RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дискотекаға барам, ә пикетҡа – юҡмы?

04.12.2012 Дискотекаға барам, ә пикетҡа – юҡмы?

1 декабрҙә Башҡортостанда, Татарстанда һәм Сыуашстанда туған телдәрҙе яҡлау буйынса синхрон пикеттар үтте. Халыҡтың урамға сығыуының сәбәбе – РФ Дәүләт Думаһының республикаларҙа титуллы милләттәр телен мотлаҡ уҡытыуҙы бөтөрөү хаҡында яңы закон ҡабул итергә әҙерләнеүе.
Башҡортостанда – «Күк бүре», Татарстанда «Азатлыҡ» хәрәкәттәре ойошторған сараларҙа туған телде һаҡлау, уҡытыу буйынса телмәрҙәр яңғыраһа, Сыуашстанда Хөкүмәт йорто алдына ни бары бер генә кеше яңғыҙ пикетҡа сыҡҡан. Бүтән милли төбәктәрҙән активистар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табылмаған. Башҡорт һәм татар лидерҙары белдереүенсә, Рәсәй илде урыҫлаштырыуға ҡоролған тел сәйәсәтен башламаҡсы. Акция аҙағында резолюция ҡабул ителде. Унда, яңы закон проекты рус булмаған халыҡтарҙы дискриминациялау ҡарарына тиң, тип әйтелә. Резолюция Европа советының парламент ассамблеяһына (ПАСЕ) һәм РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкинға ебәреләсәк. Оло ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған закон проектының икенсе уҡыуҙары 11 декабргә билдәләнгән.
Пикетта яңы ирекле «Халыҡ һүҙе» сәйәси-ижтимағи башҡорт гәзитенең тәүге һаны таратылды. Ул аҙнаһына бер тапҡыр сығасаҡ һәм бушлай таратыласаҡ.
Күпме ваҡыт телебеҙҙән мәхрүм ҡалып, туған моңдарыбыҙҙан яҙып, тарихыбыҙҙы өйрәнә алмай, милли булмышыбыҙҙан баш тартып йәшәүебеҙ – оло быуындың күңелендә һаман һыҡрап торған оло яра. Үҙаллылыҡ та еңел генә бирелмәне, ул йылдарҙа һуңғы сара – аслыҡ иғлан итеүгә тиклем барып етте башҡорт йәштәре. Берҙәмлек, рухи уяныу, милләттәшлек тойғоһо – тап ошо хистәр аша халыҡ туплана алды һәм маҡсатына иреште. Ә бөгөн? Бына-бына телебеҙҙе балта менән төбөнән сабырға торалар, юҡ, был күптәрҙе һис тә борсомай, сөнки пикетҡа ни бары 80 кеше самаһы йыйылды. Уның ҡарауы, ошо уҡ кистә «Өфө уттары»нда уҙған башҡорт дискотекаһында энә төртөрлөк тә урын юҡ ине. Исмаһам, йыр-моңға битараф түгел беҙҙекеләр, тип уйларға булыр ине, әгәр ҙә һәр икенсе кеше тиерлек араҡы, һыра эсеп ултырмаһа. Баҡһаң, бында башҡорттар ашап-эсеп, күңел асырға йыйылғандар, башҡаһына түгел! Дөрөҫөн әйткәндә, официанттар өҫтәлдәргә спиртлы эсемлектәр ташый-ташый аяҡтан яҙҙы.
Нимә менән барып бөтөр беҙҙең битарафлыҡ, тик бөгөнгө көн менән тормош көтөү, тел, ил өсөн көрәшеүҙе кәрәк тип тапмау? Телебеҙҙе юҡҡа сығарһаҡ, бөгөн өс йөҙ һумлыҡ башҡорт дискотекаларын иртәгә өс миллион һумға ла таба алмаҫбыҙ! Бөгөн беҙгә төрлө яҡлап һөжүм бара. Торатау кеүек тәбиғи байлыҡтарыбыҙға бәйләнәләр, телебеҙҙе юҡ итергә тырышалар, милли республикаларҙы бөтөрөргә, тип асыҡтан-асыҡ сығыш яһайҙар! Ә башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары, телде яҡлау буйынса тағы бер сараны белмәгәнгә һалышып, ауыр мәлдә тупланмай, йылы өйҙә ултырыуҙы хуп күрҙе. ҡыҙғаныс...

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне