RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө - II?

05.10.2010 Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө - II?

Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө - II?Өфө-Ырымбур маршруты буйлап республикабыҙҙың иң көньяҡ районына яҡынлашҡан һайын юлдарҙың тигеҙлегенә, баҫыуҙарҙың таҙалығына, йорттарҙың төҙөклөгөнә ҡарап, күңелдә тыуған шатлыҡ тойғолары артҡандан-арта. Күмертау ҡалаһын үтеп, Көйөргәҙе районы биләмәләренә килеп ингәс, ҡыуаныс тағы ла үҫеп киткәндәй була. Ысынлап та, районда һуңғы бер нисә йылда байтаҡ ҡына ыңғай үҙгәреш булды. Был айырыуса белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡағыла. Район үҙәге Ермолаевкала ла, Отрада, Мораптал, Яҡшымбәт, Яҡуп ауылдарында ла яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дауаханалар ҡалҡып сыҡты, иҫкеләре төҙөкләндерелде.
Мәҙәниәт усаҡтары яңыртылған ауылдар ҙа юҡ түгел Көйөргәҙелә. Морапталда яңы мәҙәниәт усағы эшләй башланы, Йомағужала ла бәләкәй генә булһа ла клуб сафҡа инде, Яҡут ауылының клубы ла маҡтауға лайыҡ.
Райондың мәҙәни тормошо ла ҡайнап тора. Бында башҡорт, татар, сыуаш, рус халыҡтарының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән аныҡ эштәр башҡарыла. Фольклор ансамблдәре, йыр-бейеү коллективтары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһай, еңеүҙәр яулай.
Ауылдарҙың тышҡы йөҙө лә, кешеләрҙең күңелдәрен нурландырып, сафлыҡ бөркә. Йорт-ҡуралар ҡаралған, ремонтланған, урам буйҙары, айырыуса федераль трасса буйында урынлашҡан ауылдарҙа, бер тигеҙ итеп кәртәләнгән, буялған.
Тәү ҡарашҡа районда бер ниндәй ҙә хәл ителмәгән мәсьәлә юҡ кеүек. Ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Хатта Көйөргәҙегә беренсе тапҡыр килгән кеше, тышҡы матурлыҡҡа алданып, бында һуңғы йылдарҙа яман шешкә әйләнгән һәм бына-бына һытылырға етешкән проблемаларҙы күрмәүе лә ихтимал. Миңә ҡалһа, үҙем ошо район кешеһе булараҡ, ябай хеҙмәтсәндәр менән дә, оло вазифа биләгән етәкселәр менән дә йыш ҡына аралашырға тура килә. Шуға күрә, барлыҡ өлкәләрҙә хәбәрҙар булмаһам да, ҡайһы бер нәмәләрҙе ишетеп-күреп йөрөйөм. Өс йыл ошо районда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында асылған башҡорт гәзитенең мөхәррире булып эшләгәс, ниндәйҙер факттар хаҡында үҙем дә беләм. Әле лә, республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ, яҡташтарым районда барған яңылыҡтар менән даими таныштырып бара. Әлбиттә, тыуған яҡтан яҡшы хәбәр килһә, күңел һөйөнә, йөрәктә яҡташтарыма ҡарата ихтирам арта, ғорурлыҡ хистәре уяна. Әгәр ниндәйҙер насар нәмәләр хаҡында ишетһәм, күңелем болоҡһой, тәрән уйға батам. Үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта райондан хафаға һалырлыҡ, шик-шөбһә тыуҙырырлыҡ яңылыҡтар йышыраҡ ишетелә.
“Йәшлек”тең бер һанында Көйөргәҙе районының бөтөп барған Ҡунаҡбай ауылы тураһында һүҙ күтәреп киткәс, яҡташтарымдан байтаҡ ҡына шылтыратыу булды. Яҙғандарыңдың һәр һүҙе дөрөҫ, тине берәүҙәр. Икенселәр, гәзиттең шул һанын ҡайҙан алып уҡырға булыр икән, тигән һорау менән йөҙәттө. Өсөнсөләр, бер Ҡунаҡбай ғына бөтөп барамы ни беҙҙә, һанай китһәң, тағы тиҫтәләгән улар, үҙегеҙ ҡайтып, ауылдар буйлап йөрөп, танышып сыҡһағыҙ, сәсегеҙ үрә торор, тип ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Ни тиклем генә ашҡынһам да, донъя мәшәҡәттәре менән булып, бала сағым, үҫмер йылдарым тороп ҡалған Көйөргәҙе тарафтарына юл төшмәй тора ине, редакцияға килгән хат юлға сығырға мәжбүр итте.
«Беҙҙе һеҙгә хат яҙырға Көйөргәҙе районында барған коррупция, төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар мәжбүр итте, - тип башлай хат авторҙары. Башта уҡ шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым, хат авторҙары ябай малсылар, игенселәр, механизаторҙар түгел, ә райондың көслө предприятиеларын етәкләүсе хужалар. – Был закон боҙоуҙарҙың барыһының да артында район хакимиәте башлығы үҙе тора. Шулай, район етәксеһе үҙ аҡсаһына “КАМАЗ” йөк машинаһы һатып алып, уны икенсе кеше исеменә теркәне. Был машина биш йыл “Башкиравтодор” дәүләт унитар предприятиеһының Көйөргәҙе юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында иҫәптә торҙо. Яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар өсөн, әлбиттә, предприятие түләне, ә уны ҡулланған өсөн аҡса район башлығының кеҫәһенә аҡты.
Район етәксеһенең бер туған ҡустыһы Рим Ҡотләхмәтов, ағаһының арҡаһы артына йәшеренеп, бер ниндәй рөхсәтһеҙ, Юшатыр йылғаһынан ҡырсын һатып ятыуы ла – иҫбат ителгән факт. Ошо маҡсатта уның рәсми документтары булмаған “ЮМЗ” маркалы трактор һәм оло йәштәге әсәһе исеменә теркәлгән “КАМАЗ” йөк машинаһы ҡулланыуы күптәргә билдәле.
Райондың тиҫтәләгән предприятиеһы, законды тупаҫ боҙоу юлы менән, матбуғат саралары аша киң йәмәғәтселеккә хәбәр ителмәй тороп, банкрот тип иғлан ителә һәм арзан хаҡҡа хакимиәт башлығының дуҫтарына, әшнәләренә һатыла. Шул юл менән Көйөргәҙенең күп кенә хужалыҡтары һәм предприятиелары “Забарив-АГРО”, “ЮжуралОЙЛ”, “Нефтехиммаш”, “Золотая масленица” асыҡ акционер йәмғиәттәренең ҡулдарына күсеп бөттө.
Төҙөлөш, ремонт эштәрен дә, хакимиәт етәксеһе, урындағы предприятиеларға тапшыраһы урынға, Кавказдан килгән шикле кешеләргә биреүҙе яҡшыраҡ һанай. Әлбиттә, бындай килешеүҙәр хакимиәт башлығының шәхси мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп башҡарыла торғандыр. 2009 йылда, шундай килешеү нигеҙендә, Сафоян фамилиялы, әрмән милләтле кеше етәкләгән төҙөлөш предприятиеһы эшселәре тарафынан Ермолаево ауылында 5-се балалар баҡсаһы, 2-се тулы дөйөм белем биреү мәктәбе, Шәбағыш ауылы мәктәбе ремонтланды. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең районда көн күргән төҙөлөш ойошмалары заказһыҙ ултыра.
Һуңғы ваҡытта район етәксеһе эшкә лә туғандарын, яҡындарын һәм үҙенең эргәһендә ҡойроҡ болғарға яратҡан ике йөҙлө кешеләрҙе ала башланы. Был осраҡта уларҙың профессиональ кимәлдәренә лә, белемдәренә лә, оҫталыҡтарына ла ҡул һелтәйҙәр. Иң мөһиме, эшкә ҡабул ителгән әҙәм хужаға ярамһаҡлана белһә, шул еткән. Уларҙың араһында һатып алынған диплом менән эшләүселәр ҙә бар, ләкин район башлығын был факт та борсоуға һалмай. Хәйер, ниндәйҙер шикле юл менән кандидатлыҡ дессертацияһы яҡлаған Ҡотләхмәтов әфәнде ундай ғына ваҡ мәсьәләләргә иғтибар итә буламы?
Хөрмәтле “Йәшлек” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, хәлде урынға килеп тикшерһәгеҙ, беҙ оло рәхмәтле булыр инек. Көйөргәҙе районында барған баш-баштаҡлыҡтарға, закон боҙоуҙарға күптән кәртә ҡуйырға ваҡыт.
Ихтирам менән,
Рәмил Ибраһимов, райондың пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры;
Рәмил Мостафин, “Искра” АХК-һы рәйесе;
Ғәйнетдин Мөхәм
мәтов, “Ватан” АХК-һы рәйесе;
Виктор Старков, “Нива” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры;
Рауил Сөләймәнов, Ермолаево мәктәп-интернаты директоры.»
Хатта яҙылған факттарҙы тикшереү өсөн районға килеү менән иң беренсе сиратта Рәмил Ибраһимов менән осрашыуҙы кәрәк тип таптым. Ни тиһәң дә Рәмил Уралбәк улы байтаҡ йылдар Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән кеше бит. Ишетеүемсә, күптән түгел Әхәт Ҡотләхмәтов Ибраһимовты вазифаһынан бушатып, пионерҙар һәм уҡыусылар йортона директор итеп күсергәйне. Был хат, бәлки, башлыҡтың шул аҙымы өсөн үс алыу һымағыраҡ яҙылғандыр?
– Минең был аҙымымды Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтан үс алыу тип ҡабул итеү бер нисек тә дөрөҫлөккә тап килмәй, – тип башланы һүҙен район башлығының элекке урынбаҫары. – Сөнки бөгөн Ҡотләхмәтов әфәнде элеккесә үҙ урынында эшләй, ә мин бәләкәй генә пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры. Хакимиәт башлығы, үҙенең бөгөнгө көндә биләгән вазифаһы, районда барған ваҡиғаларға реаль йоғонто яһай алыуы менән, мине туҙан бөртөгө һымаҡ ыуалап ташлай ала. Бары тик Көйөргәҙелә һуңғы осорҙа булған закон боҙоуҙарҙы күреп, белеп йөрөгәнгә күрә, йөрәгем түҙмәй, хат авторҙарына мин дә теләктәшлек белдерергә ҡарар иттем.
Ауылдарҙа эш юҡ, был – ысынбарлыҡ. Бөгөн районда Ҡунаҡбай ауылының әсе яҙмышы Тимербайға ла, Ульяновкаға ла, Яҙлауға ла, Ҡалтаға ла хас күренеш. Әйтәйек, миҫал өсөн, Ульяновка ауылын ғына алайыҡ. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында бында ҡырҡлап шәхси хужалыҡ бар ине. Ауыл кешеләре өсөн эш тә булды, сөнки 6-7 мең башҡа иҫәпләнгән сусҡа һимертеү комплексы буш торманы. Бөгөн комплекс урынында емереклектәр генә ҡалған. Ауыл халҡы, йорт-ҡаралтыларын ташлап, ситкә күсеп китеп бөттө. Хәҙер унда, уҙа барһа, 5-6 өй ҡалды шикелле.
Беҙ бит, ҡағиҙә булараҡ, юғарынан килгән ҡунаҡтарға асфальт юлдарҙы, төҙөк ауылдарҙы, таҙа баҫыуҙарҙы ғына күрһәтәбеҙ. Президент маршруты тип атала ул. Ә район үҙәгенән саҡ ҡына ситкә тайпылдыңмы, ҡайҙа ҡарама – емерек мал һарайҙары, ташландыҡ йорттар, әллә нисәмә йылдар кеше ҡулы теймәгәнлектән сүп-сар баҫҡан баҫыуҙар. Йомағужа, Илкәнәй, Марьевка, Михайловка, Яңы Ямаш, Сураҡай, Яманһары, Савельевка ауылдарын кем барып ҡарағаны бар? Унда халыҡ нисек йәшәй, бөгөн улар нимә менән мәшғүл, кем ҡыҙыҡһынған?
Ҡаҙлайыр Ялсыҡайы кеүек инде күптән ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың ҡәберлектәре генә түгел, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесенең кендек ҡаны тамған Кинйә-Абыҙ, Тимербай ауылдарының зыяраттары кәртә менән уратылмаған, уларҙы мал тапай. Бер йылы был мәсьәләне урындағы “Юшатыр” гәзите журналистары күтәреп сыҡҡайны, район хужаһы тетмәләрен тетте. “Уларға зыярат кәрәк икән, балта-сүкеш алһындар ҙа, уратһындар”, – тип әле булһа һәр кәңәшмә һайын ҡыҙған табала бейетеп алырға онотмай.
Ғөмүмән, Әхәт Йәүҙәт улының характеры ҡатмарлы. Ул юҡтан ғына ҡыҙып китә. Бындай ваҡытта Ҡотләхмәтов мәсьәләнең асылына төшөп тороуҙы артыҡ һанай. Шунан тотона кешене башҡалар алдында ҡысҡырып әрләргә, мыҫҡыл итергә. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенән түбәндәрҙе ергә һалып тапау уның өсөн бер ни тормай.
Юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн беҙҙең район уҡыусыларына бүленгән йүнәлтмәләрҙе лә хакимиәт башлығы үҙ белдеге менән дуҫтарының, яҡындарының, таныштарының балаларына тарата. Аҡсаға һатыламы был документтар, раҫлай алмайым, әммә Күмертау, Өфө, Ырымбур ҡалаларында йәшәгән кешеләргә китеүе хаҡ.
Ҡотләхмәтовтың бер туған ҡустыһы Римдең законһыҙ рәүештә Юшатыр йылғаһының ҡырсынын һатып ятыуы ла дөрөҫ. Был баш-баштаҡлығын ул бары тик күргән кешеләр прокуратураға ялыу яҙып биргәс кенә туҡтатты. Факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылманы, сөнки “йөнтәҫ ҡуллы” ағаһы йолоп алып ҡалды.
Хакимиәт башлығының фатихаһы менән, Күмертау ҡалаһы эске эштәр бүлеге начальнигының тыл хеҙмәте буйынса урынбаҫары Фәйрүзә Төхвәтуллинаға, Рәсәй ауыл хужалығы банкыһының урындағы өҫтәмә офисы аша, йәнәһе, шәхси ярҙамсыл хужалыҡты үҫтереү өсөн, 300 мең һумлыҡ кредит бүленгәнлеге лә билдәле. Фәйрүзә ханым, эре мал үрсетәһе урынға, кредит аҡсаһына “Хундай” машинаһы алып ебәрә. Нисәлер баш мал һатып алғанлығын дәлилләгән ялған документтар биреү юлы менән, Төхвәтуллина банкынан әле булһа ай һайын өҫтәмә субсидия ла ала.
Район мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләгән Люциә Хәмитова ла байтаҡ ҡына закон боҙоуға юл ҡуя. Хакимиәт башлығының килене булғас, ул да арҡа ныҡлығын тоя.
– Аҡылдары зәғиф балалар өсөн Ермолаеволағы мәктәп-интернат директоры булып мин 2007 йылдың декабрь айында эшләй башланым, – тип хәтерләй Рауил Сөләймәнов. – Уҡыусылар өсөн кейем-һалымды беҙ бары тик тендер үткәреү нигеҙендә алырға бурыслы, закон шулай ҡуша. Быны белә тороп, мәғариф бүлеге етәксеһе миңә балаларға аяҡ кейемдәрен шәхси эшҡыуар Маркованан һатып алырға бойорҙо. Г. Маркованың был ваҡытта райондың пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры булып эшләгәнен белә инем. Был турала Люциә Тәлғәт ҡыҙына әйткәс, ул ҡыҙып китте, өҫтәлендәге ручкаларҙы, ҡағыҙҙарҙы бәреп ебәрҙе. “Унда һинең ни эшең бар, әйтелгән икән, эшлә!» – тип екерҙе ул.
Икенсе юлы мәктәп-интернатҡа янғынды иҫкәртеү буйынса ҡорамал һатып алыуға бирелгән 2 миллион һум аҡсаға ла ҡул һонорға маташа Хәмитова ханым. Шулай уҡ, тендер үткәреп тормай, Өфө ҡалаһының бер фирмаһы менән ҡорамалды монтажлауға килешеү төҙөргә тәҡдим итә ул Рауил Исхаҡ улына. Сөләймәнов был юлы ла ҡаршы сыҡҡас, уға ҡарата төрлө яла яғыуҙар, ҡурҡытыуҙар башлана. Мәктәп-интернат директорын эштән бушатыуҙарын һорап, республикабыҙҙың мәғариф министры Зиннәт Аллаяровҡа хат та яҙыла. Хатҡа таянып, уҡыу йортоноң финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген энәһенән ебенә ҡәҙәр тикшерәләр. Әммә Сөләймәновты креслоһынан осорорлоҡ бер генә етди сәбәп тә табылмай.
– Әле булһа тыныслана алмай Люциә Тәлғәт ҡыҙы, – тип һүҙен дауам итә Рауил Сөләймәнов. – Хәҙер инде ул интернат балалары өсөн аҙыҡ-түлекте район ҡулланыусылар йәмғиәтенән алырға ҡоҙалай. Әлбиттә, тағы конкурс-фәлән үткәрмәй тороп. Аптырағас, тендер үткәргән көндө, райпоның баш бухгалтеры артынан машина ебәреп тә ҡараныҡ, килмәне. Уларҙа хаҡтар, беҙҙең менән эшләргә теләк белдергән башҡа предприятиеларҙыҡы менән сағыштырғанда, күпкә юғары. Ә беҙ арзаныраҡты эҙләйбеҙ, хәҙерге заманда һәр бер тин иҫәпле ул.
Ошоларҙың барыһы тураһында ла район прокуроры В. Бузаевҡа барып һөйләгәс кенә, бер аҙ тынысланды шикелле мәғариф бүлеге етәксеһе. Тик оҙаҡҡамы икән?
Хәмитованың мутлыҡтары тураһында районда тағы әллә күпме ишетергә тура килде. Имеш, уның күрһәтмәһе буйынса берҙәм дәүләт имтихандары үткәреү өсөн тип ата-әсәләрҙән бик ҙур ғына суммала аҡса ла йыйылған. 2009 йылдың февралендә ул, Ҡаҙан ҡалаһының бер мәктәбендә 11-се синыфта уҡып йөрөгән Иҫәнгилдин фамилиялы туғанын алып ҡайтып, Отрада мәктәбенә урынлаштырған. Аҙаҡ был егет өсөн берҙәм дәүләт имтихандарын Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһынан махсус рәүештә килтерелгән белгестәр эшләгән. Шул тиклем ғалим башлы ағай-апайҙар эшләгәс, Иҫәнгилдин бөгөн республикабыҙҙың берәй абруйлы ғына юғары уҡыу йортоноң студенты ла булып киткәндер әле, моғайын. Етмәһә, мөмкинлектәре киң ағай-апайҙары ниндәйҙер бер ябай ауыл балаһының ауыҙынан өҙөп, махсус йүнәлтмә лә бирһәләр.
Үҙенең яҡын кешеләрен Люциә Тәлғәт ҡыҙы, артыҡ сәғәттәр билдәләп, эшкә урынлаштыра ла, һуңынан тегеләре мәғариф бүлеге етәксеһе менән аҡса бүлешергә тейеш була икән, тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килде районда. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа.
– Беҙҙең Көйөргәҙе, 1992 йылда Күмертау ҡалаһынан айырылып, үҙ аллы район булып китте. – Быларҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Нива” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Виктор Иванович Старков һөйләй. – 2000 йылға ҡәҙәр районды Раил Абдулла улы Әбдрәшитов етәкләне. Бик күп социаль объект, торлаҡ йорттар, сауҙа нөктәләре төҙөлдө ул етәкселек иткән йылдарҙа.
2001 йылда Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы итеп Әхәт Ҡотләхмәтовты тәғәйенләнеләр. Ул власҡа килеү менән алдына: “Эре хужалыҡтарҙы бөтөрөргә кәрәк. Улар урынына ваҡ ауыл хужалығы предприятиелары төҙөйәсәкбеҙ. Шул ваҡытта беҙгә лә, урындағы хужаларға ла улар менән идара итеүе еңел буласаҡ”, – тигән лозунг ҡуйып, быға ҡәҙәр районда ғына түгел, тотош Башҡортостанда билдәле булған “Таймаҫ”, “Ҡыҙыл Шар”, “Мораптал”, “Күмертау”, “Көйөргәҙе” совхоздарын юҡҡа сығарырға тотондо.
Бер нисә йыл эшләп ҡарағайныҡ, ваҡ хужалыҡтарҙан фәтүә юҡ икәнен аңланыҡ. Хәҙер, киреһенсә, хакимиәт башлығы халыҡты: “Хужалыҡтарҙы ҙурайтайыҡ, ҙурайтһаҡ, башыбыҙ ауыртмаясаҡ!” – тип өгөтләргә тотондо. Үҙенең хаҡлығына ышандырырға тырышып, ул Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына элекке “Көйөргәҙе” совхозының, “Дружба” колхозының ерҙәрен, “Искра” ауыл хужалығы кооперативына “Мораптал”, “Таймаҫ” совхозының ерҙәрен ҡуша башланы. Тик, теге ваҡыт уйламайынса тарҡатҡан эре совхоздарҙың күп кенә бүлексәләре аяуһыҙ таланды, техникалары урланды, йылғырыраҡ хужаларҙың шәхси милкенә әйләнде, мал һарайҙары, келәттәре, оҫтаханалары, даими хәстәрлек булмағанлыҡтан, емерелде, сүп өйөмөнә әйләнде. Кешеләре эшһеҙ ҡалды, киләсәккә өмөттәре һүнде.
Әле лә үҙ аҡылы менән түгел, ә, күптән хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, һаман халыҡты бутауын дауам иткән ауыл хужалығы идаралығы начальнигы М. Глущенконың башы менән уйлап эш итергә күнеккән Әхәт Йәүҙәт улы, район хужалыҡтарын тарҡатыуын белә. “Россия”, “Новь”, “Калинин” исемендәге хужалыҡтарҙың ерҙәрен Мәләүездең машина-технология станцияһына бирҙеләр, райондың иң уңдырышлы баҫыуҙарына Мәскәүҙең “Забарив-АГРО” фирмаһы хужа. Шуныһы күңелде ҡыра, ситтән килгәндәр бит бер ҙә ташландыҡ ятҡан баҫыуҙарға ынтылып бармай, ә майлыраҡ өлөшкә үрелә.
Район хакимиәте башлығына ла майлы һыныҡтан мул ғына өлөш сығалыр. Юҡҡа ғына ул йыл һайын машина өҫтөнә машина ала икән тиһегеҙме? Машиналарҙың да ниндәйе бит, барыһы ла ҡиммәтле, сит илдеке.
Виктор Иванович Аҡһары ауылы эргәһендә, Юшатыр йылғаһын быуып эшләгән һыу һаҡлағыс тураһында ла үҙ фекерен әйтте.
– Өфө-Ырымбур трассаһынан үткән юлаусыларҙы таң ҡалдырыу өсөн генә эшләнгән был һыу һаҡлағысты төҙөүгә 500 миллион һум аҡса сарыф ителде. Ләкин унда һыу инеүе сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс. Сөнки Ермолаево ауылының, унда урынлашҡан сәнәғәт предприятиеларының, социаль объекттарҙың ҡалдыҡ һыуҙары таҙартылмайынса Юшатырға ҡойола. Һөҙөмтәлә, йылға ағыулана, эргә-тирәһендәге йәшеллек ҡорой, балыҡтар үлә. Һыу һаҡлағысты Шайтан йәки Көйөргәҙе йылғаларын быуып эшләгәндә күпкә отошлораҡ була ине.
Туғыҙ йыл район менән етәкселек иткән дәүерҙә Әхәт Ҡотләхмәтов Көйөргәҙелә ниндәй объекттар төҙөткән һуң улайһа? Һуңғы йылдарҙа мәғариф йәки һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сафҡа индерелгән объекттарҙың барыһы ла, хакимиәт башлығы нисек кенә үҙенең иҫәбенә яҙырға тырышмаһын, БР Президентының махсус программаһына ярашлы һалынған. Сөнки ике йыл рәттән Көйөргәҙе районында Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советы үтте. Бындай етди сараларҙы үткәреү өсөн республика ҡаҙнаһынан байтаҡ ҡына миллион һум аҡса бүленеүе барыһына ла мәғлүм.
– Туғыҙ йыл хакимиәт башлығы булып эшләгән осорҙа Әхәт Йәүҙәт улының шәхси тырышлығы менән “Ыласын” физкультура-сәләмәтләндереү үҙәге лә, мәсет төҙөлдө инде, – тип һүҙен дауам итә Виктор Иванович. – Уларының да беренсеһенең тәүге ҡышта уҡ иҙәндәре серене, аҙаҡ, өҫтәмә аҡса түләп, таҡталарын яңынан алмаштырырға мәжбүр булдылар. Ә район мосолмандарының иман йортонда дини йолаларҙы үтәү өсөн килгән кешеләр араһында низағ бара. Сөнки мәсеткә, Ҡотләхмәтовтың тәҡдиме менән, имам-хатип итеп әлепте таяҡтан айыра белмәгән әҙәм ҡуйылды.
Районда, төҙөлөштә булһынмы, башҡа тармаҡтамы, күрһәткестәрҙе күпкә ҡабартып күрһәтеү ҙә киң ҡолас алған. Был ысул бигерәк тә ауыл хужалығында даими ҡулланыла. “Юшатыр” гәзитенең мөхәррире булып эшләгәндә, тәүге тапҡыр ошондай фактты осратып, аптырауға ҡалғайным. Һуңынан да был турала коллегаларым да йыш ҡына телгә алып килде.
Көйөргәҙелә күрһәткестәрҙе арттырып яҙыуҙың модала икәнен миңә “Искра” һәм “Ватан” хужалыҡтары етәкселәре Рәмил Мостафин менән Ғәйнетдин Мөхәммәтов та һөйләне.
– Быйыл, мәҫәлән, районда уңыш йыйыу буйынса уртаса күрһәткес гектарынан 12,3 центнер булды. Әхәт Йәүҙәт улы республика хөкүмәтен, гектарынан уртаса 27 центнер уңыш алдыҡ, тип алданы, – ти Ғәйнетдин Ғәзиз улы. – Башҡортостандың яңы етәксеһе Рөстәм Хәмитов та хәбәрҙар был турала. Әле күптән түгел “КомерсантЪ” гәзитенә биргән интервьюһында Рөстәм Зәки улы бындай ғәрип күренеште бөтөрөргә саҡырҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең районда һаман һандарға “өрөп тын тултырыу” менән мауығалар.
Һандарға күҙ һалһаҡ, Көйөргәҙе районында, ысынлап та, хәл ҡатмарлы ғына. 2000 йылда, мәҫәлән, иген культуралары 86000 гектар майҙанда сәселгән. Туғыҙ йыл эсендә сәселгән майҙандарҙың күләме 54000 гектарға кәмегән һәм 2009 йылда был күрһәткес ни бары 32000 гектар тәшкил иткән. Быуат башында районда 5000 гектар ерҙә шәкәр сөгөлдөрө сәскәндәр, 2009 йылда иһә татлы тамыр сәселгән майҙандар ни бары 1500 гектар ғына ҡалған. 2000 йылда районда 150000 тонна иген етештерелгән. 2009 йылда был һан 60000 тонна тәшкил иткән. Шулай уҡ ит етештереү ҙә туғыҙ йыл эсендә 2500 тоннаға аҙайған. 2000 йылда район буйынса 19500 кв.м торлаҡ төҙөлгән. Әхәт Ҡотләхмәтов етәкселек иткән йылдарҙа был һан ҡырҡа кәмегән. 2009 йылда ни бары 7400 кв.м торлаҡ сафҡа индерелгән. Шәхси йорттар төҙөүселәрҙең һаны ла ныҡлы һирәгәйгән. Әгәр ике меңенсе йылдар башында йыл һайын 150 кеше өй һалып инһә, былтыр ни бары 67 кеше генә үҙ нигеҙен ҡорған.
– Районда булған закон боҙоуҙарға, етешһеҙлектәргә беҙ башҡаса күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ. Шуға күрә хат менән Президент Рөстәм Хәмитовҡа ла мөрәжәғәт иттек. Ул, моғайын, факттарҙы ентекләп тикшереп, Көйөргәҙеләге тәртипһеҙлектәргә нөктә ҡуйыр тип ышанабыҙ, – ти Ғәйнетдин Мөхәммәтов.
Яман шеште үҙ ваҡытында асыҡлап, дауалау сараһын күрмәһәң, ул ҙурайғандан-ҙурая. Һуңынан килеп, шештең шартлауы ла ихтимал. Ул сағында инде үлемесле сиргә дусар булған организмды дауалауы, ай-һай, ауыр буласаҡ. Ә Көйөргәҙелә шеш бына-бына шартларға етешкән.


Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Көйөргәҙе районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Ауыл хужалығынан тыш булмай

Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Лайыҡлы эш, лайыҡлы белем

Мортаза Рәхимов: Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров үҙе күргән проблемалар менән сығыш яһаны

Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Элвин Грей (Радик Юльякшин) Татарстанда фильмда төшәсәк

Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе:  Бөтә уңайлы шарттар – балаларға

“Торатау” Конгресс-холы. Яңы етәксе. Беренсе Мөрәжәғәтнамә.

Джефф Монсон да башҡортса йырлай

17.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Джефф Монсон да башҡортса йырлай


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исеме бирелде

Рәшиҙә Солтанова йәнә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе итеп һайланды

Өфөлә «Буран – 2019» яңы йыл фестивале ойошторола

Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

16.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!