RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Балалар баҡсаһына сират бөтөрмө?

29.10.2010 Балалар баҡсаһына сират бөтөрмө?

Һуңғы ваҡытта иң ҡыҙыу тикшерелгән мәсьәләләрҙең береһе - балалар баҡсаһы. Шунһыҙ әмәл юҡ. Сөнки сабыйы тыуғас уҡ сиратҡа торған ата-әсә балалар баҡсаһына путевканы дүрт-биш йыл буйы көтөп ала алмай. Ә баҡсаға урынлашҡан балалар һаны һуң?! Бер төркөмдә генә ҡырҡҡа яҡын бала! Бына шуға ла проблеманы хәл итеү көнүҙәк мәсьәлә. Күптән түгел баш ҡалала йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға түләнә башлаған өс мең күләмендәге компенсация быға асыҡ миҫал. Ҡала советының был аҙымы һиҙелерлек ярҙам булды, тигән фекерҙә сиратта тороусылар. Тик оноторға ярамай, был түләү ҙә тик ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә тәғәйенләнә.
Аҙна аҙағында йенә бер һөйөнөслө хәбәр билдәле булды - Башҡортостан алдағы өс йылда балалар баҡсаһы төҙөүгә һәм реконструкциялауға туғыҙ миллиард самаһы аҡса тотонмаҡсы. Атап әйткәндә, аталған сумманың 2,5 миллиарды киләһе йылда уҡ балалар баҡсаларын үҫтереүгә йүнәлтелһә, 2012 йылда - 3,5, 2013 йылда 3 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған. Был республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында күҙәтелгән проблеманы хәл итәсәк, имеш. Шулай була күрһен инде.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Максим Забелин Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарасаҡ

Бөгөн Белорет-Үткәл юлында пассажир "ГАЗел"е аварияға осраны

Боҙло ямғыр көтөлә

13.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Боҙло ямғыр көтөлә


Иғтибар!   Ҡунаҡҡа йыйынһағыҙ

12.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иғтибар! Ҡунаҡҡа йыйынһағыҙ


Уҡытыусылар менән табиптарға ла сират етте

Ҙур күләмдәге  штраф та  ҡурҡытмай

11.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҙур күләмдәге штраф та ҡурҡытмай


Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр

Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

10.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп


Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт


Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте


Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

06.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!


Башҡортостанда ғәрип балаларҙың ата-әсәләре транспорт һалымынан азат ителәсәк