RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан һауа юлында «тығын» булырмы икән?

05.10.2010 Башҡортостан һауа юлында «тығын» булырмы икән?

Республиканың баш ҡалаһы аэропорты тиҙҙән тағы ла бер авиакомпания самолеттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Өфө менән хеҙмәттәшлек итергә «Скай Экспресс» компанияһы күптән ынтыла ине. Хәҙер 1 ноябрҙән Мәскәүҙең «Внуково» аэропорты менән беҙҙең арала Боинг-737 самолеттары оса башлаясаҡ. Маршрутты яҙын уҡ планлаштырһалар ҙа, транспорт етмәү сәбәпле, асмай торғандар. Тәүге мәлдә рейс аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома – башҡарыласаҡ. Мәскәүҙән төнгө берҙә ултырып, Өфөгә 05.15-тә килеп тә төшәһең. Кирегә табан 06.40 сәғәттә Өфөнән ҡуҙғалып, Мәскәүҙә теүәл етелә булаһың икән. Әлбиттә, барыһын да осоу хаҡы ҡыҙыҡһындыралыр. Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүҙә 1900 һумды тәшкил итәсәк, һуңыраҡ инде, кем осоуына ҡарап билдәләнәсәк.
Әйткәндәй, бөгөн беҙҙең «Өфө» аэропорты «Аэрофлот», «ЮТэйр», «Авианова», «Сибирь», «Трансаэро» авиакомпаниялары самолеттарын да ҡабул итә. Абайлабыраҡ күҙәтһәң, самолеттар гөжләп осоп тора, тиергә лә була. Тиҙҙән һауала ла «тығын»дар булмағайы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Ватс ап". Аралашыу әйбереме әллә сенсация сығанағымы?

Сибайҙа балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә урамда дәрес үткәреү һәм тышҡа сығып йөрөү тыйылды

Сибайҙағы ағыулы төтөн эҙемтәләренә ҡаршы көрәш буйынса "ҡыҙыу линия" асылды

“Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”нда нимәләр булырға тейеш?

Ялғанлап пенсия алған

15.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ялғанлап пенсия алған


Зарифты Өфөгә килтергәндәр

15.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зарифты Өфөгә килтергәндәр


Сибай МФЦ-һында - Башҡортостандағы иң яҡшы "көтөү ваҡыты" күрһәткесе

Радий Хәбиров Сибайға килде

15.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Радий Хәбиров Сибайға килде


Дети Учалинской трагедии: где они и что с ними

Башҡортостанда йыл һайын "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале үтә

Шөкөр, Ваня терелде!

15.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Шөкөр, Ваня терелде!


"Йәшел ҡунаҡты" оҙатайыҡ

15.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшел ҡунаҡты" оҙатайыҡ