RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Бишбармаҡ»тан ауыҙ итегеҙ

Яңылыҡтар таҫмаһы «Бишбармаҡ»тан ауыҙ итегеҙ

Хип-хоп, рэп менән мауығыусылар күптән һағынып-һағынып көткән сара килеп тә етте – ошо аҙнала йома көндө «ТТ» клубында «Бишбармаҡ» халыҡ-ара төрки телдәр хип-хоп фестивале уҙасаҡ
Был сара тиҙҙән әрме сафтарына юл аласаҡ «Ике йөҙ» төркөмө солисы Вәсил Ғафаровты оҙатыу кисәһенә арнала һәм «Ике йөҙ» дуҫтарын йыя» тип исемләнгән. Ә дуҫтарҙың ниндәйе бит әле – йәштәр күптән яратып өлгөргән «Арғымаҡ», «Бүреләр» төркөмдәре, Ридаль Диастың джаз командаһы, Хызыр, Буранбай, Алтынай, Гөлнур Ҡарабулатова, Рифмир, «Осҡон» төркөмө.
Алып барыусылар ҙа беҙгә күптән таныш шуҡ егеттәр – Шәһит Башҡорт Хамматов менән МС Высоцкий. Русса рэп уҡыусы М. Бокс менән Леха Свечаның да ҡунаҡҡа килеүе көтөлә. Бындай саралар көн дә уҙғарылмай, дуҫтар, йоҡлап ҡалмағыҙ!





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад