәриғәт Ямаловты танып ҡалдым. Ҡустымдың дуҫы, үҙем дә ихтирам иткән кеше булғас, туҡтаным.

“Апай, ана, ҡарағыҙ әле”, тиҙәр тегеләр бер тауыштан. “Нимәне?” тип аптырап, машинамдан төштөм. “Фотоаппаратығыҙ юҡмы?”, тиҙәр. Фотоаппаратты алдым. Бәй, офоҡта бер ҡара шәүлә. Аңғансы икенсе бер ҡиәфәткә инде. Фотоаппаратымды тоҫҡап, төшөрөргә маташам, баҫылмай ҙа ҡуя. Ул арала теге шәүлә юҡҡа сыҡты. Уның ҡарауы шул тирәлә бер аҡлан барлыҡҡа килде. Күп тә тормай, йәнә юғалды.

Тағы машина килеп туҡтаны. Әбделмәмбәттән Йыһанур Шәмиғолов икән. Ул да аптырауға ҡалды. Тағы юлаусылар туҡтаны. Ул арала Дәриғәт, килегеҙ әле бында, тип үҙе торған ергә саҡырҙы. Ҡараһаҡ, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһе яғында, Аҡбейек тауҙары өҫтәндә, тотош ҡала хасил булған. 5-әр, 9-ар ҡатлы йорттар теҙелгән, урам үтә… Бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Унан саҡ ҡына ситкәрәк китеп, баяғы офоҡ яғына ҡарап тора башланым. Минең күҙ алдында офоҡ бер урындан уртаға ярыла башламаһынмы… Аруҡ ҙур асыҡлыҡ хасил булды. Егеттәргә күрһәтә һалдым. “Беҙҙең күҙ алдында ла әллә нисә тапҡыр яландар хасил булып, кире “ағас үҫте” инде”, тиҙәр.

НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?НИМӘ БУЛДЫ БЫЛ: Миражмы? Параллель донъямы?Ҡапыл ҡарашым беҙгә яҡыныраҡ урманға төштө. Ағастар араһынан өс өй күренгән һымаҡ. Яңы ғына һалынған, тиерһең, һап-һары ағастан. Аптырап, тағы ла егеттәргә күрһәтәм. Улар ҙа аптыраны, яңы ғына юҡ ине ул тирәлә бер нәмә лә, тиҙәр.

Ҡыҫҡаһы, аптырауҙың сигенә сығып, аяҡ өшөй башлағас, һуғым мәсьәләһе иҫкә төшөп, ауыл яғына ҡуҙғалдым. Ҡапыл һул яҡтан күҙемә тауҙар салынды. Шул тиклем бейектәр һәм баштары бер яҡҡа еңелсә генә ауышҡан һымаҡ тойолдо. Тик… ҡыҙғаныс, туҡтарға йыбандым.

Ауылға төшөп, күргәндәремде һөйләгәс, барыһы ла аптырауға ҡалды. Ышанып та етмәнеләр, шикелле.

3 сәғәт тирәһе ауылда булып, ҡайтырға сыҡтым. Баяғы ерҙән үтергә кәрәк бит инде. Әҙерәк шөпләтһә лә, туҡтаным. Бәй, тауҙар ҙа, офоҡ та элек нисек булған, шулай. Әллә төш булдымы баяғы хәл, тип аптырап, артабан ҡуҙғалдым.

Икенсе көндө Дәриғәтте редакцияға саҡырмай булдыра алманым. Бына нимәләр һөйләне ул.

- Темәс яғына китеп барар инек. Минең электән ян күҙ үҫешкән. Йәғни ҡырын яҡтан һәйбәт күрәм. Күҙгә нимәлер сағылғандай булды. Ләкин алда ҡырҡа боролош, етмәһә, юл тайғаҡ. Шуға асыҡ ерҙә туҡтарға булдым. Машинан төшөп, ҡарай башланыҡ. Офоҡта ниндәйҙер формалар барлыҡҡа килә, үҙгәрә һымаҡ. Ентекләберәк күҙәтә башланыҡ. Офоҡ буйлап… эшелонлы поезд китеп бара. Уны ҡараш менән оҙатып ебәрҙек. Күҙ алдында ҙур асыҡ ялан барлыҡҡа килде. Ялан уртаһында ике кеше лә торған һымаҡ. Поезд алыҫ киттеме икән, тип шул яҡҡа ҡараған арала теге яланды ағас та баҫып киткән. Ә поезд барып туҡтап, кешеләрен төшөрҙө. Шунан Ан-2 һымаҡ ике ҡанатлы самолет килеп төштө. Аэродромындағы һыҙыҡтарына тиклем күренде. Унан да кешеләр төштө. Был яҡтараҡ урман араһынан 5 ҡатлы йорт хасил булды, теге яҡтараҡ 9 ҡатлыһы…Мәсет тә күҙгә салынғандай булды. Аптырауҙан хайран булып, телефоныма йәбештем. Дуҫым Иршат Сәйетбаталовҡа (минең ҡустым) шылтыратып, һеҙгә, журналист кешегә хәбәр иттереү ине уйым. Ләкин Иршат Байғаҙыла булған икән, телефоны яуап бирмәне. Телефондан шылтыратҡан икенсе кешем – уҡытыусым Мөхәммәт Зарипович Шәрипов булды. Ул Ишембайҙа йәшәй, 10 йыл буйы мәктәптә директорым булғайны. Шунан Иҫке Собханғолдан Фәриҙә Айытбаеваға, БСТ-нан Шамил Кучуковҡа шылтыраттым.

Ә теге ҡурсаулыҡ биләмәһе яғында, үҙегеҙ күрҙегеҙ, тотош ҡала барлыҡҡа килде. Аҙаҡҡараҡ, һеҙ киткәс, ул бөтөнләй һәйбәт күренә башланы. Өйҙәрҙең тәҙрәләренә тиклем күрҙек. Урам да асыҡ күренде. Тик светофорҙар юҡ ине. Ул тирәләге тауҙар ныҡ аптыратты. Берсә баштары яйлап дүрткелгә әйләнә, берсә Карпат тауҙарына оҡшап китәләр. Тора торғас, икәүһе ҙурайып, ҡапҡа хасил итте.

Был нимә булды һуң? Әле булһа ошо һорауға яуап таба алмайым. Ниндәй көс мине тиҙ генә йыйынып Байғаҙыға сығып китергә мәжбүр итте? Дәрәғәттең мине эҙләп шылтарыуын минең аң “тотоп алдымы”? Икенсе, параллель донъя асылдымы беҙҙең алда?

Хәйер параллель донъя барлығын инҡар итмәйҙәр. Мәҫәлән, ендәр күсеүе хаҡында ла йыш ҡына ишетергә тура килә. Яңыраҡ ҡына был турала Килдеғол ауылынан Мөнир Фәйзуллин да яҙғайны. Унда ул Килдеғол ауылы тирәһендәге Бирелейорт тигән ерҙә биреләр күсеүен бесәнселәр ишетеүе хаҡында бәйән иткәйне (“Таң”, 131-се һан, 21 ноябрь, 2013 йыл).

Бынан тыш, матбуғатта беҙҙең көндәрҙә перронда поезд көтөп торған кешеләр алдына боронғо паровоз килеп туҡтап, унан боронғоса кейенгән кешеләр төшә башлауын хаҡында ла хәбәр булғайны. Иң ҡыҙығы шул – перрондағы кешеләр күрһә лә, тегеләр уларҙы күрмәгән һымаҡ үтеп киткәндәр.
Тауҙар үҙҙәре лә сер сығанағы, изге урындар. Әйтәйек, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына килгән бер фоторәссам, мин ҡайҙа ғына йөрөмәнем, ер шарының ниндәй генә тауҙарында булманым, бындай көслө энергиялы тауҙарҙы күргәнем булманы, тигән, тип һөйләгәйнеләр.

Иң ҡыҙығы икенсе көнөнә булды. Редакцияға эшкә барғас, ҡыҙҙарға теге хәлде бәйән иттем дә фотоларҙы күрһәттем. Бына, тейем, китеп барғандағыларында ҡала күренә, ҡайтҡанда – һиллек, бер нәмә лә юҡ.

Төшкө ашҡа ҡайтып килгәс, теге фотоларҙы фотошопҡа сығарып ҙурайтып ҡарай башланым һәм аһ иттем. Ҡайтып барғанда төшөргән бер фотола ҡала фрагменттары хасил булмаһынмы. Ныҡ алыҫтан төшөрөлгәс, әлбиттә, фотошопта яҡынайтҡанда сифаты юғала. Шулай ҙа боронғо биналар асыҡ төҫмөрләнә. Хатта уң яҡта мәсет һымағыраҡ бер бина ла күренгәндәй. Тауҙарға һыйынып ултырған ҡала. Ә ауылға китеп барғанда хасил булған ҡала тауҙар өҫтөндә ине. Был ҡаланан һул яҡтараҡ. Тимәк, күсә биргән. Гүйә, күктә инде. Болот, тиер инең, күктә болоттоң әҫәре лә юҡ ине.

Нимә булды был: миражмы, параллель донъямы? Һорауҙар бихисап… Яуап юҡ. Әлегә… Хәйер, бәлки, ошо үҙе беҙҙең бәғзе бер һорауҙарға яуаптыр… Тик әлегә был ишараларҙы аңламайбыҙҙыр ғыналыр…

P.S. Теге фото тынғы бирмәй – ятһам да, торһам да уйҙан сыҡмай. Кире барып теге урынды яңынан фотоға төшөрөп ҡарағы килде. 26 ноябрь көнө тағы киттек. Төшөрҙөм. Ҡайта һалып, фотошопта ҡараныҡ – ҡәҙимге тау итәге, ағастар, теге ҡаланың эҙе лә юҡ…








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Һигеҙ бала тап та 600 мең һум ал

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һигеҙ бала тап та 600 мең һум ал


"Йәшлек" гәзите янғын һүндерҙе

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек" гәзите янғын һүндерҙе


Сүп-сарыңды кем йыя?

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сүп-сарыңды кем йыя?


Юлдар һаман ҡорбан көҫәй

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлдар һаман ҡорбан көҫәй


Өфө табиптары Сибайҙа тағы бер аҙна эшләйәсәк

Өфөлә Ҡырым башлығы Дуҫлыҡ ордены кавалерына әйләнде

Журналист Сергей Доренкоға бүләк тапшырғандар

Мәғнит өйөн ИГИЛ шартлатҡанмы?

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәғнит өйөн ИГИЛ шартлатҡанмы?


Чупакабрамы, әллә икенсе хайуанмы...

18.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Чупакабрамы, әллә икенсе хайуанмы...


Ҡараңғы урамдарға — юҡ!

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡараңғы урамдарға — юҡ!


Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!


Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...