RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бурысҡа ла алып торған, өҫтәүенә аҡса урлаған

05.08.2013 Бурысҡа ла алып торған, өҫтәүенә аҡса урлаған

Бурысҡа ла алып торған, өҫтәүенә аҡса урлаған Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 53 йәшлек ҡатын, йортона пластик тәҙрәләр ҡуйҙырырға иҫәп тотоп, аҡсаһын йәшергән урынды ҡараһа, ундағы 30 мең һумдың юҡҡа сыҡҡанлығын күрә. Аптыранған хужабикә үҙенең шиген кисә генә килеп, бурысҡа аҡса һораған 63 йәшлек дуҫ ҡатынына йүнәлтә.
Шуныһы асыҡлана – был ҡатын менән ул яңыраҡ дуҫлашҡан. Танышы үҙенең ауыр матди хәлдә булыуын, ейәнсәренә ярҙам кәрәклеген белдергән һәм уртаҡ таныштар аша бурысҡа аҡса биреүселәрҙе эҙләгән. Ә йорт эйәһенең ремонтҡа тип йыйып ҡуйған аҡсаһы булған. Ул күп уйлап тормайынса, был яңы танышҡан ҡатынға 100 мең һум аҡса биреп тора. Бер аҙҙан тағы ла 26 мең һумды бурысҡа бирә.
Бурысҡа алған ҡатын июль уртаһына тиклем аҡсаны ҡайтарырға һүҙ бирә һәм расписка яҙа.
Бер көндө был хаҡлы ялда булған ҡатын танышына йәнә килеп аҡса һорай. Уныһы күҙ алдында купюралар һалынған полиэтилен төргәкте сығарып, 14 мең һум аҡса сығарып бирә. Ҡунағын һыйларға тип, йорт хужабикәһе ике мәртәбә баҡсаға сығып инә. Бер аҙҙан теге ҡатын ҡайтып китә.
Иртәгеһен йорт хужабикәһе комодта ятҡан төргәктән аҡса юғалғанын белеп ҡала. Ул полицияға шунда уҡ мөрәжәғәт итмәй һәм аҡсаны кире ҡайтарып бирер тип танышының эшенә, йәшәгән еренә барып йөрөй. Ләкин аҡса бурының эҙе юғалған була.
Әлеге ваҡытта «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ҡатын 126 мең һум аҡсаны алып, кире ҡайтармаған өсөн мутлашыуҙа ла ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта уны хоҡуҡ һаҡлаусылар эҙләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне