RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тигеҙ ерҙә абыналар

03.11.2010 Тигеҙ ерҙә абыналар

Федераль күҙәтеү органдары Өфөлә «ИКЕА» сауҙа-күңел асыу комплексын төҙөүсе компания яғынан уны асыуҙы тотҡарлаған күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлағанлыҡтан, республика өсөн мөһим булған был объекты асыу срогы тотҡарланыуы ихтималлығы килеп баҫа. Һөҙөмтәлә «ИКЕА» етәкселеге, бөтә етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлдө, тип ышандырып, төҙөлөштө проектта ҡаралған срокта тапшырырға тырыша. Тикшереүсе органдарҙың һығымтаһы менән риза булмағанлыҡтан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтан яҡлау эҙләргә була.
— Бөгөн комплекс территорияһында тикшереүсе структуралар вәкилдәре йыйылды. Уларҙың бурысы – етешһеҙлектәр бармы-юҡмы икәнлеген урында билдәләү, — тип белдерҙе республика Президенты. – Әгәр етешһеҙлектәр асыҡланһа, уларҙы яҡын арала бөтөрөргә кәрәк.
Бөтә кәмселектәр бөтөрөлгән осраҡта «ИКЕА» комплексы — алты аҙнанан, ә «Леруа Мерлен» магазины дүрт аҙнанан асыуға әҙер буласаҡ, тип көтөлә. «МЕГА» сауҙа-күңел асыу комплексын асыу өсөн саҡ ҡына күберәк – ике ай самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Бөтә биналарҙың дөйөм майҙаны 160 мең квадрат метр тәшкил итә. Был комплекстар ҡаланы ике мең эш урыны менән тәьмин итәсәк, тип планлаштырыла.
Республика башлығы әйтеүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү төбәктең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора. Шунлыҡтан тикшереүсе органдар менән инвесторҙар араһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡ республикабыҙҙың ошо бурысын бойомға ашырыуға, һис һүҙһеҙ, ҡамасаулыҡ яһаясаҡ.
- Эш барышында хәл ителә торған мәсьәләләргә Президентты йәлеп итмәйенсә генә хәл итергә кәрәк ине лә бит, - тип ризаһыҙлығын белдерҙе Рөстәм Хәмитов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне