RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғата алған

29.07.2013 Ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғата алған

Ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғата алған Үткән шәмбелә «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулын нисәмә йылдар буйы йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы донъя рекордын ҡуйҙы. Ул бер үҙе 7 трамвай вагонын урынынан ҡуҙғата алды.
Әлегә тиклем бындай рекордты Украина атлеты Василий Варастюк яһағайны. Ул үҙ иңендә 5 трамвайҙы һөйрәгән. Ә Эльбрус Хәмит улы үҙ сиратында, уның ҡаҙанышын күпкә уҙҙырҙы.
Силәбе ҡалаһының опера театры алдындағы майҙан шәмбе көнө халыҡ менән шығырым тулды. Стронгмен-шоуға әҙерлек йәһәтенән бында трамвай рельстары араһына махсус тимер баҫҡыс нығытылған. Тап шуға терәлеп Эльбрус вагондарҙы һөйрәргә тейеш.
Рекорд ҡуйыу өсөн трамвайҙар һайланыуы ла осраҡлы түгел. Спортсы үҙе белдереүенсә, Силәбелә караптар йөҙөрлөк йылға юҡ, урындағы аэропорт та бәләкәй самолеттарҙы ҡабул итә. Ә трамвай вагондары бер ыңғайы ауыр ҙа, рельстарҙан йөрөгәс, урынынан ҡуҙғатырға еңел әҙерләнә. Спортсы ике ай самаһы трамвай депоһында күнекмәләр яһай. Тәүҙә бер вагонды һөйрәй, аҙаҡтан уға икенсеһен тағалар – Эльбрус шулай итеп ярышҡа әҙерләнә.
- Дөрөҫөн әйткәндә, трамвайҙарҙы урынынан ҡуҙғатыуы еңел ул, иң мөһиме – үҙ-үҙеңде һәм ҡурҡыуҙы еңергә. Рекорд яһау өсөн алты вагонды 20 метр араға күсерергә кәрәк. Быны эшләй алһам, мин Василий Варастюкты уҙа аласаҡмын, - тип белдергән баһадир.
… Майҙанда йыйылыусылар алдында Эльбрус Хәмит улы тәүҙә тән яҙыу өсөн күнекмәләр яһай. Аҙаҡтан, ул өҫтөнә махсус сбруй кейеп, ҡул һәм кәүҙә көсө менән бер-береһенә тағылған алты трамвайҙы урынынан ҡуҙғата һәм уларҙы ун метр араға күсерә. Ләкин, вагондарҙың берәүһенең тормоздары алынмағас, состав ерҙәге тимер баҫҡысҡа терәлә. Һөҙөмтәлә, тәүге алымда рекорд ҡуйылмай.
Баһадир аптырап ҡалмай, судьяларға составҡа етенсе вагонды өҫтәргә бойора. Быны ул абсолют рекорд булһын тип эшләй һәм Эльбрус ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғатыуға ирешә.
Баһадир тейешлесә әҙерләнеп, киләһе йылда электр поезын урынынан ҡуҙғатырға ниәтләй. Быны ул Өфө ҡалаһында эшләйәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне